Айгүзәл Бикәнәсова Ауырғазы районының Усман ауылынан. Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се гимназия-мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң Мәскәү ҡалаһында Рәсәй технологик университетының биотехнология факультетында белем ала. Әлеге ваҡытта һөнәре буйынса эшләп йөрөй.
Буш ваҡытында китап уҡырға, дуҫтары менән аралашырға ярата. Шашка уйыны менән мауыға, айкидо менән шөғөлләнә. Тырыш ҡыҙ гимназияла уҡыған йылдарында фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, төрлө олимпиадаларҙа еңеү яулай. 2013 йылда Рәми Ғәрипов исемендәге премияға лайыҡ була.
“Ҡараташ” төркөмөнөң “Юлсы” йырындағы “Маҡсат менән барған ғына хыялын тотор ҡулына” тигән һүҙҙәрҙе Айгүзәл тормош девизы итеп алған.