Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Декабрь 2021, 12:21

Донъя халыҡтары мәҙәниәте гөлләмәһе булды

Айрат Нурмөхәмәтов.Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Уҙып барған 2021 йылдың Башҡортостандағы иң сағыу мәҙәни сараһы ул, әлбиттә, 3 – 10 июлдә үткән VI Бөтә донъя фольклориадаһы булды. Был фестивалде CIOFF (СИОФФ) – Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет үткәрә.

Аҙнанан ашыу ваҡытҡа Өфө һәм Баш­ҡортостан донъя халыҡтары мәҙәниәтенең гөрләп торған үҙәгенә әйләнде. Фольклориадала 37 илдән 1020 һәүәҫкәр артист, 70-тән ашыу халыҡ кәсепсеһе ҡатнашты. Өфөлә ике үҙенсәлекле рекорд ҡуйылды: бер дуҫлыҡ бейеүендә 57 ил һәм 71 милләт вәкиле бергә әйләнде.

Өфөләге төп сәхнә – “Фольклориада йөрәге”ндә, унан башҡа тағы өс майҙанда, республиканың 22 район һәм ҡалаһында 61 концерт ҡуйылды. Уларҙы 300 меңдән ашыу тамашасы ҡараны, ә интернет аша күҙәтеүселәр һаны 10 миллиондан ашты.

Фестиваль барышында төрлө халыҡтарҙың мәҙәни мираҫы, халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән оҫталарҙың эштәре менән таныштырған күргәҙмәләр эшләне. Фольклориадала CIOFF-тың Йәштәр комитеты интерактив акциялар үткәрҙе. Ойошманың мәҙәниәт буйынса халыҡ-ара конференцияһы ла ойошторолдо. Ул “Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының матди булмаған мираҫы – донъя мәҙәни мираҫының бер өлөшө” тип аталды.

Сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар Башҡортостандың ҡунаҡсыл, итәғәтле халҡына, гүзәл тәбиғәтенә һоҡланды. Республикабыҙҙың исеме был көндәрҙә тотош донъяға яңғыраны, төрлө халыҡтар башҡорт мәҙәниәте менән дә танышты.

Халыҡ-ара фестивалде ойоштороу кимәле халыҡ тарафынан да, рәсми вәкилдәрҙән дә бик юғары баһаға лайыҡ булды. Һәр көн сараларҙың үҙенсәлекле мәлдәре, сағыу тамашалар онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итеп, оҙаҡҡа хәтергә уйылып ҡалды, Башҡортостандың юғары кимәлдәге күләмле сараларҙы ойоштора алыуын раҫланы.

Читайте нас