

Йылдың һуңғы айында Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасыларға тағы бер премьера әҙерләп күрһәтте. Был – Виктория Емелеваның “РАС-сказы” документаль пьесаһы буйынса ҡуйылған “Балам” социаль спектакле. Төп геройҙар – аутизмға дусар балаларҙың ата-әсәһе. Ғаиләләр Рәсәйҙең төрлө урынында, хатта сит илдәрҙә йәшәй, һәм уларҙы ошо үҙенсәлекле халәт, башҡа балаларҙан ҡырҡа айырылып торған ғәзиздәренә ихлас һөйөү берләштерә.
Спектакль бик үҙенсәлекле формала бара: геройҙар тамашасы эргәһендә ултыра һәм үҙҙәренең тарихын һөйләй. Был мәлдә һөйләүсене ҡапма-ҡаршы яҡҡа ҡуйылған ике видеоэкран аша ҡарап була, йәғни тамашасы үҙ рәтендә ултырған геройҙы ҡаршы яҡтағы экрандан күрә ала.
Сәхнә әҫәрендә ата-әсәләрҙең тәрән борсолоуы, ғазаплы уйҙары, ҡатмарлы хәл тураһында бәйән ителһә лә, ул – барыбер бер ниндәй шартлылыҡҡа, сикләүҙәргә, ҡырын ҡараштарға бирешмәгән мөхәббәт хаҡында. Тамашаны әҙерләп сәхнәгә сығарған төркөм премьераға тиклем булған матбуғат конференцияһында ошондай фекер белдергәйне.
Ваҡиғалар ысын кешеләрҙең тормошонан алынған. Уларҙың һыҙланыу-хәүефтәре бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр һәм, шуның менән бергә, ата-әсәнең оло һөйөүенә, фиҙакәрлегенә рәхмәт тойғолары уятып, тормошто, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, мәғәнәле һәм йөкмәткеле итергә мөмкин булғанына инандырғандыр.
Режиссер Илшат Мөхөтдинов, ҡуйыусы рәссам Альберт Нестеров, композитор Эмиль Әмиров һәм хореограф Алина Мостаева әҙерләгән был сәхнә әҫәре, ниндәйҙер үҙенсәлеге булған осраҡта ла, һәр баланың да аңлауға, саф, эскерһеҙ мөнәсәбәткә лайыҡ икәне тураһында ла ул, тип өҫтәргә була. Быға тиклем әлеге проблема тураһында уйланмаған, уны күҙ алдына килтереп тә ҡарамаған кеше лә спектаклдән һуң кисерештәре үҙгәреп, байып сығалыр.
Башҡорт сәхнәһендә бындай сетерекле, әммә тормоштоң айырылғыһыҙ бер сағылышы булған тема сәхнәләштерелгәне юҡ ине, шуға ла абруйлы театрҙың был тамашаһын йыл премьераһы тип атарға була.