

МАНСУР БАҺАУВ
ДАУАМЫ. БАШЫ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-12-21/urta-ir-2628079
Әҡлимә – Артур – Тәслимә
Ауыл клубы... Йыйылған халыҡтың иҫәбе-һаны юҡ, олоһо ла кесеһе лә килгән... Әлегә тиклем никахлашыуҙарҙы ауылда ҡәҙимгесә, ябай ғына үткәрә торғайнылар. Ә был юлы бер нисә көн элек белдереү эленеп торҙо. Иртәнсәктән урам яңғыратып музыка уйнаны. Ҡаланан килгән әртистәр түләүһеҙ концерт ҡуйҙы, ауылдыҡылар бушлай өҫтәлдәргә ҡуйылған тәмле ашамлыҡтар менән һыйланды, йәштәрҙең килеүен көттө...
Ҡыҫҡаһы, Әҡлимә ауылдаштары шаҡ ҡатырлыҡ, онотолмаҫлыҡ, башҡа туйҙарҙан айырылып торһон өсөн аҡсаһын да, фантазияһын да йәлләмәне. Төш яҡынлашҡас, урам осонан сәскәләргә, таҫмаларға биҙәлгән тиҫтәләгән еңел машина, әлегә кешеләр тик телевизорҙа, киноларҙа ғына күргән оҙон аҡ лимузинға эйәреп төрлө ауаздар менән һауаны яңғыратып, саң борлатып килеп туҡтаны. Никах теркәү тантанаһы гөрләп үтте: сәскәләр, ҡотлау һүҙҙәре, шампан сәсрәтеүҙәр, йыр-бейеүҙәр...
Аҡҡоштай ап-аҡ кейемле, ҡояштай балҡыған бәхетле кәләше янындағы Артур, күпме кейәүгә оҡшатырға тырышмаһын, йөҙөнә йылмайыу инмәне, сибәр ҡыҙ янында ҡарт ир булып күренде ул. Күңелдә шатлыҡ урынына Әҡлимәһенә нәфрәт уты тоҡанғайны. Уның өҫтөндәге туй күлдәге, бармағындағы балдаҡ таныш инеләр. Ҡасандыр уларҙы Артур Тәслимә менән һатып алғайны. Ә Әҡлимә үҙәк универмагтан алдым тине. Тағы ла бөгөн кәйефте ҡырғаны – уның туй күлдәгенән һиҙелерлек ҡабарып торған ҡорһағы. Нимә тыҡҡандыр инде унда, ул үҙе лә һиҙмәй әйләнгән һайын төҙәткеләп ала ине. Өҫтәүенә күҙҙәр ҡунаҡтарҙы күпме байҡаһа ла, Тәслимә күренмәне...
Клубтан һуң ҡунаҡтар, никахлашҡан йәштәрҙе уртаға алып йырлашып-бейешеп, туй үтәсәк өйгә йүнәлде. Теләр-теләмәҫ кенә ҡултыҡлаған Әҡлимәһенә һөйрәлеп килгән Артур ҡапҡа алдында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыусылар араһында Тәслимәне күреп ҡалды ла аҙымдарын йышайтты. Ләкин бала күтәргән балдыҙы әйләнеп инеп китеп юғалды...
Бынан Артурҙың кәйефе күтәрелеп киткәндәй булды. Быны һиҙепме, тупһаға аяҡ баҫҡас, Әҡлимәһе терһәген нығыраҡ ҡыҫты ла: “Ҡара уны, янымдан бер аҙымға ла китмәйһең, йәме?” — тип һалдырҙы. Ләкин туйлаусылар берәмләп ҡотлай башлағайны, ул алдан ҡыҙғаныу ҡатыш әйткән һүҙҙәрен онотто. Тиҙҙән ул аҡсалы конверттарҙы алдына өйөп, башҡа бүләктәрҙе эргәһенә теҙеп, түҙемһеҙлек менән сираттағы ҡотлаусыны көтөү менән мәшғүл ине.
Күбеһе таныш булмаған ҡунаҡтар кейәүҙе тәбрикләп бармаҡтарын ҡаты ҡыҫып ауырттырып, арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөп, сикәләренән үбеп шайыҡлап бөттө. Һәр ҡайһыһы уның менән сәкәштереп эсергә тырышты.
— Ҡәҙерле апайым һәм еҙнәй! Мин һеҙҙе яҙмыштарығыҙҙы бәйләүегеҙ менән ҡайнар ҡотлайым... Бәхетле, тиң ғүмер итеүегеҙҙе теләйем... — тип ҡотланы уларҙы Тәслимә. — Минән һеҙгә, ғаиләгеҙ ҡаҙнаһына, бер аҙ аҡса һәм икегеҙгә берәр яҫтыҡ һәм юрған, — тип апайын ҡосаҡлап үбергә ынтылғайны, уныһы: “Ярар, күп лаҡылдама... Яҫтыҡ, юрған әсәйҙәрҙекелер инде”, – тип ыҫылданы.
Тәслимә, йәш бәреп сыҡҡан күҙҙәре менән еҙнәһенә һирпелеп ҡараны ла, әйләнеп сығып китте. Көтөлмәгән осрашыуҙан Артур иҫенә килеп, уйҙарын да йыйып өлгөрмәне, уның күҙҙәрендә һүнмәҫ һөйөү, тәрән һағыш һәм үпкәләү сатҡылары күрҙе. Түҙемлеге бөттө уның, янында ултырған Әҡлимәһен атып бәргәндәй булды, асыуынан арына алмай рюмка артынан рюмка күтәрҙе. Йөрәк әрнеүе сыҙарлыҡ түгел ине шул... “Нишләнем мин алйот?! Ошонда үҙ туй күлдәген, балдағын кейеп Тәслимә ултырырға тейеш ине бит...” — тигән уй мейене ҡайнатты.
Тамам иҫерек кейәүҙең өҫтәл артынан тороп киткәненә берәү ҙә иғтибар итмәне. Артурға хәҙер диңгеҙ тубыҡтан ине. Ҡараңғыла, сайҡала-һуғыла, саҡ эҙләп тапты ул аласыҡты. Эстән бикле ишекте туҡылдатып тауыш бирҙе, ләкин Тәслимә асырға уйламаны:
— Нишләйһегеҙ, еҙнәй?! Зинһар китегеҙ, мине оятҡа ҡалдыраһығыҙ бит... Хәҙер апайым күреп ҡалһа. Эй, аллам, ниңә миңә шундай язалар бирәһең... – тип сеңләп илап ебәрҙе.
Һаман үҙенекен ныҡышҡан “төнгө ҡунаҡты” уянып сәрелдәгән бала тауышы ғына аңына килтерҙе. Ишек аша ғәфү үтенеп, кире өйгә табан атланы Артур. “Ысынлап та, Әҡлимә килеп сыҡһа? Ул бит һеңлеһен тереләй ашаясаҡ!” – тип уйланы ул. Ләкин уныһы өҫтәл артында күренмәне. Ә ҡунаҡтар зыу ҡубып бейешә ине.
Әҡлимәһен бүлмәләрҙең береһендә тапты: “Әйҙә, кәләш бейергә, беҙҙе саҡыралар бит...” тип өндәшкәйне, уныһы әйләнеп тә ҡарамай: “Ярай, ярай... өлгөрөрбөҙ әле. Бар, ҡамасаулама, үҙең бейеп тор”, — тип екерҙе. Ул донъяһын онотоп әхирәте менән туйға төшкән бүләктәрҙе һанап, хаҡтарын иҫәпләп ҡаңғыра ине. Өҫтәлдә терһәге янында бәләкәй генә ике яғына таҫма тегелгән яҫтыҡ — яһалма ҡорһаҡтың эсе ята ине. Артур уны ҡулына алды ла:
— Ярар, мин киттем, оҙаҡлама... Ә был “ауырыңды” кире бәйләп алырға онотма! — тип битенә бәреп әйләнеп сығып китте.
Уныһының иҫе китмәне, һаман ҡағыҙ битендә сыймаҡлауын белде. Тупһала оҙаҡ уйланып ултырҙы кәләше лә, ҡунаҡтары ла онотҡан “кейәү”. Уға хәҙер барыбер ине... Туй ҙа, Әҡлимә лә кәрәкмәй, тик Тәслимә генә ине уйында...
Был юлы Артур ишекте туҡылдатып торманы, таҡта араһына тарағын тығып, келәне күтәрҙе лә инде. Һүлпән генә янған төнгө лампа яҡтыһында эленеп торған сәңгелдәк янындағы карауатта бөгәрләнеп Тәслимә серем итә ине... Ул янында тубыҡланып сәстәренән һыйпап ҡолағына ниҙер шыбырлаған, ҡасандыр бәхетле көндәрен үткәргән кешеһенә һаташыпмылыр, ауыҙ эсенән ниҙер мығырлап һыйына бирҙе. Төш күрәм, тип уйланы, күрәһең. Инде ирендәр ҡушылғас ҡына Тәслимә һиҫкәнеп уянып китте. Ҡобараһы осоп, Артурҙы алып ташларға маташты, ләкин булдыра алманы. Ҡысҡыра ла алманы, хәленән килгәнсә тартҡылашып ҡараны ла, хәле бөттөмө, әллә шул таныш наҙлауҙарға иренеме — тынысланды...
Һыҙылып таң ата башлағанда ғына Тәслимә һөйөклөһөн оҙатты. Күпме генә ҡабаландырмаһын, Артурҙың айырылғыһы килмәне, ишек төбөнә бара ла кире боролоп, Тәслимәһен ҡыҫып ҡосағына алып иркәләргә тотона.
Гонаһлы ирҙең бәхете бар икән... Әҡлимә туйҙа күренмәне, ә ҡунаҡтар “баш төҙәтеү” менән мәшғүл ине. Бер кем кейәүҙең ҡайҙа юғалғаны менән ҡыҙыҡһынманы. Ә Артурға туй ҙа, улар ҙа, хатта кәләше лә кәрәкмәй ине хәҙерге ваҡытта. Ғәрлек утында яна ине ул. Тәслимәһе менән аңлашҡас, үҙенең генә ғәйепле булыуын, төҙәтә-күтәрә алмаҫлыҡ хата яһағанын аңлап, өҙгөләнде. Шулай итеп, ахмаҡлығы арҡаһында хикәйәмдең геройы ике ут араһында ҡалды, уртаҡ иргә әйләнде, етмәһә бер туғандар: апайлы-һеңлеле ҡосаҡтарында: береһендә туңһа, икенсеһендә ирене...
Тиҙерәк ҡалаға ҡайтып киткеһе килде Артурҙың... Әҡлимәһе лә оҙаҡ көттөрмәне, килеп инде. Ул башлап ҡаҙалмаһын өсөн:
— Кәләш, ҡайҙа йөрөйһөң һин?! Ҡайтырға кәрәк бит, — тип үпкәләгән булды.
— Ҡайтабыҙ, ҡайтабыҙ, һөйөклөм... Арығанһыңдыр инде, аңлайым... Магазинга барып ике йоҙаҡ һатып алдым, туйға байтаҡ мебель төшкән. Шуларҙы бикләп ҡуйырға кәрәк, бушаһаҡ, килеп алырбыҙ әле... Ҡара әле, Артур, аҡсаны мул һалғандар, ошоноң кеүек ике-өс туй үткәрерлек... Ярлыларҙы саҡырманым шул... – тип тәтелдәне “законлы ҡатын”.
Уртаҡ ир
Туйҙан һуң киләсәкке тормошо тураһында ныҡлап уйланды Артур. Әҡлимә менән башҡаса йәшәй алмаясағы көн кеүек асыҡ ине. Уны ташлап Тәслимәһенә күсергә ине лә ул... “Ул саҡта мин уны мәсхәрәгә ҡалдырасаҡмын. Ирһеҙ бала табып исемгә ҡалыуы етмәгән, апайының ирен тартып алған, тип бармаҡ төртөп көләсәктәр, өҫтәүенә Әҡлимә лә ҡоролай ҡалдырмаясаҡ... Ярай, әлегә тормош үҙ яйы менән барһын әле. Ваҡыт үҙенекен итер. Моғайын, берәй әмәлен табырмын. Әҡлимә менән араны боҙорға ярамай, түҙеп йәшәргә кәрәк. Иң мөһиме һеңлеһе менән яңыртылған мөнәсәбәтте һиҙҙермәҫкә ине уға...” — тип яҙмышы менән ризалашты ике уртала ҡалған ир.
Хәҙер һәр аҙымын самалап, уйлап ҡына уйлап ҡына баҫырға тура килде Артурға. График буйынса эшләгәс, ауылға барып йөрөргә мөмкинлек юҡ. Шуға күрә ул автортранспорт предприятиеһына шофер булып урынлашты. Быға ҡатыны: “Ниңә минең менән кәңәшләшмәйенсә эшләйһең? Хәҙер янымда һирәк һирәк буласаҡһың инде... Тегеләй, исмаһам, ике көн ялың бар...” – тип ризаһыҙлыҡ белдергәйне.
— Һине һаҡлап ултырып миңә ни файҙа? Әлегә һуң түгел, әҙерәк донъя күреп алайым әле... Өйҙә, ней, күңелһеҙ... Ней, бала тапмайһың... Туйҙа эсеңә яҫтыҡ тығып йөрөгән булдың бит, хәҙер ауылдаштарыңа нимә әйтәһең инде? — тип ауыҙын япты Артур.
Иренең был һүҙенән һуң ҡыҙған табаға баҫтырҙылармы ни меҫкен ҡатынды: әсә булыу теләге менән янып, аҡсаны ла, ваҡытын да йәлләмәй, ҡайҙарға ғына йөрөмәне, ниндәй генә табипҡа күренмәне. Ләкин бала булмаясағын һәр табип иҫбатланы. Өмөтөн өҙмәгән ҡатын имсе-томсо әбейҙәргә лә күренеп ҡараны. Ахыр сиктә, бәлки, ире үҙе эшкинмәйҙер, тигән уй менән башҡалар менән йоҡлағыланы, ләкин ауырға ҡалманы. Ҡасандыр яһатҡан аборт шулай үҙен иҫкә төшөрҙө. Әҡлимә тамам төңөлдө... Был ғәйебенән ул баҫылып ҡалды, ирен дә элекке кеүек юҡ-бар сәбәп менән бәйләнеп, ҡаҙалып йөҙәтмәне.
Артур ҙа эшендә бер аҙ “йышылып” алғас, “КамАЗ” машинаһы биреп, йыраҡтарға йөрөтә башланылар. Хәҙер уға ауылға Тәслимә һәм ҡыҙы янына үткән-сүткәндә һуғылып йөрөргә мөмкинлек асылды. Тик уныһы башта килмәүен һорап илап-ялбарып маташты. Әммә тәкәббер, үҙ холоҡло Артур юл төшкән һайын килеп йөрөнө, йоҡларға ла ҡалғыланы. Йыш ҡына Тәслимәгә килеп йөрөгән оҙон сәсле, мыйыҡлы, таяҡҡа таянып атлаған аҡһаҡ ирҙе бер туған еҙнәһе икәнен ауылда, Артур машинаһын ҡалдырып йөрөгән яңы дуҫынан башҡа, бер кем дә белмәй ине. Хәҙер Тәслимә лә, апайынан ҡурҡыуы баҫылып, һөйгәненең килеүен өҙөлөп көттө.
Бәхетенә күрә, Артурҙың законлы ҡатыны иренең йыш ҡына
өйҙә ҡунмауына иғтибар итмәне. “Теләгәнем алдымда, бер нәмәгә лә ҡытлыҡ кисермәйем... Эсеп йөрөмәй, йәберләмәй. Миңә тағы ни кәрәк? Тик наҙы ғына эләкмәй... Арып ҡайталыр инде. Йәнә лә бала тапмағанға ла асыуы киләлер. Бәхетем, Тәслимәһен онотто... Уныһы ла бер зәғиф, сатан ир ишаратын эйәләтә башлаған...” – тип уйлай ине.
Бер ваҡыт был хәбәр үҙенә килеп ишетелгәс, машинаһы менән ауылға йөрөгөләне. Үҙ күҙҙәре менән күргеһе килде ул һеңлеһенең һөйәрен. Бер көндө Тәслимәлә булып, сәй эсеп ҡайтырға сыҡҡанда ҡапҡанан килеп инде уныһы. Баш һелкеп һаулыҡ бирҙе лә, хужа кеүек, аласыҡҡа инеп юғалды...
Ҡото осоп, ни әйтергә лә белмәй тапанып торған һеңлеһенә: “Бындай маймылды ҡайҙан таптың?! – тип мыҫҡыллы көлдө лә, машинаһының ишеген шартлатып ябып, саң борлатып күҙҙән юғалды. Аяҡтары ҡурғашланып аҙым да яһай алмай, өнһөҙ ҡалған Тәслимәне парикһыҙ, яһалма мыйыҡһыҙ һәм таяҡһыҙ, маймыл түгел, иҫән-һау Артур артынан килеп ҡосаҡлап алды...
Иртәгеһенә эштән ҡайтҡан иренә: “Ауылға барғайным... Тәслимәнең һөйәрен күрҙем. Бер ялбыр сәсле, сатан, ҡурҡыныс әҙәм шунда. Нәҡ шимпанзе инде... Ауыҙ эсенән һаулашып, әллә нимә мығырланы ла, үҙендәге кеүек өйгә инеп китте. Әллә бомж инде, алама кейенгән, һаҫып тора. Ярай, эҙләгәнен тапҡан!” — тип һөйөнсөләне.
Ире күңеленән генә үҙенең хәйләкәр булыуына ғорурланып ҡуйҙы ла: “Нимә ҡарайһың шунда? Барып йөрөмә кәрәкмәгәнгә, әйҙә төңөлөп ҡатһын! Башҡаса уның исемен минең алдымда ауыҙыңа ла алма, ишеткем дә килмәй! – тигән булды.
* * *
Ғүмер бит ул торған һыу түгел, йылға кеүек, туҡтап тормай аға ла аға... Берәүҙе ике ҡатынға ир иткән туйҙан һуң байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Улар араһында яғымлы, иғтибарлы булырға тырышты Артур. Әлбиттә, бар күңелен ул ҡыҙына һәм уның әсәһенә бирҙе. Киләсәктә барыбер бергә булырбыҙ тигән өмөт менән ҡалала ике бүлмәле квартира ла һатып алып ғаиләһен күсерергә уйлағайны, Тәслимә ауылды ташлағыһы килмәне. Үҙен йәлләмәне ул, көнөнә бер нисә тапҡыр ферма юлын тапап, быҙауҙар ҡараны, унан ҡалған ваҡыты балаһына, аҙбар тулы мал-тыуарға китте. Ҡаты сиргә юлыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды Тәслимә.
Табиптар унда яман шеш һәм тағы ла, әйтһәң, телде һындырырлыҡ диагнозлы ауырыу таптылар. Был турала ул Артурына өндәшмәне... Хәҙер инде Тәслимә ҡалаға күсергә мәжбүр булды. Ни тиһәң дә, ҡыҙына балалар баҡсаһы, үҙенә еңелерәк эш һәм тейешле дауа алыу мөмкинлеге буласаҡ. Быға апайы сикһеҙ ҡыуанды, тик һеңлеһенең үҙенә яҡыныраҡ булғанына түгел. Ауылдағы өй бушауы булды, ул бөтә кәртә-ҡураһы менән ҙур хаҡҡа һатып та ебәрелде. Һеңлеһенә өлөш тә сығарманы Әҡлимә.
Киреһенсә: “Һин мине, мин һине белмәйбеҙ был яғына!” — тип былай ҙа буш араларҙы бөтөнләйгә өҙөп ҡуйҙы... Ваҡыт үтә торҙо, бәхетенән үҙен күктең етенсе ҡатында тойған Артур көн һайын тиерлек йәшерен ғаиләһендә булды. Ата бәхетенән рәхәтлек кисерә ине ул: ҡыҙын һөйләшергә, атларға өйрәтте. Ашнаҡсы булып эшләгән әсәһе балалар баҡсаһына һирәк, Артур алыҫ рейста булғанда ғына йөрөнө.
Сос, өлгөр ата иртүк машинаһы менән өй алдына килеп туҡтап, сигнал биреп, донъяла иң ҡәҙерле кешеләрен көтөп торор булды. Барына хушһынмаған Артур Тәслимәһенә ғаиләне арттырайыҡ, тип йөҙәтә башланы. Һөйгәне өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә риза булған ҡатын һүҙһеҙ риза булды. Тик гинеколог ҡына быға ҡаршы килде, ундай ауырыуҙар менән бала табыуы хәүефле булыуын киҫәтте. Ләкин Тәслимә үҙ һүҙендә торҙо, иренең күңелен ҡалдырғыһы килмәне. Артур Әҡлимәһенән сығып китергә булып, аңлашыу өсөн уңайын көттө. Тик уныһы: “Хәҙер аҡса күп, әйҙә ҡала ситенән урын алайыҡ та ҙур итеп өй һалайыҡ. Мал-тыуар тотоп, ҡош-ҡорт үҫтереп йәшәгем килә”, — тип ирен “тышаулап” ҡуйҙы. Быны көтмәгән Артур ҡойолоп төштө һәм уның теләген үтәмәйенсә, ташлап сығып китеү ирлек булмаҫ тигән уй менән үҙ хыялын тормошҡа ашырыуҙы кисектереп торорға булды...
Артур – Тәслимә (етемәктәр)
Ташлап сығып китә торған бисәһенә көс-тир түгеп, ваҡыт үткәреп өй эшләргә теләге юҡ ине Артурҙың. Әҡлимәнең ай-вайына ҡарамай, әҙер йорт һатып алырға күндерҙе.
Икәүләшеп иғландар буйынса йөрөп, кәртә-ҡураһы төҙөк, ҙур баҡсалы алты бүлмәле өй алдылар. Ул бик уңайлы ерҙә урынлашҡан: автобус туҡталышы ҡаршыла, баҙар, магазиндар ҙа алыҫ түгел. Сикһеҙ бәхетле ҡатын, һатып алынған донъяны бер аҙ ипкә килтереп, Яңы йыл байрамына ҡунаҡтар саҡырып өйҙө туйларға хыялланһа, Артуры икенсе тапҡыр атай булыуҙы түҙемһеҙлек менән көттө.
Тәслимә дауаханаға ятҡас, Артур уға көн һайын барып йөрөнө. Хәҙер элекке парик, мыйыҡ һәм таяҡтың кәрәге юҡ ине. “Алла бирһә, йылды ғаиләм менән ҡаршы аласаҡмын һәм яңы тормош башлаясаҡмын... Етте ҡасып-боҫоп йәшәргә!” — тип үҙ-үҙенә һүҙ биргәйне ул.
Иң башта Әҡлимә менән айырылышырға; Тәслимә менән ЗАГС-тан үтергә; балаларҙы үҙенә яҙҙырырға; әсәләрен эшләтмәҫкә, ике бала менән генә сикләнмәҫкә... Шундай хәтәр хыялдар менән йәшәне Артур. Ләкин “Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй” тиҙәр.
Тәслимә декабрь уртаһында бәпәйләне, бынамын тигән тос, теремек малай бүләк итте, әммә уларҙы сығарманылар, дауаханаға күсерҙеләр. Быны Артурға: “Әсәһенең хәле хөртөрәк, бер аҙна-ун көн ятһын әле. Тейешле дауа алһын, нығынһын,” — тип аңлаттылар.
Ул арала Артурҙы Костромаға ебәрҙеләр. Ошоға тиклем һәйбәт йөрөгән “КамАЗ”ы юлда онталып, командировкаһы оҙаҡҡа һуҙылды. Ҡайтып еткәс, уны өҫтәлдә Әҡлимә ҡалдырған яҙыу көтә ине. “Артур! Тәслимә үлеп ҡалған. Мин дауаханаға киттем, унан ауылға сығам. Аңламаған хайуанды кешеләрсә ерләргә кәрәк бит. Ни әйтәһең, бер туған һеңлем... Эшеңдән ял һора, балаларын дәүләткә бирәбеҙ инде”. Был ҡот осҡос хәбәрҙән һуң йөрәген һурып алдылармы ни Артурҙың: күҙ алдары ҡараңғыланды, аяҡтары мамыҡланып кәүҙәне сайҡаттылар, башта һәр төрлө уйҙар буталышып ҡайнашты. Кинәт уларҙың берәүһе генә – “Әҡлимә быны элекке көн яҙған... Тимәк, бөгөн ерләйҙәр... Өлгөрәмме, юҡмы” — күңелдәрҙе өшөтөп, эйәһен аңына килтерҙе. Йыуынып, өҫтөн дә алмаштырып торманы, ишеккә уҡталды ҙур ҡайғыға юлыҡҡан ир. Бәхеткә күрә, осраған беренсе таксист уның үтенесенә риза булды.
Ауылға еткәс, зыяратҡа туҡтап торманылар. Сөнки унда бер нисә ир генә ҡәбер ҡаҙа ине. Ҡайнағаһының йорто алдында байтаҡ халыҡ урамда көтә. Тимәк, йыназа намаҙы, доғалар уҡылып бөткән...
Кейәү кеше әҙәпте онотоп, улар менән һаулашып та тормай, тура йортҡа уҡтай атылды. Иҙән уртаһында ултырғыстарға ҡуйылған асыҡ табутта аҡҡа төрөлгән Тәслимәһе ята. Артур уны тирәләп ултырған әбейҙәргә лә иғтибар итмәй, баш кейемен систе лә мәйет янына тубыҡланды. Тыңлауһыҙ бармаҡтар ҡалтырана-ҡалтырана лафифәнең баш осондағы таҫмаһын сисеп мәрхүмәнең йөҙөн асты...
Тәслимә, әйтерһең дә, тәрән йоҡола... Элекке кеүек бына-бына күҙҙәрен асыр ҙа, йылмайып: “Килдеңме, ҡәҙерлем? Нисек йөрөп ҡайттың? Һағындырып ҡына киләһең дә тағы китәһең...” – тип муйындан ҡосаҡлап алыр, ә Артуры уны одеялы-ние менән күтәреп өйрөлтөп, күҙҙәренән үпкеләп, ирендәрен һурып, ҡолағына ҡытығын килтереп шыбырлап-өргөләп сәрелдәтер кеүек... Күҙҙәренә ышанғыһы килмәне Артурҙың, ул усы менән мәрхүмәнең сәстәренән, сикәләренән һыйпаны: элекке йомшаҡ, йылы яңаҡтар ҡаты һәм һалҡындар, алһыу ирендәр ҡара күкһел төҫтә, таҙа маңлайҙа тәрән йыйырсыҡтар...
— Кейәү, йыуылғандан һуң мәйеттең йөҙөн асыҡ тоторға ярамай, — тип әбейҙәрҙең ҡайһыһылыр өндәшкәйне, Артур ғәфү үтенеп сығып китте. Артынан эйәреп сыҡҡан Әҡлимә менән һөйләшеп тә торманы, машинаның асҡысын һорап алды ла, йыйылған туғандарын аптырауға ҡалдырып, “Жигули”һына ултырып, ен кеүек артынан аҡ саң борлатып ҡапҡа эсенән сығып китте. Оло юлға төшкәс, Артур машинаһының тиҙлеген яйлатып, етем бала саҡтағы кеүек әсе күҙ йәштәренә ирек бирҙе...
Әҡлимә кис кенә ҡайтып инде. Иренең иҫерек булыуына, ауылда ташлап ҡайтып китеүенә бәйләнеп торманы. Сисенеп ташланы ла аш-һыу яраштырырға тотондо, уның араһында үҙ хәбәрен һөйләне лә һөйләне...
— Уф, арыттырҙы, ике көн, ике төн һаман аяҡ өҫтөндә... Бер юлы өсөн, етеһен уҡытып ҡайттым, байтаҡ аҡса түгелде инде. Ярай, ауыр тупрағы еңел булһын, күҙ көйөгө булып йөрөй ине шунда... Артын һәрмәп ҡарамай, тағы ла малай табып ятҡан булған, хәстрүш... Эргәһенә, көн һайын тиерлек бер ирекәй килеп йөрөгән, теге баланың атаһылыр инде. Бының хәле мөшкөлләнгәс, уныһы ла юҡ булған.
Опеканыҡыларҙы саҡырттым, балаларға документтарҙы тиҙ арала әҙерләрбеҙ, яҙмыштарын хәл итербеҙ, тип ышандырҙылар. Күрше әбейгә ҡалдырып киткән ҡыҙын спецприемниккә биреп ебәрҙем. Тәнзиләһенә дүрт йәш тә булып киткән икән. Эй, ғүмерҙең үткәне... Малайын имсәк балалар йортона алып киттеләр.
Мин Тәслимәне кешелә йәшәй, тик уйлаһам, уның үҙенең квартираһы булған икән. Нотариустан белештем, алты айҙан һуң үҙемә яҙҙырам, алла бирһә. Һатып ебәрәмме, квартиранттар индерәмме – күҙ күрер... Өйөндә байтаҡ ҡына мөлкәт туплаған, күп нәмә импорттыҡы, кейем-һалымына хәтлем. Буйтым ғына йәшәп ятҡан апайың! Әйткәндәй, стенала һинең ҙурайтылған фотоң эленеп тора ине. Ух, йәнем көйҙө, һаман һиңә өмөт иткән булған икән, бисура...
Өндәшмәй генә тыңланы Артур бер туҡтауһыҙ ләпелдәгән ҡатынын. Тулыланып, һаман йәш сағындағы матурлығын юғалтмаған Әҡлимәһе уға убырлы ҡарсыҡ булып күренде. Тыңлаған һайын уға ҡарата нәфрәт уты көсәйҙе, түҙемлеге бөтөп, шартларҙай хәлгә етте ир. Өҫтәл артына ашарға ултырғас та, Әҡлимә һөйләүенән туҡтаманы.
Кинәт Артур ҡалағын өҫтәлгә бәрҙе лә һикереп тороп үҙенә хас булмаған тауыш менән: “Хәҙер мине тыңла, ҡәбәхәт! Һин генә минең тормошто ағыуланың, алйот булғанмын һиңә өйләнеп! Белгәнең аҡса ла, биҙәнгестәр, хатта бала табырға ла эшкинмәйһең! Ана, һеңлең ауырыу булһа ла икәүҙе тапҡан! Уларҙы тапшырып ҡайһылай шәп эшләгәнһең! Тәк, иртәнән башлап бар эшеңде онотоп, балаларҙы үҙебеҙгә алып ҡайтасаҡһың! Әгәр быны эшләмәһәң, күрмәкәйеңде күрһәтермен мин һиңә, ҡыһыр һыйыр! Ух, нисек күрә алмайым мин һине, май мискәһе! Йөрәгең юҡтыр ул, әллә урынына таш киҫәге! Мин командировканан ҡайтыуыма балалар өйҙә булһын... Юғиһә айырам үҙеңде, бала тапҡан ҡатын алырмын әле. Һинең менән донъя шатлығын күрмәй йәшәгем килмәй!” — тип ҡыҙҙы ла китте.
Әлегә тиклем ауыр һүҙ ишетмәгән, иренең ундай нәфрәт тулы күҙҙәрен күрмәгән ҡатын ҡойолоп төштө, яуапҡа бер нимә лә әйтә алманы. Әйтерен әйтеп бөткән ире сайҡала-сайҡала йоҡо бүлмәһенә инеп юғалды...
Был юлы Екатеринбург ҡалаһына ебәрелгән Артур тейешле йөктө тейәп алғас, башҡалар ыңғайына ялға туҡтаманы, ҡайтырға сыҡты. ГАИ постарындағы инспекторҙар трассала яңғыҙ елгән “КамАЗ”ды туҡтатып, шоферын көслө буранда йөрөмәүең хәйерлерәк, тип киҫәтһәләр ҙә, уныһы тыңламаны. “Балаларым бәхетенә ҡайтып етермен әле...” — тип үҙ-үҙен тынысландырҙы.
Ысынлап та, юлда көрт һалған урындар байтаҡ осраны, ләкин машина уларҙы бер тотҡарлыҡһыҙ үтте. Төн уртаһы уҙғас ҡына өйҙә булды Артур, Әҡлимәһе йоҡламаған ине әле. Балаларҙың өлкәнен генә алып ҡайттым, икенсеһенә өлгөрә алманым, иртәгегә ҡалды инде тигәс, бәйләнеп торманы. Бер нимә белмәй йоҡлаған ҡыҙы янында бер аҙ ултырҙы ла янындағы диванға йығылды.
Иртәгеһенә Әҡлимә ире уянмаҫ үк сығып тайҙы. Ошоға тиклем ғәмһеҙ йәшәп килгән ҡатын күңелендә ҡурҡыу тойғолары уянды. Артурһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай ине ул. Шуның өсөн генә уның талаптарына күнергә тура килде. Ләкин күңелендә быға һис риза булмаған ҡатын мәкерен ташламаны. “Тыумаларҙың миңә ни кәрәге бар... Боронғолар әйтмешләй, етем быҙау аҫраһаң, ауыҙ-мороноң май булыр, етем бала көтһәң, ауыҙ-мороноң ҡан булыр. Тамуҡҡа ингере, ҡалдырып киттең бит, Тәслимә, миңә бәләләреңде... Ярай инде ҡыҙыңды алғас та. Үҙемә ярҙамсы булыр, исмаһам. Мал-тыуарҙы ҡарар, йәшелсә үҫтерешер. Ашағанын, кейенгәнен ҡапларға эшкинер. Ә ир бала кәрәкмәй... Етмәһә сеп-сей, уның һаҫыҡ йүргәктәрен әйләнгән һайын йыуып бысранаһым юҡ инде. Тик бына Артурҙы нисек алдарға?” — тип баш ватты ул.
Артур кемдер ҡолағынан, танауынан тартҡылағанға күҙҙәрен асһа, янында ҡыҙы баҫып тора. Атаһының уянғанына ҡыуанып: “Әттә, әттә... Әсәйем ҡайҙа ул? Ниңә һаман ҡайтмай... Әттә, тор... әйҙә урамға сығайыҡ”, – тип тәтелдәне. Яуапҡа ни әйтергә лә белмәгән ата уны ҡосаҡлап алды ла арҡаһынан һөйҙө. “Мин һиңә әйттем дә, ул алыҫҡа киткән, һиңә самокат алып ҡайта... Ә һин әлегә ошонда йәшәп торорһоң, йәме,” — тигән булды.
Унан йыуынып алғас, икәүләшеп сәй эстеләр ҙә кейенеп урамға сыҡтылар. Артур баланы туп-тура зоопаркка алып китте. Ғүмерендә тәүге тапҡыр ғәзиз балаһы менән кешеләр араһына сыҡҡан ир әлегә таныш булмаған ҡәнәғәтлелек, ғорурлыҡ тойғоларын, ата бәхетен кисерә ине. Уға бөтәһе лә ҡарайҙар, көнләшәләр кеүек тойолдо... Зоопарктан сыҡҡас, бала һис ҡайтырға ашыҡманы. Атаһын етәкләп, һөйрәлеп килде, уныһын-быныһын һораны, төпсөндө. Ҡыҙының ыңғайына атаһы ла мауығып китте шикелле, һис тә ҡайтырға уйламаны.
Күңелле йөрөнөләр, ләкин ҡышын көн ҡыҫҡа бит, ҡараңғы төшә башланы. Бала ла арыны шикелле, һорауҙар яуҙырыуын туҡтатты: “Әттә, ҡайтҡым килә... Әйҙә, үҙебеҙҙең өйгә барайыҡ... Бәлки, әсәйем ҡайтҡандыр инде,” — тип атаһының яралы йөрәгенә тоҙ һипте. Автобусҡа ултырғас, улар һөйләшмәне, йомолоп ҡалдылар һәм уйҙар диңгеҙенә сумдылар. Уларҙың күңелдәрендә берәү ине: бала өҙөлөп әсәһен һағынһа, атаһы мәңгегә ташлап киткән донъялағы иң ҡәҙерле кешеһен юҡһынды.
(АҘАҒЫ БАР).
Фото: k-chemu-snitza.ru