

Светлана Адиева сығышы менән Ишембай ҡалаһынан. Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫкәндәр, шуғалыр ҙа Светланала нәзәҡәтлек тә, күңел күркәмлеге лә етерлек.
Башҡорт дәүләт университетының ”Иҡтисади һәм социаль география” йүнәлеше буйынса магистратура тамамлаған Светлананың ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө яҡлы: спорт менән шөғөлләнә, шәхес булараҡ үҫешеү темаһына төрлө курстарға, семинарҙарға йөрөй, психологияны өйрәнә. Әлеге ваҡытта Өфөлә үҙенең уҡыу үҙәген булдырған, социаль өлкәлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн проект әҙерләй. Буш ваҡытында бокс, йөҙөү менән менән мауыға.
2019 йылда Светлана Рәсәйҙең иң юғары нөктәһен яулаған – Эльбрус тауына күтәрелгән. ”Кем булыуың түгел, ниндәй булыуың мөһим”. Һәр һынау үҫешкә, яҡшыраҡ тормошҡа алып килә. Бер ҡасан да бирешмә! Ошондай тормош девизы менән йәшәй тырыш ҡыҙ.