Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Декабрь 2021, 15:00

“Төньяҡ амурҙары” ҡасан экранға сығыр?

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙҙы.

“Төньяҡ амурҙары” ҡасан экранға сығыр?“Төньяҡ амурҙары” ҡасан экранға сығыр?
“Төньяҡ амурҙары” ҡасан экранға сығыр?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә беҙҙә төшөрөләсәк “Төньяҡ амурҙары” йәнһүрәте тураһында хәбәр итте.

“Республикабыҙҙа иҫ киткес талантлы режиссерҙар һәм артистар бар. “Беренсе республика”, “Өс таған”, “Һеңлекәш”, “Өфөнән һөйөү менән”, “Йыл ғаиләһе” – Башҡортостан режиссерҙарының ошо һәм башҡа фильмдарын үҙебеҙҙең тамашасылар яратып ҡараны, хәҙер улар Рәсәй прокатында ла киң таратыла.

Бөгөн режиссерҙар менән киләсәккә уй-ниәттәр тураһында һөйләштек. Бер сер асам: беҙ “Муха” студияһы менән “Төньяҡ амурҙары” тип аталған тулы метражлы йәнһүрәт төшөрөү тураһында килештек. Был тарих Ғәбит, Йомағужа, Ҡылысбай, Исхан һәм Усман исемле батырҙарҙан башлана. Ер шарының улар йәшәгән ожмахҡа тиң мөйөшө менән танышасаҡбыҙ, бергә шведтарға ҡаршы яуға барасаҡбыҙ. Артабан уларҙың балалары, ейәндәре, бүләләре француздарҙы һәм Гитлерҙы ҡыйратасаҡ. Йәнһүрәт геройҙарының тормошо, уларҙың яҙмышы, йәнтөйәгебеҙҙең тарихы кеүек үк, бик ҡыҙыҡлы итеп бирелгән.

Авторҙарҙың ризалығы менән “Төньяҡ амурҙары” йәнһүрәтенең тизерын тәҡдим итәм. Ә тулы вариантта уны 2022 йылдың октябрендә ҡарай аласаҡбыҙ.

Барығыҙға ла һаулыҡ һәм уңыштар теләйем.

Һеҙ ижад итегеҙ, ә беҙҙең бурыс – уңайлы шарттар булдырыу”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Яңы йәнһүрәттең бер өлөшө менән һеҙ ҙә таныша алаһығыҙ.

Видео һәм сығанаҡ: vk.com/wall413272232_738782

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас