

Билдәле йырсы һәм музыкант Радик Юлъяҡшин күптән түгел социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "күсенергә уйлайбыҙ, шуға әйберҙәр йыям" тигән пост ҡуйып, күптәрҙе уйландырғайны. Әле йәш ғаиләнең ҡайҙа һәм ни өсөн Рәсәйҙән күсеп китеүе билдәле булды.
"КП-Өфө" матбуғат баҫмаһы белдереүенсә, Радик менән Инзилә ваҡытлыса Таиландҡа күсенә. Был хаҡта йырсының продюсеры Александр Слюсаренко хәбәр иткән. Радик Юлъяҡшин Азияға яңы альбом яҙыр өсөн бара, тип белдергән ул.
"Таиландта "хаус мьюзик" – өҫтәмә функциялары булған ҙур тауыш яҙыу студияһы төҙөйбөҙ. Унда бассейндар, сауналар, хамамдар буласаҡ", – тигән Слюсаренко.
Тимәк, йырсы йылы яҡта өр-яңы альбомын яҙып, тамашасыларына бүләк әҙерләйәсәк. Уңыштар юлдаш булһын, яңы йырҙары менән ҡыуандырһын тигән теләктәбеҙ.
Фото: starhit.ru