

Хөкүмәт йортонда 2019 һәм 2020 йылдарҙа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.
Был мәртәбәле премияға Марат Кәримовтың “Салауат” хореография ҡуйылышындағы эше һәм бейеү сәнғәтен популярлаштырыуға индергән өлөшө өсөн Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы Айбулат Баһауетдинов лайыҡ булды.
Шулай уҡ премияға Гүзәл Яхинаның романы буйынса ҡуйылған “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклендә – Игнатов, Мостай Кәримдең “Прометей” пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ташлама утты, Прометей!”ҙа – Прометей, Ҡадир Даяндың “Таңсулпан” пьесаһы буйынса ҡуйылған “Гөлбостан” спектаклендә Айсыуаҡ ролдәрен юғары оҫталыҡ менән башҡарғаны өсөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Азат Вәлитов лайыҡ булды.
Әҙәбиәт өлкәһендәге юғары ижади уңыштары, Башҡортостандың әҙәбиәтен үҫтереүгә һәм йәштәрҙе рухи тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн премия Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, дүрт шиғырҙар йыйынтығы авторы Александр Хватковҡа тапшырылды.
Наградаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы.
– Республикала иң яҡшыларҙы бүләкләү буйынса һәйбәт традиция һаҡлана. Бөгөн беҙ сәнғәткә, әҙәбиәткә ҙур өлөш индерә алғандарҙы билдәләйбеҙ, тимәк, республикабыҙҙың сәскә атыуын да. Комиссия ағзалары араһында лауреаттар күп, был иһә премияның юл асыуы һәм артабан үҫешкә баҫҡыс булып тороуы тураһында һығымта яһарға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне ул.
Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт премияһы ике йылға бер тапҡыр һәләтле йәштәргә бирелә. Ул 1995 йылда билдәле башҡорт шағирының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостан Хөкүмәте тарафанан булдырылған.
Фото: “Башинформ” сайтынан.