

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифендә мәҙәниәт буйынса ҡаҙаныштарыбыҙ тураһында яҙҙы.
“2021 йылда республикабыҙ федераль кимәлдә күп кенә йүнәлештәр буйынса алдынғылар рәтендә булды, мәҙәниәт – шуларҙың береһе. VI Бөтә донъя фольклориадаһы, тиҫтәләгән халыҡ-ара проект, беренсе “АРТ-ҠОРОЛТАЙ” мәҙәниәт форумы, төп коллективтарҙың Рәсәй буйынса күләмле гастролдәре, кино премьералары, Альбанов исемендәге полярсылар музейын асыу, мәҙәниәт ирекмәндәренең беренсе халыҡ-ара лагерын үткәреү, ”Мәҙәниәт” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу – бына улар.
Данлыҡлы яҡташыбыҙ – скрипкасы һәм дирижер Владимир Спиваков 2021 йылда тыуған ҡалаһына онотолмаҫлыҡ музыка марафоны бүләк итте. Бер нисә интернет платформаһында барған конкурс турҙарын һәм гала-концертты ике миллиондан ашыу кеше ҡараны.
Башҡортостандың төп ижади коллективтары республика мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәтә алды. Республиканың Милли симфоник оркестры илдең һәм Европаның ҙур залдарында яңғыҙ башҡарылған ике концерт бирҙе. Мәскәүҙең Чайковский исемендәге Концерт залында, Санкт-Петербург филармонияһының Ҙур залында үтте улар. Ә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Жюль Массненың “Дон Кихот” операһы премьераһы менән Рәсәйҙең Ҙур театрында республикабыҙҙы презентацияланы.
Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән “Өс таған” нәфис фильмы бик күп Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып, төрлө наградаларға лайыҡ булды. Прокатта 12 миллион һумдан ашыу аҡса йыйҙы. Халыҡ-ара “Яңы моң” музыкаль телепроекты ҙур мәҙәни ваҡиға булды. Конкурста ҡатнашыу өсөн ете илдән биш меңдән ашыу заявка килде.
2021 йыл һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан “Пушкин картаһы” федераль программаһына ярашлы билеттар таратыу йәһәтенән алдынғылар рәтендә булды. 230 меңдән ашыу билет һатылды. Программа быйыл да дауам итәсәк.
Республикала “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы илдә беренсе моделле китапхана асылды. Былтыр бөтәһе ун моделле китапхана эшләй башланы, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, иң күбе - беҙҙә.
Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар алды, 2021 йыл программаһында 60 кеше ҡатнашты. Был беҙҙең өсөн әлегә үҙенсәлекле, әммә бик мөһим тәжрибә”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: https://vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_742908