Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Декабрь 2021, 07:41

Ҡыҙыҡлы башланғыстар хуплана

Айрат Нурмөхәмәтов.Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Ошо көндәрҙә Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында, Ата-әсәләрҙең республика форумы һәм Башҡорт тарихы йылы йомғаҡтарын билдәләүгә арналған тантаналы сара булды. Үҙ эсенә бер нисә мөһим йүнәлеште алған йыйын башҡорт ырыуҙары парадынан һәм “Туған телдең көсө” фильмын ҡарауҙан башланды.

Милләтебеҙҙе туплаусы ҡеүәтле көс

 

Пленар өлөштө “Башҡорттоң шанлы тарихы дисциплина-ара тикшеренеүҙәр менән бәйләнештә” тип аталған фәнни сессия дауам итте, унда Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары, район-ҡала ҡоролтайҙары рәйестәре ҡатнашты.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Башҡорт тарихы йылының төп үҙенсәлектәрен һәм мөһим мәлдәрен билдәләне.

– Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен үҫтереп, беҙ тәүге сиратта уның берләштереүсе сифатына таянабыҙ, сөнки ул – милләтебеҙҙе туплаусы ҡеүәтле көс. Мәғлүм булыуынса, башҡорт халҡының иллегә яҡын ырыуы бар. Беҙгә уларҙың үҙенсәлектәрен, тарихын өйрәнәһе лә өйрәнәһе. Быйыл 22 ырыу йыйыны уҙғарылды. Беҙ тап төрлөлөк, шул иҫәптән диалекттар менән дә көслө. Республиканың нигеҙе – уның халыҡтары тарихында, башҡорт халҡы тарихында, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Һис шикһеҙ, Башҡорт тарихы йылы сағыу ваҡиғаларға бай булды, ошо ваҡыт арауығында бихисап ҙур проекттар тормошҡа ашырылды, бик күп мөһим саралар үтте. Башҡорт ырыуҙары йыйындары, башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә башҡорт тарихы һәм мәҙәниәте көндәре, тарихи шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән төрлө төбәктәрҙә иҫтәлекле таҡтаташтар, бюстар асыу, “Шайморатов вариҫ­тары проекты”на ярашлы легендар 112-се Башҡорт кавалерия диви­зия­һы яугирҙәре иҫтәлеген мәң­геләштереү һәм башҡа ваҡиғалар – уларҙың барыһы ла ошо йылды билдәләгән, тарихыбыҙға инеп ҡалған саралар булды.

Сара барышында Башҡорт тарихы йылы һөҙөмтәләре буйынса, мөһим сараларҙы ойоштороуҙа, үткәреүҙә, яҡтыртыуҙа әүҙем эшмәкәрлек күрһәткәне, башҡорт халҡының шанлы тарихын һәм рухи тамырҙарын тергеҙеүгә, өйрәнеүгә индергән ҙур өлөшө өсөн алдынғы райондар, ҡоролтайҙар билдәләнде, йәмәғәтселәргә, тарихсыларға, журналистарға, Википедия төҙөүселәргә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты хеҙмәткәрҙәренә маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары, юғары наградалар тапшырылды.

 

“Донъяуи кафе”ла – тел мәсьәләләре

 

Форумға иһә республиканың район һәм ҡалаларынан ата-әсәләр комитеттары ағзалары килгәйне. Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова, сараны асып, Башҡортостанда туған телде өйрәнеү, уҡытыу, һаҡлау мәсьәләләренә ҡағылышлы төплө сығыш яһаны.

– Бөтә донъя башҡорттары ҡо­рол­тайы эргәһендә ойошторолған Ата-әсәләр комиссияһы дүрт йылға яҡын эшләп килә. Ошо арауыҡта күп эш башҡарылды. Республи­каның ҡала һәм район үҙәктәрендә ата-әсәләр менән осрашыуҙар, кәңәшмәләр үткәрҙек, пробле­маларҙы уртаға һалып тикшерҙек. Пандемия осоронда зум-конференциялар ойошторолдо, башҡорт телен уҡытыу буйынса сараларҙа ҡатнаштыҡ.

Бөгөнгө форумдың маҡсаты – башҡорт телен артабан үҫтереү һәм һаҡлау, популярлаштырыу. Са­рала йыйылған тәҡдимдәрҙе, кәңәштәрҙе бергә туплап, киләсәктә әсә теленең мөһимлеген, кәрәк­леген аңлатҡан үҙенсәлекле проект – эш йүнәлештәрен булдыраһы бар, – тине Эльвира Митин ҡыҙы.

Пленар өлөштән һуң ҡунаҡтар бер нисә тематик зал буйлап таралды, “Донъяуи кафе”ла тел мәсьәләләре буйынса көнүҙәк темаларҙы тикшерҙе. Спикерҙар һәм эксперттар сифатында халҡы­быҙҙың билдәле шәхестәре, мә­ғариф, мә­ҙәниәт өлкәһе эшмә­кәрҙәре сығыш яһаны. Һөйлә­шеүҙәр ғаиләлә башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә аралашыу ҡағиҙәләре; йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙең һөҙөмтәле алымдары; милли мәктәптәр ниндәй булырға тейеш; балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөн ойоштороу проблемалары һәм юлдары; мәғарифты һанлаштырыу һәм башҡа ошо юҫыҡтағы темаларға ҡағылды.

 

Тарих мәңгелек

 

Ата-әсәләр форумы менән бер рәттән, Башҡорт тарихы йылына арналған фәнни сессия ла ойошторолдо. Уның модераторы, Баш­ҡортостан Стратегик тикшере­неүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фән­дәре кандидаты Юлдаш Йосопов үҙ сығышында “2021–2031 йыл­дарға башҡорт халҡы стратегияһын тормошҡа ашырыуҙа башҡорт зыялыларының өлөшө” тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе.

– Был документ – этностың тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә һәм уны уңышлы үҫтереүгә йүнәл­телгән, тормошҡа ашырыу алымдары булған заманса бурыстар комплексы. Уның төп маҡсаты – дәүләттең ҡыҙыҡһыныуҙарын, дөйөм кешелек өҫтөнлөктәрен иҫәпкә алып, халыҡтың этномәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлап, граж­дандарҙың конституцион хоҡуҡ­тарын, иркен тәьмин итеп, башҡорт халҡын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, әммә был бурыстарҙың нисек тормошҡа ашырылыуы һәр беребеҙгә бәйле. Стратегияла шулай уҡ йәмәғәт хәрәкәттәренең мөмкинлектәре киң билдәләнгән, – тине Юлдаш Мөхәмәт улы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы Башҡарма комитетының башҡорт халҡының тарихы һәм үҫе­ше мәсьәләләре буйынса ко­миссияһы рәйесе, Башҡортос­тандың Милли архивы бүлеге етәксеһе Азат Ярмуллин үҙ докладында 1812 йылғы Ватан һуғы­шында Еңеүҙең 210 йыллығын билдәләү һәм башҡорт яугирҙәре хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереү мәсьәләләрен күтәрҙе. Был тема киң, һәм Башҡорт тарихы йылында ошо йүнәлеш буйынса бер нисә ҙур проект тормошҡа ашырылған да. 

Полковник, Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Өлгөлө-күрһәтмә оркестры етәк­сеһе (Мәскәү ҡалаһы) Азат Шаһмө­хәмәтовтың доклады ла ошо темаға арналды, ул 1812 йылғы Ватан һуғышы геройҙары хаҡында иҫтәлекте билдәле дирижерҙар, музыканттар, композиторҙар ҡатнашлығында мәңгеләштереү проекты тураһында сығыш яһаны.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт инсти­тутының ғилми хеҙмәткәре Рәмилә Кәримова башҡорт телен Lingvodoc лингвистик платформаһында үҫте­реү мөмкинлектәре, был йәһәттән тәжрибә һәм перспективалар тураһында һөйләне. Lingvodoc утыҙҙан ашыу юғары уҡыу йорто һәм тикшеренеү институттары лингвистары тарафынан ҡулланыла.

 

Туған тел – изге аманат

 

Көндөң икенсе яртыһында “Туған тел – изге аманат” респуб­лика ата-әсәләр форумында ҡатна­шыусылар, башҡорт йәмә­ғәтселәре менән Баш­ҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты.

Сара алдынан республика етәксеһе “Аҡбуҙат” журналының 30 йыллығына, “Тамыр” телеканалы башҡорт ырыуҙары ғаиләләренә арналған күргәҙмә менән танышты. Республика етәксеһе “Ата-әсәләр форумы – Башҡорт теле аҙнаһын тамамлаусы сара” тип билдәләне.

– 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө булды. Был байрам – Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайының иң шәп башланғыстарының береһе. Был көн юҡҡа һайланмаған. Ошо көндә мәшһүр мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө билдәләнә, – тине Радий Фәрит улы.

Республика етәксеһе билдә­ләүенсә, Башҡортостанда башҡорт телен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, Бишбүләк районында муниципалитет гимнын биш телдә башҡа­ралар: рус, башҡорт, татар, сыуаш, мордва телдәрендә.

– 2024 йылға Башҡортостанда ун полилингваль гимназия асыласаҡ, улар республика килә­сәгенең локомотивы булырға тейеш. Өс учреждениены сафҡа индерҙек һәм беҙ был ниәткә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу күрәбеҙ. Иң мөһиме – улар ябай мәктәпкә әүерелмәһен. Уларҙа иң шәп уҡытыусылар эшләргә, иң яҡшы уҡытыу алымдары ҡулланылырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы, туған телде өйрәнеүҙә хәҙерге заман алымдары етешмәй, тип билдә­ләне. Башҡорт телен үҫтереү фонды яңы алымдар булдыра һәм был йүнәлештә эште дауам итеү зарур. Унан тыш, район-ҡалаларҙа туған телдә аралашыу урыны булған балалар-ата-әсәләр үҙәктәре булдырыу мөһим.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, 2020 йылда Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ҡабул ителгән, ул 2031 йылға тиклем иҫәпләнгән.

– Бөгөнгө Ата-әсәләр форумы Башҡортостан Башлығы гранты сараларына үткәрелә. Уға әҙерлек барышында беҙ ҙур аналитик эш башҡарҙыҡ. Уның һөҙөмтәләре буйынса, полилингваль гимназия­ларҙа һәм милли мәктәптәрҙә балаларын уҡытҡан ата-әсәләрҙең 80 проценты уҡытыу сифатынан ҡәнәғәт. Күпселек ата-әсә, туған телдәрҙе өйрәнеү яуаплылығы – дәүләт, власть иңендә, тип бил­дә­ләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсә­ләрҙең 30 проценты ғына уҡытыу пландарын формалаштырыуҙа ҡатнаша. Уларҙың өлөшө күпкә ҙурыраҡ булырға тейеш, – тине Эльвира Айытҡолова.

Осрашыу барышында Баш­ҡортостан Башлығы форумда ҡатна­шыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Форум ҡатнашыусыһы Ләй­сән Әхмәтшина башҡорт телендәге контенттты киңәйтеү мәсьәләһен күтәрҙе.

Радий Хәбиров был йәһәтәттән һуңғы йылдарҙа башҡорт телендә донъя күргән китаптарҙың, методик ҡулланмаларҙың һаны бермә-бер артты, тип билдәләне.

Милли гвардия ғәскәрҙәренең өлгөлө-күрһәтмә оркестры етәк­сеһе, полковник Азат Шаһмө­хәмәтов Башҡортостан Башлығына йыл һайын Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда үткән халыҡ-ара “Спас башняһы” фестивалендә ҡатнашыу өсөн башҡорт тынлы оркестры булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығына республиканан ғариза төҙөргә ҡушты.

Унан тыш, ошоға оҡшаш фестивалде республикала ла, Совет майҙанында, 2022 йылда уны төҙөкләндереү эштәре тамам­ланғас, ойошторорға мөмкин. Рес­публиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, был йәһәттән төрлө варианттар ҡарала, тип белдерҙе.

Шулай уҡ һөйләшеү барышында йәмәғәт киңлектәрендә башҡорт теле элементтарын индереү мәсьәләһен телгә алды. Мәҫәлән, төбәк һәм төбәк-ара юлдарҙа башҡорт телендәге юл билдәләре ҡуйыла башлаған.

Режиссёр Булат Йосопов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, үҙенең эшмәкәрлегенә ярашлы, киләһе йылды Мәҙәниәт йылы тип иғлан итеү тәҡдимен индерҙе, шулай уҡ башҡорт телендәге фильм­дарҙы прокатҡа сығарыуҙа ярҙам күрһәтеүҙәрен үтенде. Радий Хәбиров уға “Беренсе республика” фильмы өсөн рәхмәт әйтте, уның Мәҙәниәт йылы буйынса башлан­ғысын хупланы.

– Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау йәһәтенән беҙҙең матур даталарыбыҙ бар: Башҡорт теле көнө, Милли кейем көнө. Унан тыш, “Юғарыға ос!” мәктәп программаһы буйынса милли бейеүҙе үҫтереү зарур. Бөгөнгө осрашыу бик фә­һемле булды. Ғөмүмән, ҡыҙыҡлы башланғыстарығыҙҙы хупларға әҙербеҙ, – тине Республика Башлығы.

Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаларына юғары наградалар тапшырҙы.

 

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас