

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы Мәүлиҙә Яҡупова үҙе тыуып-үҫкән Сибайына һәр саҡ тоғро ҡала. Таусылар ҡалаһы тураһында китап сығарһынмы, ҡала халҡы хаҡында йылы мәҡәләләр яҙһынмы, йә булмаһа улар өсөн бик матур конкурс ойошторһонмо...
Быйыл иһә "Сибайский рабочий" гәзите биттәрендә "Минең кесе Ватаным" исемле автор мәҡәләләренән торған конкурс иғлан итә. Әйткәндәй, был бәйге республикала матур башланғыс алған "Атайсал" проектына ауаздаш.
Былтыр Сибайҙың тоғро ҡыҙына ҡаланың почетлы гражданины тигән мәртәбәле исем бирелә. Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы был аҡсаны ҡалалаштары өсөн конкурс ойоштороп, еңеүселәрҙе бүләкләргә ҡарар итә. Әйткәндәй, ижади бәйгелә бөтәһе 21 автор ҡатнаша, уларҙың ҡайһылары ике-өс мәҡәлә тапшыра. Конкурсанттар араһында ошо ҡалала тыуып, яҙмыштары Сибай менән бәйле булған, әле Өфө, Баймаҡ, Магнитогорск ҡалаларында йәшәгән, шулай уҡ Чехиянан да ҡайнар сәләмдәр аҡ ҡағыҙҙа яҙылып, килеп етә. Шуға күрә был конкурс хатта ҡала кимәлендә генә түгел, ә халыҡ-ара бәйгегә әүерелә.
"Сибайский рабочий" гәзитенең баш мөхәррире Гөлнәзирә Ишбирҙина белдереүенсә, ижади яҙмалар йыл дауамында гәзит биттәрендә баҫыла. Уларҙа ҡаланың төҙөлөшөнә һәм тормошона ҙур өлөш индергән күренекле кешеләр, үҙ эшенең оҫталары, Сибай йылъяҙмаһын яҙған ҡала эшселәре урын алған. Журналистика ветеранының аҡсалата премияһына Нина Максимова, Нурия Ҡорманова, Фәниә Хәмитова, Минза Ҡотлоғилдина, Фирҙәүес Ибраһимова һәм Надежда Шакуровалар лайыҡ була.
Рәхмәт хаттары менән Чехияла йәшәгән Миләүшә Годбодь, Өфөнән Карим Кәшәфетдинов, Галина Салихова, Илдар Хайруллин һәм Магнитогорск ҡалаһынан Анатолий Анищенколар бүләкләнде. Роза Ултыраҡоваға конкурста ҡатнашҡан Кәрим Кәшәфетдинов "Сибайский рабочий" гәзитенә йыллыҡ подписка бүләк итте. Оҙаҡ йылдар "Сибайский рабочий" гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән Мәүлиҙә Яҡупова ҡаланың күп балалы өс ғаиләһенә ярты йылға подписка яҙҙырҙы.
Мәүлиҙә Яҡупова конкурста ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе һәм киләсәктә лә йыл һайын был бәйге дауам итәсәк, тине. Тимәк, конкурс дауамлы, еңеүселәре күп буласаҡ әле. Матур сара сәй табыны артында йылы хәтирәләр менән дауам итте.
Фото: "Сибайский рабочий" сайтынан.