

Онотолмай торған Яңы йыл буламы? Була икән ул! Бигерәк тә беҙҙең ҡәҙерле бала сағыбыҙҙың тәмле ылыҫ еҫе менән аңҡып ултырған шыршылы, Ҡыш бабайлы, Ҡарһылыулы байрамы.
Яңы йылдың бер генә ере лә кителмәгән, сатнамаған бөтөн, тулы сағы! Ғаиләбеҙ имен саҡ: атай-әсәй – донъялағы иң бәхетле парҙар; апай-ағайҙар, ҡустылар теүәл.
Яңы йылды һағынып көтөп алабыҙ, сөнки ул мөғжизә алып килеүсән! Ә мөғжизә нимәнән башлана? Әлбиттә, байрам шыршыһынан! Әлеге кеүек штраф-фәлән дә юҡ ине. Магазиндарҙа ла һатылманы ул ҡупшыҡайҙар. Ғәйсәр ағайымдың, аяғына атайымдың яҫы ҡалтағайын кейеп, әкрен генә Селтербей тауы башына менеп китеүе Яңы йылдан тәүге сәләм була. Ә ул – ифрат бейек тау. Унда бер ниндәй ҙә ағас үҫмәй. Йәй көнө ҡыҙарып еләк кенә бешә. Бына ошо Селтербей тауының аръяғында – һигеҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Ташбүкән ауылы яғында үҫә икән ул беҙҙе ҡыуандырған шыршылар. Ағайым шунан барып ала, кешеләрҙең ҡотон алған бүреләрҙән дә ҡурҡмай. Минән теүәл өс йәшкә ҙур ул, шуға күрә көслө лә, аҡыллы ла, батыр ҙа. Шуға ла ҡустым менән уны гелән тыңлап ҡына йөрөйбөҙ.
Баҡтиһәң, урман ҡараусы Тимербулат бабай (беҙгә туған кеше) уға йыш-йыш ултырып, бер-береһенә үҫергә ҡамасаулаған ерҙән ҡырҡып алырға тип, үҙенә күрә эш йөкмәткән, имеш. Беҙ был серҙе үҫкәс кенә беләсәкбеҙ.
Әле иһә Ғәйсәр ағайым бүреләре йөрөп торған ҡурҡыныс Ташбүкән яғына, урманға, шыршы алып ҡайтырға тип сығып китте. Әлдә янында Һарбай исемле этебеҙ бар! Беҙҙең Осъяҡ урамында унан да батырыраҡ бүтән эт юҡ. Шуға ағайым уны үҙе менән бергә ала. Икәүләшеп бүреләргә бирешмәйәсәк!
Әсәйем был турала бер ни белмәй. Олоғара булып ярты түрбашты алып ултырған мейескә ут яғып, икмәк һалырға әҙерләнеп йөрөй ул. Алты табаға һалған икмәге күбеп тә килә. Ауыҙ эсенән генә үҙенең яратҡан йыры “Уйыл”ды көйләй. Ағайым миңә һәм ҡустыма ғына әйтә шыршыға бәйле серҙе. Шуға ла беҙ, ул ҡайтып ингәнсе, һылыу урман бүләге менән генә килеп инһен, тип теләп кенә торабыҙ, сөнки шулай ҡушылған. Бойороҡто, һис һүҙһеҙ, үтәргә тейешбеҙ!
Беҙҙең Осъяҡта өйҙә шыршы ултыртҡан башҡа берәү ҙә юҡ. Бөтә малайҙар-ҡыҙҙар мәктәптә үткәрелгән байрамдан һуң ҡубып беҙгә килә.
Атай-әсәй уларға һис асыуланмай.
– Улар – Раббыбыҙ ҡунағы! – тиҙәр.
Мин әлегә был һүҙҙәрҙе аңлап етмәйем. Нисек Раббыбыҙ ҡунағы булһындар инде?! Улар бит минең, ҡустымдың, ағайымдың класташтары, етмәһә, күршеләр!
Урман ҡунағы өсөн биҙәүестәрҙе беҙ бер ай элек үк әҙерләп ҡуябыҙ. Альбом битен төрлө төҫтәргә буяп киптерәбеҙ. Шунан уны тәүҙә тигеҙ генә өлөштәргә бүлеп киҫеп сығабыҙ. Аҙаҡ йомро дүңгәләктәр яһап йәбештерәбеҙ. Ошолайтып тырышыуыбыҙҙан Рәүҙәк йылғаһы кеүек оҙо-о-он сылбыр хасил була. Ап-аҡ ҡағыҙҙан ҡырҡып яһаған семәрле һандар ысын ҡар бөртөктәреме ни! Өрһәң, осоп китергә әҙер кеүек хатта! Тик улар бер ҡайҙа ла осоп китмәйенсә, вис кенә тәҙрә быялаһына йәбешеп бөтә.
Шулай үҙебеҙ ашамайынса байрамға тип йыйып барған ҡағыҙлы карамель-кәнфиттәр, оҙаҡ ҡына көтөп ятыуҙан әҙерәк ҡата төшкән баллы перәниктәр, хатта минең сәсемде үрә торған төҫлө таҫмаларға хәтле, һанаһаң, 10-ға ла тулмаҫ шыршы тәтәйҙәре, ботаҡтарына һибер өсөн ҡаҙ мамығы түгел, хөкүмәт мамығы – ошолар барыһы ла ҡупшыҡайыбыҙҙы биҙәү сәғәтен көтөп ята.
Сәйфетдин ҡустым менән ағайымды дүрт күҙ менән көтөүебеҙҙе үҙе көтөп ҡараған кеше генә аңлар. Сығабыҙ ҙа икәүләшеп шым ғына Селтербей яғына ҡарайбыҙ. Матур шыршыһын һөйрәп, Ғәйсәр ағайыбыҙ тауҙан шыуып төшөп киләлер кеүек тойола. Бәрәңге баҡсаһы аръяғындағы ҡапҡаны шар итеп асып ҡуйырға ҡушып китте бит әтеү. Ныҡ итеп көтөргә ҡушты!
Башҡа әллә ниндәй ҡурҡыныс уйҙар инә: анауы ҡурҡыныс бүреләре ағайыбыҙҙың ҡаршыһына килеп сыҡһа?!. Ағайымдың шығыр-шығыр килгән саңғы тауышынан ҡар аҫтында йоҡлап ятҡан айыу ҙа уянып китһә... Абау!!!
Әлдә генә янында Һарбай бар. Икәүләп бирешмәҫтәр әле! Беҙҙең ағай ҙа, Һарбай ҙа бүренән ҡурҡып торалар, ти!
Инде ҡараңғы төшә башланы. Ағайыбыҙ юҡ. Мин, ҡустыма күрһәтмәй генә, мейес артына боҫоп балауыҙ һығып алам.
– Ғәйсәр ағайығыҙ күренмәйсе... Ҡайҙа китте икән? Кискелеккә тамаҡ ялғап алырға ваҡыт етте бит, – тип әсәйем, урындыҡҡа шаҡмаҡлы ашъяулығын йәйеп, ашарға ултырта башлай. Әммә миндә ашау ҡайғыһы юҡ, ризыҡ тамаҡҡа үтмәй. Арлы-бирле генә ҡапҡылайым да:
– Минең йоҡо килә, – тип юрған аҫтына сумам.
Йоҡларға ятты, тиһегеҙме мине?! Юҡ та, кешегә күренмәйенсә, иларға тип бөркәнеп яттым даһа?!.
– Ағайым минең! Миңә шыршың да кәрәкмәй! Үҙең генә кәрә-ә-ә-әк!
...Танауҙы ҡытыҡлаған тәмле ылыҫ еҫенә уянып киттем. Беҙ йоҡлаған төпкө яҡта ағайым шыршыҡайҙы иҙәндең ҡап уртаһына беркетеп тора. Ул аумаясаҡ, сөнки тағанға ныҡлы итеп ултыртылған. Ҡасан өлгөргән тиһең?!
Янында Сәйфетдин ҡустым өлтөрәп йөрөгән була. Ул инде күптән ике биҙрә бәрәңгене сүпләп сығарып, урындыҡ аҫтына ҡуйырға ла өлгөргән булырға тейеш. Яңы йылға өйгә шыршы ултырттыҡ тип, бәрәңге ашай алмай ултырмаясаҡбыҙ бит инде.
Тик... ҡустым бәрәңге сығарырға бөтөнләй о-нот-ҡан! Тимәк, оҙаҡ ҡына бәрәңге ашамай йәшәйәсәкбеҙ, сөнки баҙға төшөп булмай. Шыршы унда берәүҙе лә төшөрмәйәсәк, хатта атайымды ла, әсәйемде лә...
Атайым, малайҙарҙың ошолай геү килеп йөрөүҙәрен ситтән генә ләззәтләнеп күҙәтеп, мейес алдында тәмәкеһен тарта. Барыбыҙҙың да бер ни тиклем ваҡытҡа бәрәңгеһеҙ ҡалыуыбыҙҙы күреп ултырған ул. Әммә ниңәлер бер ни ҙә өндәшмәгән. “Күрәһең, үҙе йығылған – иламай” тигәндер инде. Тормошҡа ошолай хаталана-хаталана булһа ла үҙҙәре өйрәнһен, тиеүелер. Гел мәҡәл менән генә һөйләй шул атайыбыҙ хәбәрен.
Әсәйем, был юлы энәләре менән сың-сың итә-итә, һарыҡ йөнөнән миңә тип башалтай бәйләргә ултырған. Әле кейеп йөрөгәне табан тапҡырынан ғына иҙырап тишелеп килә. Хатта бер-ике ерҙән күҙе лә сыҡҡан. Үҙем, еп менән сырмап, ямап та маташҡайным. Тик оҙаҡҡа булмауы билдәле. Әсәйем башалтайымдың ошо ҡиәфәттә икәнен ҡайҙан күреп ҡалғандыр?!.
– Ағайым иҫән! Ура!
Ул миңә әкиәт батыры кеүек тойола башлай. Мин, ни иларға, ни көлөргә белмәй тороп ултырам. Бер ҡараһаң, иртәгә күрше генә йәшәгән әхирәттәрем Фәнирә, Фәйрүзә, Сәүиә, Шәмсиә, Сәлимәләр уның ошо төнгө батырлығы тураһында вис кенә беләсәк! Һәм иң мөһим яңылыҡ – беҙҙең өйҙә күҙҙең яуын алып, тәмле ылыҫ еҫен таратҡан урман ҡупшыҡайының килеп ултырғанын бөтә ауыл иртәгә теленән төшөрмәй һөйләйәсәк! Сөнки таң һарыһынан күрше Ғәрифә, Көлшәрифә инәйҙәрҙең килеп инере көн кеүек асыҡ. Ул инәйҙәр иртүк беҙгә инмәй ҡалмай.
– Аяҡ аҫтынан ел үткәреп, күршеләрҙең хәлен белеп йәшәргә кәрәк, – тигәндәрен үҙ ҡолағым менән ишеткәнем бар. Төп яҡта, иҙәндең ҡап уртаһында, баҙға төшә торған ерҙә генә ҡупырайып шыршы ултырғанын күреп, улар ҙа шатланасаҡ. Йәшел ботаҡтарын һыпырып, уны еҫкәп ҡараясаҡтар. Яңы йыл күрше инәйҙәргә ошо мәлдән башлана ла инде. Ә беҙ, ағайыбыҙ Селтербей тауына менеп киткәс үк, ошо ҡәҙерле байрамдың серенә төрөнгәнбеҙ...
Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА.
Ишембай районы.