Бөтә яңылыҡтар

Доға көсө (Хикәйә)

Фото:pinterest.ru

...Мин ҡайҙа әле ул? Ҡайһылай ҡыҫыҡ... 

Һауа етмәй! Юҡ, былай булмай, бынан нисек тә сығырға кәрәк. Ыһһһ! Шыуып ҡарайым әле. Ҡалай рәхәт булып китте. Мин сыҡтыммы әллә? Мин иректә, ахыры. Ниһайәт, иркенлек!

Туҡта! Ә бында кем ята? Бәй, ул миңә оҡшап тора! Текләберәк ҡарайым әле: мин дә инде! Хәҙер икәү булдыммы ни?! Мөғжизә! Был нисек була инде?

Ә ниңә ярты битем ҡап­лаулы, ауыҙымда, танауымда әллә ниндәй шлангылар? Был аҡ халатлылар ни эшләп тора? Врачтармы әллә? Ана, бер йәш ҡыҙ беләгемә ниҙер ҡаҙаны. Йүгерешә башланылар.

– Эййй, мин бит бында! Ишетәһегеҙме?! Миңә ҡарағыҙ әле! Мин өҫтән һеҙгә ҡарап торам бит.

Аппараттарҙы һүндерҙе­ләр, ситкәрәк алдылар. Врачтар сығып китте.

– Нишләп мине ташла­нығыҙ?

Туҡтаманылар. Һы. Ҡолаҡ та һалманылар.

Бөтәһе лә мине ҡал­дыр­ҙысы. Яңғыҙыма ҡурҡыныс. Өшөтөп китте. Ҡылтырата. Әле мин нишләп торам, йөрөп киләйемме икән? Ә ҡайҙа барам?

– Эй-й-й, ишекте асығыҙ, мин дә сығам!

Ҡысҡырам, ҡысҡырам, бер кем дә килмәйсе! Ҡана, әле нисек торам һуң? Бәй-бәй, оса беләм икән дәһә!

Әллә ҡайҙан алыҫтан яҡты нур килә. Йылы. Шунда бар­ғым килә. Стена аша үтәнән-үтә осоп сыҡтым да киттем. Ҡыҙыыыҡ! Элек төштә генә оса инем, ҡалай йәтеш икән. Фантастика! Ә үҙе рәхәәт!

Ирем, балаларым юғалт­ҡан­дыр инде, осоп ҡына эргәләренә барайым әле.

Ана бит, ирем машинала баҡсаға китеп бара. Эргәһенә килеп ултырҙым, иғтибар ҙа итмәй. Бигерәк ҡыҙыҡ кеше лә инде, миңә ҡарамай ҙа, елдерә генә. Телефоны шылтыраны. Алды. Төҫө боҙолдо. Машинаһын ҡапыл туҡтатты.

– Ипләп, саҡ башымды бәрмә­нең дәһә!

Ауыр итеп тын алды. Башын рулгә һалды. Күҙҙәре йомоҡ. Көрһөнөп ҡуйҙы.

Машинаһын урынында килеш зыр әйләндереп, кирегә борҙо. Ҡалаға ашыға.

– Нишләйһең?! Шумахер булдыңмы әллә?

Өндәшмәй. Ҡара янып сыҡты.

– Ярар, һөйләшмәһәң һөйләш­мәй­һең инде, ҡыҙҙарым янына осайым.

– Әсәйем янына дауаханаға барайым, – тип ҡыҙым тауыҡ һурпаһы бешереп йөрөй. Маладис та инде, асыҡҡайным шул.

Йөрәкте өшөтөп, ҡапыл телефон шылтыраны, аш сүмесе ҡулынан төшөп китте.

– Юҡ! Булмаҫ!

Илай башланы.

Сәстәренән һыйпайым, тик, ни өсөндөр, миңә хатта боролоп та ҡарамайсы.

– Мин өйҙә бит, ҡыҙым. Еҫенә лә туйҙым инде, ашағандай булдым. Рәхмәт, балам!

– Ниңә улай ярһып илай­һың?! Ни булды? Ҡысҡырма улай! Баланың ҡотон осораһың бит!

– Эй, ейәнсәремде, бәләкәс кенәмде, иҙерәп йоҡлап ята бит әле ул! Ҡана, юрғаныңды рәтләп ябайым әле.

Ниңә береһенең дә кәйефе юҡ? Килеп тороп илашаларсы...

Туғандарҙы ла күптән күргән юҡ ине, барып етәйем әле. Ҡыҙыҡ! Былай осоуы еңел икән, тиҙ арала әллә күпме ер үтәһең. Рәхәт!

Һеңлемдең дә күҙҙәре ҡыҙарып бөткән.

– Ай, туғаным, йөрәгең уҫаҡ япра­ғындай дерелдәп тора. Сеү, тыныслан, йоҡла, йоҡла! Ҡулда­рың­дан тотоп бер аҙ яныңда ултырып торайымсы.

Тағы осам. Төнгө тын һауа. Иркен­лек. Күктә йондоҙҙар ниндәй! Ҡа­ла, ауылдарҙа уттар балҡып яна.

– Ә ниңә иң бәләкәй һеңлем балконында һыҡтап тора?! Кил миңә, тубырсығым, йомшаҡ йылы ел булып ҡосаҡлайым, арҡаңдан бер наҙлап ҡына яратайым! Илама, туғаным, илама, иртәгә бит яңы көн тыуа.

Һыҙылып ҡына таң ата. Ҡояш ҡалҡа. Иртәнге сафлыҡ. Ә мин осам!

Йә Раббым, беҙҙең донъя шулай киң, матур икән! Ниндәй хозурлыҡ!

Ай, үҙемдең һеңлекәштәр, егәр­леләр ҙә инде! Бына бит, быныһы таң һарыһынан бә­рәң­ге күмеп йөрөй. Ҡулына ҡул эйәрмәй. Ҡояш ҡыҙҙырғансы эшен тамамлайым, тип тырышыуылыр инде.

– Туғаным, исмаһам, күккә бер ҡараш ташла әле. Әсәйем, мәрхүм, кеше үлгәс тә өс көнлөк эше ҡала, тиер ине. Бер аҙ ғына тын алсы... Ҡара инде! Бынау төйлөгән менән ҡушарлап һинең баҡса өҫтөнән инде өсөнсөгә яйлап ҡына әйләнәм. Аҫҡараҡ төшәйем әле.

– Апай! Һинме?! – тәпкеһенә таянып, ҡатып ҡалды. Шаңҡыны.

– Ай Алла, әллә ҡурҡҡыттым инде! Мин һине шундай һағынғайным шул. Бар, һыу эсеп ал! Йөрәгең урынынан ҡупмаһын.

– Йыһандарға ос, апай!

Ҡул болғаны. Ә мин ары осам.            

Урман-тауҙар, йылға-күл­дәр аша осам. Икһеҙ-сикһеҙ иркенлек. Ҡайҙа ҡарама – йәшеллек, аллы-гөллө сәскәләр. Иҫ киткес гүзәллек!

– Йә-сиин. Үәл-Ҡуръәәнил-хәкиим. Иннәкә ләминәл-мурсә­лиин. Ғәләә сыйраатыим-мүстә­ҡиим. Тәңзиләл ғәзиизи-рраахиим...

Ҡайҙан килә был шундай яҡын моңло тауыш? Тирә-яҡты байҡа­йым. Тыуған өйҙән, атай нигеҙенән сыға икән был ғәзиз көй.

Бына тыуған урамымда баҫып торам. Тышта бөгөн иҫ киткес ғәжәп күренеш: урамыбыҙ, беҙ яратҡанса, төрлө күбәләктәр менән тулған. Торғаны бер мөғжизә!

– Эй, туғаным, һөрт күҙ йәштә­реңде! Мин шул тиклем сәхрәлә йөрөп ятам бит. Әйҙә, сыҡ һин дә. Ҡара әле, күбәләктәр тигәнем – ете быуын мәрхүм булған ҡартатай-өләсәйҙәр, әбей-бабайҙар икән, әсәйем менән атайым да йылмайышып тәҙрә янында баҫып тора. Мине күреүгә барыһы ла инде шатлана, инде шатлана! Әле береһе, әле икенсеһе килеп ҡосаҡлап яратып китә. Йылмаялар.

– Ҡыҙыбыҙ ҡайтҡан, оло ҡыҙыбыҙ ҡайтҡан! Ҡаршы алығыҙ! Апайығыҙ беҙҙең янға килде бит!

Йүгереп йөрөп урамға табын ҡора башланылар. Ә ҡустымдар шарҡылдашып көлөп, тотош уйнай.

– Апай, әйҙә, ҡушыл! Үҙе­беҙ­ҙең ғәзиз урамыбыҙ ки­нәнгәнсе уйнап ҡалайыҡ. Тота алмайһың, тота алмайһың! Ҡыуып ет, апай!

– Ай, шилмалар, өйәңкене уратып тик йөрөйһөгөҙ бит! Йә, етеп торор инде, арыныҡ. Әйҙәгеҙ, бынау яратҡан күтәрмәбеҙгә килеп ултырып, күләгәлә ял итеп алайыҡ әле.

“Дөп-дөп-дөп!” Сабыр бул, туғаным, йөрәгең атылырҙай булып тибә. Түшеңә ҡулымды ҡуйып, еңеллек бирәйем, аяҡтарың һыҙламаһын, ыуыштырып алайым.

– Көн буйы бар туғандарҙы күреп, осрашып, бергә булыу шундай рәхәт! Мин уларҙан ҡалмайым инде, бергә осам... Күбәләктәр менән китәм...

Туғандарым, ғәзиз

балаларым,

Һеҙҙе тағы бер күрһәң ине.

Тыуған ауылым,

атай нигеҙе,

Һеҙгә тағы бер

ҡайтһаң ине...

– Йәсиин. Үәл-Ҡуръәәнил-хә­киим. Иннәкә ләминәл-мурсәлиин. Ғәләә сыйраатыим-мүстәҡиим. Тәңзиләл ғәзиизи-рраахиим...

Ҡанға һеңгән доғаны көн дә яратып тыңлайым. Күңелгә рәхәт булып китә. Өйөм нурлана, яҡтыра, киңәйә...

Доға көсө мине шулай аяҡҡа баҫтырҙы.

 

Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА.