Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Декабрь 2021, 15:00

Гүзәл Уразоваға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

"Ҡыҙыбыҙ Эллари 11-се класты тамамлап, юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә. Ләкин..."

Гүзәл Уразоваға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?Гүзәл Уразоваға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
Гүзәл Уразоваға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

Йырлы-моңло ғаиләләрҙең береһе - Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимов, билдәле булыуынса, дүрт бала үҫтерә. Ошо уҡыу йылында уларҙың өлкән ҡыҙҙары Эллари мәктәпте тамамлай. Ҡыҙҙарының киләсәге өсөн борсолоп, йырсы социаль селтәрҙә дуҫтарынан ярҙам һораған.

"Эллари 11-се класты тамамлап, юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә. Ләкин был үҙгәреүсән донъяла киләсәктә перспективалы булырлыҡ һәм күңелгә ятышлы һөнәрҙе һайлауы ла ауырлаша. Әлегә үҙе лә, беҙ ҙә ҡайҙа барырға икәнлеген аныҡ ҡына белмәйбеҙ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: бөгөн-иртәгә, киләсәктә ниндәй һөнәр эйәләренә ихтыяж ҙур буласаҡ? Ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?" - тип һораған Гүзәл Уразова.

Инстаграмдағы дуҫтары психолог, юрист, теш һәм балалар табибы, уҡытыусы һөнәрҙәрен кәңәш иткән. "Йөрәге менән һайлаһын, күңеле ҡайҙа теләй - шунда барһын" тигәндәр ҙә бар.

Ә һеҙ ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

Фото: Гүзәл Уразованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас