Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Декабрь 2021, 14:00

Бөрйән һылыуы бирешмәҫкә өндәй

"Уҡыу ваҡытында операторлыҡ хеҙмәтенең, хатта бензин еҫенең оҡшағанын аңланым”.

Бөрйән һылыуы бирешмәҫкә өндәйБөрйән һылыуы бирешмәҫкә өндәй
Бөрйән һылыуы бирешмәҫкә өндәй

Гөлиә Мәсәғүтова - Бөрйән районының Байназар ауылы һылыуы. 

Белеме буйынса эколог булһа ла, Гөлиә күңеленә ятҡан эш һайлай: яғыулыҡ станцияһында оператор булып эшләй. Осраҡлы ғына эләгә ул был өлкәгә, әммә ошо һөнәргә бар йөрәктән ғашиҡ булырға өлгөрә.

“Тәүҙә эш нескәлектәренә өйрәттеләр. Уҡыу ваҡытында операторлыҡ хеҙмәтенең, хатта бензин еҫенең оҡшағанын аңланым”, – ти Гөлиә.

Ҡыҙ төрлө матурлыҡ конкурстарына ла битараф түгел, был йәһәттән яуланған уңыштары етерлек. 2010 йылда 11-се класта уҡығанда “Бөрйән һылыуы” конкурсында Гран-при ала. “Һылыуҡай” республика матурлыҡ бәйгеһенең финалында “Зауыҡлы һылыуҡай” титулына эйә була. Артабан “Мисс Башҡортостан” моделлек агентлығында уҡып, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. “Башҡортостан гүзәле”ндә “Грация һылыуы” номинацияһына, “Башҡортостан ынйыһы”нда 1-се урынға лайыҡ була. Гөлиәнең тормош девизы – ауырлыҡтарға бирешмәй алға барыу, ул башҡаларҙы ла шуға өндәй.

Фото Г. Мәсәғүтованың шәхси альбомынан.

Автор:Разиля Абзгильдина
Читайте нас