

– Атай, мәктәптәге Шыршы байрамына мине бөтөнләй кеше танымаҫлыҡ итеп кейендерә алаһыңмы? – тип, Ғәйсәр ағайым бөгөн иртәнге сәйҙән һуң атайыма һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы.
Оло кеше тиҙ генә яуап бирмәне. Ултырып тәмәкеһен көйрәтеп алды. Ә беҙ, бала-саға, өсәүләшеп, уның ни әйтерен көтөп, янында бағана кеүек теҙелешеп баҫып торабыҙ.
– Әлбиттә, була! Булмаһа, булдырырбыҙ! – тине хәйләкәр йылмайып оло кеше. – Ә ниңә мин, ниңә әсәйегеҙ түгел?
– “Был үтенес менән атайығыҙға барығыҙ!” тине ул.
Минең кейем күптән әҙер. Әсәйем үтә күренмәле марлянан оҙонлоғо тубыҡҡа тиклем төшөп торған еңле күлдәкте әллә ҡасан уҡ тегеп һалып ҡуйҙы. Ҡар бөртөгө буласаҡмын! Уны ҡатырыр өсөн бәрәңге крахмалына ла һалып ҡараныҡ. Тик ул ниңәлер ҡатырға уйламаны ла. Ярай, йомшаҡ ҡына булһа ла, былай ҙа матур!
Ә ҡустым әле бәләкәй. Шуға кейенмәй. Уға кейенмәһә лә була. Салбар кеҫәһенә ҡағыҙлы кәнфит һалып ебәрергә әсәйем онотмай ул.
...Атайыбыҙҙың тимерлектән эштән ҡайтыуын дүрт күҙ менән көтөп алдыҡ.
Күрәһең, ул эшендә лә ошо турала уйланып йөрөгән.
– Бар, улым! Өй башына менеп, мейес торбаһы янындағы һайғауҙағы ҡаҙаҡта иҫке бүрек эленеп тора, шуны йәһәт кенә алып төш, – тип ағайыма эш ҡуша һалды.
Ә үҙе эшенән алып ҡайтҡан төргәген аса башланы. Унан, ни күҙебеҙ менән күрәйек, сыбыртҡы кеүек оҙо-о-о-н һыйыр ҡойроғона оҡшап торған арҡан тартып сығарҙы.
– Был шайтандың матур ҡойроғо буласаҡ! Өҙөлөп ҡалмаһын өсөн, уны ныҡлы ғына итеп беркетеп ҡуйырға тура килер беҙгә. Әтеү класташтарың нәҡ ошо ҡойроғоң менән уйнаясаҡ! – тип күрәҙәсе кеүек һөйләнде атай.
– Беҙгә уны һиңә кәрәкле ыразмирҙа ҡырҡырға кәрәк булыр. Осона ат ялын тағып тороп ебәрһәк, ып-ысын шайтанға әйләнәсәкһең!
Атайым үҙенең ошо фекеренән үҙе ҡыуанғандай булды. Күҙҙәре балҡып киткәндәй тойолдо.
– Атай! Ә “ҡойроҡто” кемдән алдың? Уны кире алып барып бирәбеҙме?
Минең ошо һорауҙарым һауала эленеп ҡалды, сөнки атайым уға яуап бирергә бөтөнләй кәрәк тип тапманы, ахыры.
– Мә, юҡ-бар менән булышҡансы, ошо мәктәп фурмыңдың итәген ыҡсым ғына итеп телгеләп сыҡ! – тип ҡулыма ҡайсы тотторҙо. Ниндәй оҙонлоҡта телгеләргә тәүҙә үҙе күрһәтеп бирҙе. Һәм мин, эшем эйәһе кеүек, эре генә ҡиәфәттә эшкә тотондом. Минең бурысым – ошо иҫке форманың итәген биленә еткермәйенсәрәк, бер тигеҙ яҫылыҡтағы таҫмаларға бүлеп сығыу. Ошо мөһим эште теүәлләгәс, юҡ-бар менән башты ҡатырмаҫҡа, шым ғына торорға!
Ағайымдың иҫке бүректе алып төшөүенә беҙҙең эш ҡайнай ине. Атайым әсәйемдән Сәйфитдин ҡустымдың иҫке һоро төҫтәге ике нәскийен һорап алып, уның эсенә тығыҙ итеп сепрәк-сапраҡ тултыра. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, атайым гел:
– Эш оҫтаһынан ҡурҡа! – тип әйтергә ярата. Әле лә йәһәт кенә ошо һүҙен әйтә һалды ул. Беҙ уны ятлап бөткәнбеҙ.
Мин, аптырауымдың сигенә сығып, ни булырын көтәм. Ҡушылған эште күптән тамамланым. Мап-матур форма итәге таҫмаларға бүленеп сыҡты.
– Бар әле, ҡыҙым, түрбашта әсәйеңә булыш. Әтеү майшәм кеүек баҫып ҡарап тораһың. Бар, бар! Эшһеҙ интекмә.
Атайым мине әсәйем янына ҡыуып ебәрҙе. Шулай инде. Малайҙар янында ҡыҙ кешене тоталармы ни? Уларға рәхәт!
Мин, һытыла яҙып, илап ебәреүемдән саҡ-саҡ түҙәм. Әсәйем түрбашта ҡаҙанда аш бешерә. Туҡмас ҡырҡып, киптерергә һалып та ҡуйған. Өйгә тәмле ит еҫе таралған. Тиҙҙән күмәкләшеп ултырып ашаясаҡбыҙ. Әсәйемдең бешергән ашы – донъялағы иң-иң тәмле аш ул!
Мин эшләй торған бер ниндәй эш күрмәйем был түрбашта. Шул саҡ ҡысҡырып тороп илағы килеп китте. Эш боҙоп ҡуймайым тип саҡ-саҡ түҙәм, малай! Түрбашты ҡыҙҙар түгел, әсәйҙәр генә ярата бит ул. Минең атайым, ағайым, ҡустым янына сыҡҡым килә.
– Ҡыҙым! Кил! – тигәнгә, осоп яндарына сыҡтым. Һәм ғәжәпләнеүемдән артыма йығылып китә яҙҙым. Алдымда ҡап-ҡара төҫтә тере шайтан баҫып тора! Маңлайында ике мөгөҙө тырпайған. Күҙҙәре йылтырап миңә тексәйгән. Бите ҡап-ҡара. Тик йөнө генә юҡ.
– Ҡойроғоң да бармы? – тип артына сығып ҡарайым.
Бар! Бөтә шайтандарҙың ғорурлығы булған ысын ҡойроҡ артта аҫылынып тора.
– Ағай, был һинмеүе?
– Мин, мин! – тип ағайым рәхәтләнеп көлөп ебәрә.
– Һине ҡосаҡлап ҡарайым әле?
– Кит әле, һинең менән ҡосаҡлашып торорға ней? Мин һиңә кем? Бар, ана, әсәйемде ҡосаҡла!
Ошо мәл тиҙ генә үсегергә итәм дә туҡталып ҡалам. Ысынға оҡшаған шайтан менән һөйләшеп тороу кемгә эләгә әле?!
Мәктәптә Яңы йылға арналған кисә бик күңелле үтте. Минең дә, ағайымдың да тәүге ярты йыллыҡҡа баһаларыбыҙ тик “4” һәм “5” билдәләре генә булды. Шуға кәйеф шәп!
Кем генә булып кейенеп килмәгәндәр бөгөн: айыу ҙа, бүре лә бар, төлкө, ҡуян... Класташым Сәүиәне был юлы әсәһе Ҡар королеваһы итеп кейендергән. Магазинға килгән ҡағыҙ тауарҙан шул тиклем үҙенә килешеп торған күлдәк теккән. Хатта яғаһында ялтырап торған төймәләргә тиҙ үк күҙ төшә. Был тәтәй күлдәкте барып тотоп-тотоп ҡарағы килә. Күрше генә йәшәгән Фәйрүзә класташым быйыл барыһын да көлдөрөп йөрөгән клоунға әйләнгән. Фәнирә менән Шәмсиә матур өр-яңы күлдәк кейеп килгән. Биттәренә ҡағыҙҙан күҙлек кейгәс, тәүҙә танымай ҙа торҙом әле үҙҙәрен. Баҡтиһәң, улар икәүләшеп Ҡыңғырау сәскә булып кейенгән икән!
Һағынып көткән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу беҙҙең араға килеп ингәс, тағы ла ҡыҙығыраҡ булып китте. Уларҙы күргәс, алтын тапҡандай шатланыуыбыҙ! Сөнки ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы йыл буйы һағынып көтәбеҙ. Шуның өсөн яҡшы уҡырға, аҡыллы, уңған булырға тырышабыҙ! Күмәкләшеп шыршы тирәләй етәкләшеп йөрөп йырланыҡ та, бейенек тә, шиғырҙар ҙа һөйләнек, уйнап туйманыҡ.
Бер саҡ ағайымдың Түбән яҡ Камилә инәйҙәргә килгән ҡунаҡ ҡыҙы Фәйрүзә апайҙың оҙон ҡара толомдарынан арттан ғына барып тартып киткәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Йә уның янынан йырлап үткән саҡта, биленә төртөп, тертләтә. Эй мутлығы үҙенең!
Ағайымдың ни өсөн шайтан булып кейенгәнен аңланым бит, ниһайәт! Толомдарынан тартырлыҡ та шул ул матур апайҙың! Беҙҙең яҡ апайҙарына бөтөнләй оҡшамаған ул. Телевизорҙағы кинонан килеп төшкән кеүек. Керпектәренә күбәләк йәбешеп торғандыр инде.
Ниһайәт, матур костюмдар кейеп килеүселәрҙе бүләкләү башланды. Беренсе урын – класташым Хисмәтуллина Сәүиәгә, Ҡар королеваһы булып кейенгәне өсөн! Бөтәбеҙ ҙә шау-гөр итеп ҡул сабабыҙ. Тағы ла беренсе урын булды – ул Шайтан булып кейенгән билдәһеҙ малайға!
Барыһы ла шау-гөр килә. Минең нығыраҡ ҡул сапҡы килә, сөнки ул Шайтан минең Ғәйсәр ағайым бит. Ниңә билдәһеҙ булһын тей?! Тик был шатлыҡлы серҙе берәүгә лә әйтергә тейеш түгелмен шул.
Еңеүселәрҙең икеһенә лә ҡамыштан яһалған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һәм рәхәтләнеп һүрәт төшөрөргә 24 битлек ҡалын альбом да тотторҙолар.
Минең “Ҡар бөртөгө” костюмыма бер нәмә лә эләкмәне. Миңә бүләк юҡ! Фәйрүзәгә төҫлө ҡәләмдәр, Фәнирә менән Шәмсиәгә дәфтәр менән ручка бирҙеләр. Ярай, өйгә ҡайтҡас, ағайым Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуын барыбер миңә бүләк итәсәк! Шул тойғо күңелемде ныҡ итеп йылытҡанын белһәгеҙ икән!
Яңы йыл байрамы бының менән генә тамамланманы әле. Ап-аҡ ҡарҙарҙы борхотоп, аҡ бурандарҙы ҡосаҡлап урам буйлап Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу үҙенең санаһына Шайтанды ла ултыртып йөрөнө. Улар йә атаһы, йә әсәһе юҡ ғаиләгә тәмлекәстәр таратты.
Беҙгә инмәнеләр! Инмәһендәр! Сөнки беҙҙең атайыбыҙ ҙа, әсәйебеҙ ҙә бар. Ошо үҙе ҙу-у-у-у-ур бәхет бит!
Мине бер һорау борсой: теге һылыу Фәйрүзә апай Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу янындағы Шайтанды күрҙеме икән? Уның Ғәйсәр ағайым булғанын белдеме икән?
Бала саҡлы, бүреле, шайтанлы Яңы йылдарҙы һағынып йәшәйем хәҙер. Бәлки, ул тиклем дә өҙөлөп һағынмаҫ инем, әгәр ҙә яратҡан ағайҙарымды, бер генә бөртөк ҡустымды, атай-әсәйемде Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу саналарына ултыртып бөтөнләйгә үҙҙәренең янына алып китмәгән булһа...
Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА.