

Башҡортостанда Евразия китапханаһы булдырыу идеяһы мине сикһеҙ ҡыуандырҙы. Был фекерҙе Радий Хәбиров әйтте, тимәк, ул мотлаҡ бойомға ашасаҡ.
Китапханалы, тимәк, китаплы булыу йәмғиәттең төп етәксеһе – мәҙәниәттең булыуын аңлата бит. Тарихта Александрия китапханаһы, ҡыпсаҡтарҙың Атрау ҡалаһындағы бай китапханаһы, Иван Грозный китапханаһы булыуы билдәле. АҠШ-та Бөтә донъя китапханаһы эшләп килә. Унда минең дә бер китабым һаҡлана.
Евразия берҙәмлеген, мәҙәниәттәрҙең бер-береһе менән һуғарылыу күренешен хәҙер бер кем дә инҡар итмәй. Ҙур ҙа, бәләкәй ҙә Ер шары сиктәрендә бикләнеп йәшәү мөмкин түгел. Яҙыусы ла ғаләм төшөнсәһенә бәрәбәр. Үҙ милләтенең йырсыһы булып сығыш яһаусы яҙыусы ла, шағирҙар ҙа дөйөм кешелек ҡиммәттәре булырҙай рухи хазина тыуҙыра. Беҙҙең илдең ижадсылары рус әҙәбиәте классиктары, башҡорттар Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбаев, Муса Ғәли, татарҙар Муса Йәлил, Сибәғәт Хәким, Хәсән Туфан, сыуаштар Яков Ухсай, Педр Хузенгай, ҡалмыҡтар Давид Кугультинов, Санджи Каляев, мари Миколай Казаков, удмурт Филипп Кедров һәм башҡа исемдәрҙе телгә алыу ҙа етә. Билдәле ки, донъя мәҙәниәте – океан!
Күләмле һәм яуаплылыҡ тойғоһонан яралған фекер үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәгәндер Радий Хәбировта. Был халҡыбыҙҙың китап уҡыуҙан, фән менән шөғөлләнеүҙән төңөлөп бөтмәгәне хаҡында һөйләй бит.
ХХ быуат сабырһыҙлыҡ, һүҙҙәге дуҫлыҡ, берләшеү, асылдағы инҡар итеү, ҡапма-ҡаршылыҡтар заманы булды. Был мөнәсәбәттәр, үкенескә ҡаршы, артабан киҫкенләшеп тә китте, ил-ара, милләт-ара дәғүәләрҙе ҡырҡыулаштырырға яҫҡыныусылар табылып ҡына тора. Эйе, ХХ быуат ҡот осҡос һуғыштар, социаль ҡыйралыштар, концлагерҙар һәм геноцид алып килде. Ошолар яңынан ҡабатланмаһын тиһәк, беҙгә Евразия йортон да төҙөүгә ынтылырға тура киләсәк. Ул халыҡтарҙың һәр төрө өсөн дә уңайлы булһын ине. Был тәрән тарихилек, һәр халыҡ, һәр милләттең дөйөм донъя хазиналығына индергән өлөшөн аңлау нигеҙендә генә ҡорола ала.
Ер шарының мәҙәни генофонды һүҙгә таяна. Тел – мәҙәниәттең иң сағыу сағылдырыу сараһы. Туған телде һаҡлау, уның ҡулланылышын үҫтереү – һәр мәҙәниәтле милләттең намыҫ хеҙмәте.
Минең уйымса, ХХI быуат гуманитар юҫыҡта үҫеш алыр кеүек ине, әммә минең өмөттәр аҡланмаҫҡа оҡшай. Шул уҡ ваҡытта кешелекле мөнәсәбәттәргә йөҙ бороусылар ҙа етерлек.
Евразия – ғәләмәт ҙур эрмитаж бит ул! Миллионлаған быуындар тарафынан ҡоролған рухиәт музейы. Көньяҡ Урал иһә илһам биреүгә һәләтле төбәк. Бәлки, беҙгә “Рухиәт маршруты” төҙөү ҙә зарурҙыр? Ошо “маршрут” төбәктәр, милләттәр өсөн дөйөм булған ғилми-тикшеренеү институтын үҙ эсенә алыр, ә институт ошонда йәшәүселәрҙең этногенезын, этнографияһын, этнопедагогикаһын, этнопсихологияһын һ.б. өйрәнер һәм дөйөм Евразия менталитеты йүнәлешендәге үҫеш критерийҙарын билдәләр ине.
“Шағирҙарҙан да хыялый кеше юҡ!” – тип әйтер бәғзе сәйәсмәндәр. Әйткәндәрем сәйәси сиктәрҙән ситләшмәй. “Евразия китапханаһы” бойомға ашмаҫлыҡ хыял кеүек ине лә баһа, ана бит ойошторолорға тора.
Башҡортостан иле ижадсыларға бай. Беҙҙә таланттар етерлек. Әммә бүтән халыҡтарҙың интеллектуаль мәҙәниәте менән хәбәрҙар булыу беҙҙең офоҡтарыбыҙҙы киңәйтә торған ғәмәл булыуында шик юҡ.
...Европа менән Азияның үҙ-ара бәйләнеше, үҙ-ара йоғонтоһонда формалашҡан милләттәрҙең үҙенсәлеге – уникаль күренеш. Был берҙәмлектең йәнә бер ҡиммәте – рухи инаныстарға хөрмәт менән ҡарау. Һәр хәлдә, был ерҙәрҙең күп меңәр йыллыҡ мәҙәни ҡиммәттәр “ятҡылығы” булыуы күптән билдәле. Ҡатмарлы фәлсәфә, ҡабатланмаҫ ғәҙәт-йолалар, традициялар, легенда, риүәйәттәр, дастандар, этнографик ҡомартҡылар – Евразияның тулы булмаған мәртәбәһе ошондай. Хәтерегеҙгә төшөрәйем, был мәҙәни хазинаны туплауҙа скифтар, сарматтар, фин-уғырҙар, ҡыпсаҡтар, фарсылар, төрлө дин тотоусылар, башҡорттар, мәжүсиҙәрҙең ҡатнашлығы бар. Бөгөнгө башҡорттар иһә – ана шул ҡабатланмаҫ хазинаның туранан-тура вариҫтары. Көнсығыш һәм Көнбайыштың ғәжәйеп киҫешен, мәҙәниәттәр һәм цивилизациялар, стиль һәм дәүерҙәр бәйләнешен, туҡымаһын тәшкил иткән башҡорттар өсөн һүҙ сәнғәте – китапҡа баҫылған мәғлүмәт, алыштырғыһыҙ ҡиммәт ул.
Тамара ҒӘНИЕВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры.