Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Декабрь 2021, 05:25

Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе уңыштары хаҡында

Быйыл 207 «Үҫеш нөктәһе» асылған. Өфөнөң юбилейына ҡарата Ҡурсаҡ театрында, Өфө циркында реконструкция башлана, Евразия китапханаһы төҙөү планлаштырыла.

Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе уңыштары хаҡындаМәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе уңыштары хаҡында
Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе уңыштары хаҡында

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында 2021 йылда республикала мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереүҙең яҡынса һөҙөмтәләре һәм 2022 йылға бурыстар тураһында сығыш яһаны.

Уның әйтеүенсә, һуңғы өс йылда «Мәғариф» милли проекты нигеҙендә республика федераль бюджеттан дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп иткән. Быйыл 207 «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асылған, мәктәптәр «Физика», «Химия», «Биология» фәндәрен өйрәнеү өсөн заманса һанлы ҡорамалдар алған. Башҡортостан һанлы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән объекттар һаны буйынса алдынғылыҡты яулай. Стәрлетамаҡта IT-куб һәм “Кванториум" балалар технопаркы асылды.

Йәш уҡытыусыларҙы ауыл мәктәбендә эшкә йәлеп итеү маҡсатында йәш уҡытыусыларға грант биреү дауам итә. Быйыл 100 йәш ауыл уҡытыусыһының һәр береһе 690 мең һум күләмендә грант алған. 2021 йылдың авгусында IX «Йәш профессионалдар» милли чемпионатының финалы уҙҙы. Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында Башҡортостан икенсе урынды яуланы.

Азат Бадранов мәҙәниәт өлкәһендәге мөһим ваҡиғаларҙы ла телгә алды, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы яңы учреждениелар төҙөлөүе, ғәмәлдәгеләренең төҙөкләндерелеүе, автоклубтар һатып алыу, модель китапханалар, кинозалдар  асыу, мәҙәниәт ойошмаларын йыһазландырыу, ауылдағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә махсус программа нигеҙендә грант биреү тураһында ла әйтте.

– Өфөнөң юбилейына ҡарата Ҡурсаҡ театрында, Өфө циркында реконструкция башлана, Евразия китапханаһы төҙөүҙе планлаштырабыҙ, – тип өҫтәне ул.

Премьер-министр Андрей Назаров мәҙәниәт учреждениелары эшендә эпидемиологик сикләүҙәрҙең тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә йоғонто яһау-яһамауы менән ҡыҙыҡһынды. Азат Бадранов белдереүенсә, уларҙың эш хаҡы кәмемәгән. Андрей Назаров шулай уҡ мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеү буйынса өҫтәмә кластар асыу мәсьәләһен контролдә тоторға ҡушты.

– Уҙған Ата-әсәләр форумында ата-әсәләр үҙҙәре ошондай үтенес белдергәйне, шуға күрә беҙ был мәсьәләне иғтибар менән хәл итергә тейешбеҙ, – тине ул.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас