Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Декабрь 2021, 08:17

“Башҡорт Агния Бартоһы”

Уның шиғырҙарын көтөп ала инем.

“Мин Хоҙайҙан бер йыл ғына ғүмер һорайым, – тине Фәүзиә апай бер заман. – Һәм ул бер йыл ғүмерҙең мин бер генә минутын да тиккә үткәрмәҫ, бары тик шиғриәткә арнар инем”. Бөтә ғүмерен балалар әҙәбиәтенә, сабыйҙарға бағышлаған шағирәгә, ысынлап та, Аллаһы Тәғәлә тағы бер йыл ғүмер бирҙе. Нисек илһамланып ижад итте ул! Көн һайын, рухланып, хисләнеп яңы шиғырҙар яҙҙы. Күңеленән урғып-ҡайнап өр-яңы һулышлы, тәрәндән шытып сыҡҡан ғәжәйеп гөлдәр шикелле, гүзәл һәм тетрәндергес әҫәрҙәр тыуҙы.

Ул шиғырҙарҙы мин көтөп ала инем. Беҙҙе Фәүзиә апай менән ҙур дуҫлыҡ тойғоһо бәйләне. Ул кәңәшсем дә, күңелемдәге шиктәрҙе юйыусы ла, кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсем дә булды. Мин килеүгә, ғәҙәттәгесә, тәҙрә төбөндә бидонда әсеп кенә ултырған ҡоймағын табаға ҡоя һалып ебәрә. Уның яңы шиғырҙарын ишетергә дәртләнеп килһәм дә, шым ғына көтәм ул мөғжизәүи мәлде. Башта хәл-әхүәл белешеп алабыҙ, радионан уның сценарийы буйынса үткән “Әхирәттәр” тапшырыуын тыңлап, фекер алышабыҙ. Шунан ул үҙенең нисәмә китабына ғүмер биргән (Фәүзиә Рәхимғолованың  ул саҡта балалар өсөн 30 китабы Башҡортостан китап нәшриәтендә донъя күргәйне!) “эш өҫтәле”нә  барып ултыра ла ҡағыҙҙарын барлай.

Ә “эш өҫтәле” тигәнең нимә һуң? Тәүге тапҡыр уны күргәндә бер аҙ баҙап та ҡалғайным мин. Башҡортостан телевидениеһында эшләп йөрөгән сағым. Фәүзиә апайҙың 75 йәшлек юбилейына “Таң һыуы” тигән видеофильм төшөрөү хәстәре менән йөрөп ятам. Әлбиттә, йола буйынса, фатирында яҡтылыҡ ҡуйып, яҙыусының эш өҫтәле артында ижад иткән мәлен төшөрөргә булдыҡ. Әммә Фәүзиә апай, йылдам ғына хәрәкәттәр менән, теген машинаһы өҫтәле янында урын алды.

– Бына, минең эш өҫтәлем ошо инде!

Беҙҙең ай-вайға ҡарамай, ул зауыҡлы бәләкәй эскәтер менән ябылған ошо “өҫтәл”ендә яҙышып фильмға төштө. Шул ваҡытта мин әҙибәнең ғәжәп үҙенсәлекле кеше булғанын, һайлаған юлынан тайпылмаҫ, көслө шәхес, балаларса ихлас әҙибә икәнлеген аңланым. Уның өйөнә килеп ингән һәр кеше Ағиҙел йылғаһы буйындағы матур тәбиғәт ҡосағына сума ине. Ни өсөн тиһегеҙме? Стеналарҙа ҡәҙимге обойҙар түгел, ә ысын рәссам ҡылҡәләме төшөргән ҙур һүрәт. Тәҙрә рамдары аҡҡа түгел, ә көрән төҫкә буялғайны. Хәҙерге ваҡытта байҙар ғына бындай интерьерҙы үҙенә рөхсәт итһә, Фәүзиә апай көнкүрештә ошондай ҡыйыу алымдарҙы ул саҡта уҡ еңел ҡуллана ине.

Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫә шағирә. Өфөлә юғары белем ала. Шул саҡта уҡ ижад юлына аяҡ баҫа. Улар Назар Нәжми, Кәтибә Кинйәбулатова менән бер ваҡытта уҡый, ижади мөхиттә ҡайнай. Фәүзиә, етем үҫкәнгәме, бик тыйнаҡ, өндәшмәҫ була. Назарҙың сәнскеле шаяртыуҙарына ла йыш ҡына түҙергә тура килә ҡыҙға. Ә Кәтибә инде ҡыйыу ҙа, сибәр ҙә. Ошо дуҫлыҡ тураһында Назар Нәжми, күп йылдар үткәс, “Фәүзиәгә” тигән бик фәһемле шиғыр яҙа.

Заманында һеҙ бит Кәти менән

Ике генә бөртөк инегеҙ, –

тип халыҡ шағиры Фәүзиә Рәхимғоловаға, башҡорт әҙәбиәтендәге тәүге балалар шағирәһенә, оло ихтирамын, уның ижадын ололоҡлауын белгертә.

Тыуған районының Ишәй ауылында уҡытыусы булып эшләй, балалар тәрбиәләй Фәүзиә апай. Тик әҙәбиәт уны оло юлға саҡыра, Өфөгә килеп, башкөллө ижадҡа сума. “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тәүге редакция хеҙмәткәрҙәренең береһе була. Атаҡлы ҡәләм оҫтаһы Рәми Ғарипов менән иңгә-иң терәп эшләй. Бер ҡыҙыҡ ваҡиғаны гел иҫләй ине Фәүзиә апай. Ул бер тапҡыр Рәмиҙән һорап ҡуйған:

– Рәми, ә ниңә шиғырҙарыңды бөтә гәзит-журналдарға ла илтеп бирмәйһең?

– Уларҙы ҡарап, шәлкем итеп төҙөп, үҙе бер әҫәр һымаҡ итеп ойоштораһы бар шул, апай. Ваҡытым етмәй, – тигән яуап була Рәмиҙән.

– Әллә, мин шәлкем итеп төҙөп, уйлап тормайым ул, илтәм дә бирәм, үҙҙәре ҡарап, һайлап, ойоштороп бирә ул!

Рәми, көлөмһөрәп:

– Апай, һин йәш бит әле, – тигән...

Фәүзиә апай, был хәлде иҫләп, шундай һығымтаға килә ине: “Баҡтиһәң, Рәми ижади йәште әйткән икән. Уның ижади йәше минекенән күпкә олораҡ ине шул”.

“Мин илле йәшкә тиклем һөйләшмәнем. Иллем тулғас ҡына, телем асылды”, – ти ине ул, әллә шаяртып, әллә ысынлап. Апайҙың был һүҙенә көлөп ҡараһам да, хәҙер уның хаҡлы булыуын күрәм. Ысынлап та, башҡорт ҡатыны ауыҙ күтәреп, ирҙәрҙән үтеп, нимәлер раҫлап, ҡысҡырып һөйләп йөрөһә, сәйер тойолор ине бит! Халыҡ тәрбиәһе шулай ҡушҡан уға. Ә инде илле йәштән һуң, бала-сағаһы үҫеп буй еткергәс, ҡатын-ҡыҙ, йөрәгендә ере, теле өсөн дау йөрөтһә, ил инәһенә әйләнә. Шунһыҙ булыуы ла мөмкин түгел!

Тел осонда йөрөгән әйтемдәр, мәҡәлдәр, йөрәк түрендә һаҡланған доғалар, тормош тәжрибәһе – бөтәһе бергә һинең телмәреңә көс, кәр бирә, инде тел шишмәң урғылып аға, һис бер кәртәгә ҡарамай, абынмай. Бының шулай икәненә күп тапҡыр шаһит булдым. Фәүзиә апай менән балалар алдында ла, яҡташтар янында ла, юлда ла бергә йөрөргә тура килде. Кешеләрҙең уға тартылыуы, уның ихлас иғтибарлылығы һәр ваҡыт һоҡландырҙы.

Иҫемдә, Фәүзиә апайҙың 60 йәше Актерҙар йортонда шаулап-гөрләп уҙғайны. Кисә тамамланыр алдынан Фәүзиә апай телмәр тотто. Ихласлыҡ, халҡына сикһеҙ һөйөү, кешеләрҙе яратыу, тормошҡа оло рәхмәт тойғоһо менән һуғарылғайны ул телмәр. Шығырым тулы зал Әҙибәне аяғүрә баҫып, оҙаҡ-оҙаҡ алҡышланы. Ундай оҙайлы, дәртле, йылмайыулы, күтәренке алҡыштарҙы минең башҡа бер ваҡытта ла күргәнем булманы. Яҡташым, уникаль шәхес, “башҡорт Агния Бартоһы” тип йөрөтөлгән ғәйәт талантлы шағирәнең мин шул ваҡытта бик бәхетле кеше булыуын аңланым.

Бындай бәхетте бер ниндәй атаҡлы исем дә, премия ла бирмәйҙер ул. Ижад бәхете ана шул үҙе булалыр ҙа инде.

 

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.

“Тотоношҡас ҡулға-ҡул…”

“Әйлән-бәйлән”

 

Тотоношҡас ҡулға-ҡул,

Килде сыҡты түңәрәк.

Әйлән-бәйлән,

             Әйлән-бәйлән…

Килде сыҡты түңәрәк.

Түңәрәктә беҙ күмәк,

Һигеҙ ҡыҙ, һигеҙ малай.

Әйлән-бәйлән,

             Әйлән-бәйлән…

Һигеҙ ҡыҙ, һигеҙ малай.

Ҡыҙыҡайҙар тыҡ-тыҡ-тыҡ,

Малайҙар ҙа тыҡ-тыҡ-тыҡ…

Әйлән-бәйлән,

              Әйлән-бәйлән...

Тыҡы-тыҡы, тыҡ-тыҡ-тыҡ…

Бейейбеҙ ҙә йырлайбыҙ:

Әл-лә, лил-лә, лил-лә-лә…

Әйлән-бәйлән,

              Әйлән-бәйлән,

Әл-лә, лил-лә, лил-лә-лә…

Ысҡындырғас ҡулдарҙы,

Ҡалманы бер ниндәй йәм.

Ҡайҙа һин, әйлән-бәйлән?!

Ҡайҙа һин, әйлән-бәйлән?!

Ҡулдар, ҡулдар-сылбырҙар,

Йә, тағы күрешегеҙ!

Әйлән-бәйлән, әйлән-бәйлән…

Тиҙ бейергә төшөгөҙ!

 

Мин бында!

 

Ағастар ҙа, юлдар ҙа –

Бөтә ер ҙә аҡ ҡына.

Аҡ тун кейгән Юлайҙы

Күреп ҡалдыҡ саҡ ҡына.

Эҙләйбеҙ ҙә эҙләйбеҙ,

Табылмай Юлай бер ҙә.

Ярай әле ул үҙе

Килде ярҙамға беҙгә:

Бына бит мин, бына бит!

Йә, ҡара, кил дә, ти ул.

Гел ошо ергә генә

Ҡасырмын көн дә, ти ул.

 

Яңы күлдәк

 

Ниңә Гөлсөм пальтоһының

Төймәләрен элмәгән?

Әллә инде бөгөн көндөң

Һалҡынлығын белмәгән?

Ҡарағыҙ әле – уның бит

Яңы күлдәк өҫтөндә!

Пальтоһын элмәй йөрөй ул

Бөгөн шуның өсөн дә.

 

Әсәйемде яратам

 

Әсәйемде яратам,

Тыңламайса тормайым.

Байрам көндө мин уға

Матур йырҙар йырлайым!

Иламайым, илағым

Килһә лә ҡайһы саҡта.

Әсәй илай тиме ни?!

Мин бит әсәй ҡурсаҡҡа!

 

Рәссам

 

Һүрәтемдә бейек тау –

Күгәреп ятҡан күк Урал.

Ярһыу һыбайлы ул мин –

Шайморатов генерал!

 

Зоопаркта

 

Ҡайҙа юғалды ҡапыл

Көнгөрәнең балаһы?!

Их, нисек шул шаянды

Тиҙерәк табып алаһы!

Уның ҡайҙа ҡасҡанын

Белмәй шул бер кеше лә.

Ингән дә киткән бит ул

Йылы моҡсай эсенә.

Теләйһеңме күстәнәс:

Сәксәк, кәнфит йә шәкәр?

Башын ғына сығарып,

Эйәк ҡаға хәйләкәр!

 

Ағай менән һеңлеһе

 

Беҙҙең Зәйтүнә

Бик кескәй әле.

Үҙе тотоп та

Һөт эсмәй әле.

Үрелгән була

Тәтәйгә таба.

Бирһәң, ауыҙына

Ала ла ҡаба.

Бик матур башлыҡ

Алғайныҡ яңы.

Уны ла ҡапты

Ауыҙына тағы.

Биш йәшлек Ғәли,

Ултырып йәнәш,

Зәйтүнәһенә

Бирҙе бер кәңәш:

“Башлыҡты, һеңлем,

Кей һин башҡа, – ти. –

Бер ни эшләмә

Минән башҡа”, – ти.

 

Һәр кем эштә

 

Әсәһе күлдәк тегә,

Гәзит уҡый атаһы.

Өләсәһе ойоҡ бәйләй,

Дәрес ҡарай ағаһы.

Һөтөн эсеп бөтөргәс,

Бесәй ялай туҫтағын.

Мәрйәмдең дә бар эше –

Ул бәүетә ҡурсағын.

 

Гөлйемеш

 

Баҡсабыҙҙа гөлйемеш

Балҡып сәскә ата гел.

Бигерәк ҡыҙыҡ ағас ул:

Үҙе емеш, үҙе гөл.

 

Күбәләк

 

Күбәләк-елбәҙәк,

Һиңә ниндәй гөл кәрәк?

Төҫөң һылыу, күк икән,

Ҡуныр сәскәң күп икән!

 

Дегәнәк

 

– Итәгемә ник йәбештең,

Илгәҙәк?

– Йәбешмәһәм, буламмы мин

Дегәнәк?!

Тутыйғош

 

Тутыйғош, тутыйғош,

Аҡыллы ҡош, аҫыл ҡош,

Минең исемемде лә

Белгән һүҙҙәреңә ҡуш!

 

Вариант

 

Ултыра улар партала

Хәмит менән икеһе.

Гөлсөм – беренсе вариант,

Хәмит була икенсе.

Күсерә торған ғәҙәте

Бар Хәмиттең, сер түгел;

Күсерер ине хисапты,

Варианттар бер түгел.

Уҡытыусы “ике” ҡуя,

Тормай бер ҙә ҡыҙғанып,

Дәрес ҡарай бөгөн Хәмит,

Шуға еңен һыҙғанып.

Ана, йылмая Гөлсөм дә,

Уға бик ҡыҙыҡ төҫлө, –

Эшкә ҡушты Хәмитте лә,

“Вариант” ниндәй көслө!

 

***

Наҙан кеше, ти өләсәй,

Тиң булалыр һуҡырға.

Һуҡыр булғым килмәй минең,

Китәм быйыл уҡырға!

 

(1997 йылда баҫылған “Бала саҡ илендә” китабына ингән шиғырҙарынан).

Фәүзиә РӘХИМҒОЛОВА

Читайте нас