Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2021, 04:00

Музыкант та, сәйәхәтсе лә

Кем ул Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡыҙы? 

Музыкант та, сәйәхәтсе ләМузыкант та, сәйәхәтсе лә
Музыкант та, сәйәхәтсе лә

Ләйсән Зәйнетдинова Өфө һылыуы. Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһын тамамлай. БДУ-ның финанстар иҡтисады һәм эшҡыуарлыҡ институтында уҡый.

Ләйсән – билдәле виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡыҙы. Сәнғәткә һөйөү бәләкәйҙән тәрбиәләнә ҡыҙҙа, ҡумыҙ, гитара, ҡурайҙа уйнай белә. Бынан тыш ди-джейлыҡ, йәғни көйҙәр сығарыу менән дә шөғөлләнә, киләсәктә көйҙәрен бар донъяға  яңғыратырға хыяллана.

Ул сәйәхәтсе лә – Ер шарының Ләйсән булмаған иле ҡалдымы икән? Ҡытайҙа ла йәшәп ала, Дубайҙа, Төркиәлә лә була. Ҡайҙа ғына барһа ла, үҙе менән гел башҡорт милли уйын ҡоралдарын ала, сит ил халыҡтарын башҡорт мҙәниәте, башҡорт моңо менән таныштырыуҙы үҙенең бурысы тип һанай.

Ләйсән эшҡыуарлыҡ менән дә ҡыҙыҡһына, ғаиләләрендә милли биҙәүестәр һатыу эшен йәйелдергәндәр, был бизнес менән ихлас шөғөлләнә ҡыҙ.

Автор:Разиля Абзгильдина
Читайте нас