Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2021, 07:15

Рөстәм Шаһыбалов тыуған көнөн билдәләй

Ә “Юлдаш-хит” фестивалендә уға ниндәй маҡтаулы исем бирелде? 

Рөстәм Шаһыбалов тыуған көнөн билдәләйРөстәм Шаһыбалов тыуған көнөн билдәләй
Рөстәм Шаһыбалов тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика йыр конкурстары лауреаты, танылған йырсы Рөстәм Шаһыбалов тыуған көнөн билдәләй. Ә инде ошо көндәрҙә үткән “Юлдаш-хит” фестивалендә уға "Юлдаш" радиоһының халыҡ артисы" тигән исем тапшырылды. Тамашасылар араһында ойошторолған тауыш биреү һөҙөмтәһендә тап Рөстәм Шаһыбалов иң күп тауыш йыйыуға һәм еңеүгә өлгәште. Артабанғы урындарҙы Рөстәмдең коллегалары Искәндәр Ғәзизов менән Рәдиф Зарипов яуланы, уларға ла ошондай исем тапшырылды.

Рөстәм Шаһыбалов башҡорт эстрадаһында моңло тауышы менән лайыҡлы урынын тапҡан, тамашасыларҙың һөйөүен яулаған йырсы булып танылды, шулай уҡ уның халыҡ йырҙарына булған мөнәсәбәте, репертуарында уларға ҙур урын бүлеүе лә ихтирам-хөрмәткә лайыҡ.

Йырсы – татыу ғаилә башлығы ла, улар тормош юлдашы Нурсилә менән Илдан һәм Илхан исемле улдар үҫтерә.

Рөстәмде тыуған көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Яңынан-яңы ҡаҙаныштар, ғаилә именлеге, һаулыҡ, илһамлы ижад теләйбеҙ.

Фото: Р. Шаһыбаловтың шәхси архивынан.

Рөстәм Шаһыбалов тыуған көнөн билдәләй
Рөстәм Шаһыбалов тыуған көнөн билдәләй
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас