

Һәр кемдең дә шатлыҡ-көйөнөстәре йәнәш йөрөй. Күптәрен ситтәр белмәйҙер ҙә. Йырсы Әнүәр Нурғәлиевтең дә йөрәген әрнетеп торған шундай ғаилә тарихы бар икән. Был турала ул яңыраҡ һөйләгән.
"...Ул көн кисәгеләй хәтеремдә. Концертҡа әҙерләнеп йөрөйөм, ҡатыным Ирина костюм үтекләне лә аш-һыу бүлмәһенә кереп китте. Һүнгән, әммә әле ҡыҙыу үтек өҫтәлдә ҡалған. Элина, әсәһенең эшләгәнен ҡабатлайым тип, ике ҡуллап үтекте күтәреп алмаһынмы!.. Ҡулының усын бешергән, ауыртыуға түҙә алмай, бала үкһеп-үкһеп илай. Башта беҙ быны ул ҡәҙәр етди бешеүҙер тип уйламаныҡ, бинт менән урап ҡуйҙыҡ та икенсе көндө табипҡа барҙыҡ. Шул көндән төн йоҡолары онотолдо: реанимация, операциялар, дауаланыу курстары... Тәүге операция уңышһыҙ булды: Элинаның ҡулы үҫеүҙән туҡтаны. Тәжрибәле табиптар табып, икенсе операция яһалды. Шунан һуң, күҙгә күренеп торорлоҡ йәрәхәт урындары ҡалһа ла, тфү-тфү, ҡулы үҫә, бармаҡтары эшләй.
Тире күсереп ултыртылғас, эҙе ныҡ күренә. Ҡайһы саҡта балалар: "Һинең ҡулың йәмһеҙ", – ти. Элина улар алдында үпкәләгәнен, кәйефен төшөргәндәрен бер ҙә күрһәтмәй. Характеры ныҡ. Был һынау тормоштағы иң ауыр ваҡыт булып ҡалһын ине тип теләйем, был ҡәҙәр борсолоуҙарҙы бер кемгә лә теләмәйем", – тигән ул.
Фото: Ә. Нурғәлиевтең шәхси архивынан.