Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Декабрь 2021, 08:30

500 мең һумлыҡ премия Ғафуриға юллана!

Мәртәбәле премия халыҡ ижады үҫешенә тос өлөш индергән өсөн тапшырылған.

500 мең һумлыҡ премия Ғафуриға юллана!500 мең һумлыҡ премия Ғафуриға юллана!
500 мең һумлыҡ премия Ғафуриға юллана!

Был туралағы документ Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡ мәғлүмәте порталында баҫылған. Ил Хөкүмәтенең 2021 йылдың 17 декабрендәге Ҡарарына ярашлы, “Рәсәй күңеле” премияһы менән “Йолаға әүерелгән халыҡ мәҙәниәте” номинацияһында башҡорт эпостарын башҡарыусы сәсән, Ғафури районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенең Красноусол ауылындағы халыҡ театры режиссеры Илһам Байбулдин бүләкләнгән, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ләйлә Аралбаева.

Әйткәндәй, был премия 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Ҡарары менән барлыҡҡа килгән һәм халыҡ художество йолаларын һаҡлау, уларҙың үҫеше, оҙайлы, уңышлы хеҙмәт өсөн биш номинация – халыҡ музыкаһы, халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, йолаға әүерелгән халыҡ мәҙәниәте, халыҡ оҫтаһы – буйынса тапшырыла. Был йылдар эсендә 200-ләгән кеше премияға лайыҡ булған. 2020 йылдан күләме 500-әр мең һум булған биш премия тапшырыла.

Фото: rcntrb.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас