Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Декабрь 2021, 10:45

Күренекле әҙибәнең иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.

Күренекле әҙибәнең иҫтәлеге мәңгеләштерелдеКүренекле әҙибәнең иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Күренекле әҙибәнең иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Бөгөн Өфөнөң Революцион урамдағы 66-сы йорт бинаһына тағы бер таҡтаташ өҫтәлде. Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева иҫтәлегенә ҡуйылды ул.

Ҡарлап-буранлап тороуға ҡарамай, күренекле әҙибәнең яҡты иҫтәлеге алдында баш эйергә бихисап халыҡ йыйылды. Улар араһында ҡәләмдәштәре, коллегалары, ижадын үҙ итеүселәр, күренекле шағирәнең яҡташтары – Бүздәк районы вәкилдәре, шулай уҡ рәсми вәкилдәр ҙә бар ине.

“Факиһа Туғыҙбаева ижады иң беренсе тотошлай беҙҙең республикабыҙға, башҡорт мәҙәниәтенә өр-яңы юлдарҙың береһе – кескәй балалар өсөн “Аҡбуҙат” журналының әсәһе булып тарихҡа яҙылды. Был – берҙән, – тип һүҙ башланы республиканың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев. – Икенсенән, ул башҡорт шағирәләре араһында тәүгеләрҙән булып лиро-эпик жанрҙы, йәғни поэманы бик киң ҡоласлы итеп оло әҙәбиәт юлына сығарҙы. Өсөнсөһө – халҡыбыҙ тип, милләтебеҙ тип янып-көйөп йәшәне һәм халыҡ өсөн һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта булды, үҙ ҡәләме менән ярҙам иткән шәхестәрҙең береһе ине. Уның ижады менән туған телебеҙҙә, башҡа телдәрҙә таныш булған меңәрләгән-меңәрләгән уҡыусылар бар. Факиһа апайҙың ижады һәр ваҡыт йәшәр, киләсәккә лә оҙата барыр тип ышанам”, – тине ул.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай Факиһа Туғыҙбаева хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашып, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды, шағирәнең ижадындағы мөһим мәлдәргә иғтибарҙы йүнәлтте. “1968 йылда Факиһаның беренсе йыйынтығын тикшереүҙә ҡатнашҡайным, – тип хәтерләне ул. – Шунан алып уның бөтә ижад юлы минең күҙ алдымда үтте. Ул әҙәбиәтебеҙгә, шиғриәтебеҙгә мифик зат, халыҡ ижадынан булған Һомай образын алып килде. Бәлки, уға тиклем дә булғандарҙыр, ләкин шундай ҙур, киң планда, тарихи тәрәнлектә ул “Ҡаңным – Һомайғоштоң ҡәлғәһе” тигән дастанын яҙҙы”, – тип билдәләне халыҡ шағиры.

“Бөгөн беҙҙең ғаилә өсөн ҙур ваҡиға – әсәйем иҫтәлегенә таҡтаташ астыҡ. Ошо йортта ул ғүмеренең ҙур өлөшөн йәшәне, ижад итте. Бында уның данлы ҡәләмдәштәре лә килә торғайны: Мостай Кәрим, Абдулхаҡ Игебаев, Назар Нәжми һәм башҡа ижадташтары”, – тип хәтирәләргә бирелде әҙибәнең ҡыҙы, балалар әҙәбиәте өлкәһендә уның ижади ғүмерен дауам иткән Зөлфиә Күскилдина. Ул сараны ойошторорға ярҙам иткән Мәҙәниәт министрлығына, Яҙыусылар союзына, баш ҡаланың Совет районы хакимиәтенә, шағирәнең ижадын яратып, уны хәтерләргә килгән бөтә кешеләргә лә рәхмәт һүҙен еткерҙе. “Әсәйем тураһында иҫтәлек уның ижад емештәрендә, беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәр”, – тип тамамланы ул сығышын.

Күренекле шағирә иҫтәлеген хөрмәтләү билдәһе булып, таҡтаташ алды сәскәләр менән тулды. Халҡының ошо ихлас ынтылышы, һис шикһеҙ, Факиһа апайҙың рухын ҙур шатлыҡҡа сорнағандыр.

Айрат Нурмөхәмәтов һәм автор фотолары.

Күренекле әҙибәнең иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Күренекле әҙибәнең иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Күренекле әҙибәнең иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Күренекле әҙибәнең иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Күренекле әҙибәнең иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Күренекле әҙибәнең иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас