

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров яҙыуынса, бөгөн уның ҡыҙы Гәлсәрҙең тыуған көнө. Ошо айҡанлы депутат социаль селтәрҙә иҫтәлектәре менән уртаҡлашҡан.
"Бөгөн ҡыҙым Гәлсәрҙең тыуған көнө. Ул донъяға килгәндә ҡатынымдың янында булдым. Тыуған сағында ауырлыҡтар булды, әммә ҡыҙымдың кислород битлегенә тотонғанын күргәс, уның йәшәүгә ынтылышы көслөлөгөн аңланым.
Ул саҡта федераль судья инем. Эшкә таңдан китәм, киске сәғәт 10-дан да иртә ҡайтмайым. Көнө буйы бала менән арыған ҡатыным уны миңә тоттора ла аш бүлмәһенә йүгерә. Гәлсәр минең ҡулдарҙа йоҡлап китә ине...
Ул ике йәштән йырлай башланы, ә өс йәштән тапшырыу алып барҙы. Дүрт йәштән пианинола уйнарға теләк белдерҙе. Беҙгә концерт күрһәтте, билеттар "һатты". Биш йәшендә хәстәрлекле апайға әйләнде. Ҡустыһына, Урал батыр кеүек булыр тип, исемде Урал тип ҡушыу теләген белдерҙе.
Әле ул Гнесин исемендәге Рәсәй Музыка академияһының вокал бүлегендә III курс студенты. Минең юлдан юриспруденция буйынса китеүен теләһәм дә, сәнғәт юлын һайланы. Тик яҡшы билдәләргә өлгәшә, уҡыуҙы тамамлағас, тыуған Башҡортостанына ҡайтырға теләй", - тип яҙҙы Зариф Байғусҡаров.
Һәләтле башҡорт ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ!
Фото Зариф Байғусҡаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.