

Быйыл республиканың З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романы ҡайтанан баҫылып сыҡты. Нәшриәттең китап магазины хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, олуғ яҙыусының ошо әҫәре китап уҡырға яратыусылар араһында айырыуса ҙур һорау менән файҙалана.
Быға аптырарға ла түгел, халыҡ яҙыусыһы – тәбиғәт йырсыһының бөтә әҫәрҙәре лә элек-электән нәфис әҙәбиәтте үҙ итеүселәрҙең иң яратып уҡыған китаптары иҫәбендә булды. Ер, тәбиғәт, урман, ябай ауыл тормошо, XIX быуат аҙағы – XX быуат башындағы хәл-ваҡиғалар, башҡорт ерҙәре яҙмышы асыҡ һүрәтләнгән “Мәңгелек урман” бөгөнгө мәлгә лә ауаздаш булыуы менән күңелдәргә яҡын. Ябай кешеләрҙең көнитмеше, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, уларға ҡуша үрелеп барған мөхәббәт темаһын яҙыусының халыҡсан, һутлы тел менән һүрәтләүе был бөйөк әҫәрҙе бер тынала тиерлек уҡып сығыуға этәрә. Урман, ғөмүмән, тәбиғәт яҙмышы халыҡ яҙмышынан айырылғыһыҙ булғанын, киләсәк тормош өсөн бөгөнгөнөң ни кимәлдә мөһим икәнен төшөнөргә ярҙам иткән был әҫәр, исеме кеүек үк, мәңгелектер. Уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу бер ҡасан да һүрелмәҫ, моғайын.
Халыҡ яратып һатып алған нәфис әҙәбиәт өлгөләре араһында тағы ла бер халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһының өсөнсө өлөшө – “Емеш” романы ла бар. Китаптың бәҫен белгән, уйлы-ғәмле кешеләрҙең тарихи үткәндәребеҙгә тағы бер күҙ һалырға ынтылыуы, халыҡтың элекке көнкүреше менән ҡыҙыҡһыныуы, бәлки, күңелдәрен борсоған ниндәйҙер һорауҙарға бөйөк әҙиптәрҙең үлемһеҙ әҫәрҙәре аша яуап табырға тырышыуы тураһында ла һөйләйҙер был.
Ғөмүмән, китап уҡырға яратыусылар әҙәбиәтебеҙҙәге бөйөк исемдәргә йышыраҡ мөрәжәғәт итә. Уларҙың беҙгә мираҫ итеп ҡалдырған рухи хазиналарҙан йәшәйештең ҡатмарлы һорауҙарына яуап эҙләй, күңел торошон көйләй булыр.