Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Декабрь 2021, 17:00

Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде

Дәүләт наградаларынан тыш, вице-премьер Азат Бадранов ҡайһы бер мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә шәжәрәне өйрәнгәне, пропагандалағаны, "Тамға" конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн республика Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләндеМәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде
Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен Яңы йыл менән ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.

"Айҙар" театр-студияһы директоры Айҙар Ғәлимовҡа тармаҡты үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө, күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн Рәсәй Мәҙәниәт министрының рәхмәте иғлан ителде.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы Дилара Иҙрисоваға, Милли йәштәр театры актрисаһы Эльмира Саматоваға, республиканың Дәүләт академия хор капеллаһы артисы Рәйес Шәрәфетдиновҡа "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем бирелде.

"Туған тел" телеканалының алып барыусыһы Айгөл Ғабдуллина, "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең балет артистары Салауат Исҡужин, Вилнара Йәнтүрина, Азат Юланов, вокалсыһы Илшат Шәйхуллин, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры артисы Юрий Кочетыгов, Дәүләт академия хор капеллаһы артистары Людмила Локошко, Алла Щербакова, "Заман" Рәсәй музыкаль төркөмө етәксеһе, "Башҡортостан яҡташлығы" идараһы ағзаһы, "Башҡорт мәҙәни үҙәге" директоры Радмир Мөфтәхин, Башҡортостандың Милли симфония оркестрында эшләүселәр – валторнасы Сафа Сөләймәнов, альтсы Гөлшат Усманова, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш рәссамы Иван Складчиков "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" исеменә лайыҡ булды.

Рәссам, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Михаил Спиридоновҡа "Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы" исеме бирелде.

"Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре" исеме менән Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының балетмейстер-ҡуйыусыһы Рәмизә Мөхәмәтшина, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Азамат Хәсәншин наградланды.

Республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова "Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы" булды.

Дәүләт наградаларынан тыш, Азат Бадранов ҡайһы бер мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә шәжәрәне өйрәнгәне, пропагандалағаны, "Тамға" конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн республика Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Сығанаҡ: "Башинформ" агентлығы.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде
Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде
Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде
Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде
Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде
Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде
Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде
Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде
Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде
Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде
Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде
Мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары бүләкләнде
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас