

Быйылғы йыл төрлө ваҡиғаларға бай булды, шул иҫәптән яҡшыһы ла, яманы ла осрап торҙо. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) менән Татарстан артисы Фирдус Тямаевтың араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡты. Ике ғорур егет нимәгәлер үпкәләшеп йөрөнө. Хатта был тема социаль селтәрҙә лә таралыу алды. Ҡалай итәһең инде, тормош булғас, төрлө хәлдәр була.
Ниһайәт, яҡшы яңылыҡ мәғлүм булды. Ике йондоҙ ярашҡан! Был хаҡта улар социаль селтәрҙә белдерҙе.
"Хөрмәтле дуҫтар! Был йылды шундай матур, дуҫтарса оҙатабыҙ. Уҙып барған йылда аңлайышһыҙ хәлдәр артта ҡалһын. Яңы йылда һеҙгә бары һаулыҡ, дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ теләйем!" – тигән Радик Юлъяҡшин.
"Хөрмәтле дуҫтар, бына беҙҙең Радик менән ысынлап аҙыраҡ аңлашылмаусанлыҡ булды. Беҙ быны бөгөн ысын егеттәрсә ҡул ҡыҫышып, нығытып та ҡуйҙыҡ. Егет кеше шулай булырға тейеш – бер һуғышырға тейеш, ҡул биреп дуҫлашырға тейеш. Шуға күрә инде барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ижадыбыҙ гөрләп торһон. Ике республика матур йәшәһен, дуҫ йәшәһен, туғанлашып йәшәһен! Яңы йылға яңы аҙымдар, көс менән һәм бөтә булған насар энергияны артта ҡалдырып, тик алға! – тигән Фирдус Тямаев.
Фото: скриншот.