

Аҡ өмөттәр, саф теләктәр менән Яңы 2022 йылға ла аяҡ баҫтыҡ. Һеҙҙең иғтибарға Барыҫ йылында тыуған шағирә, драматург, тәржемәсе, журналист Лилиә Ҡәйепова (әҙәби мөхиттә – Лилиә Һаҡмар) менән әңгәмә һәм унан шиғри күстәнәс тәҡдим итәбеҙ.
Лилиә Ҡәйепова – Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы.
– Лилиә апай, 2021 йылды ниндәй тәьҫораттар менән оҙаттығыҙ?
– 2021 йыл, ысынлап та, онотолмаҫлыҡ булды. Ижад итеү өсөн сәләмәтлек тә бик кәрәк икәнен аңғартты. Йыл башынан уҡ ҡәһәрле сир беҙҙең ғаиләгә лә килеп инде. Әммә, бар тырышлығыбыҙҙы һалып, ғаиләбеҙ менән имен-һау йырып сыҡтыҡ. Был да шатлыҡ!
Йәнә, яңы технологияны үҙләштереү бер ҙә ҡамасауламаҫ, йәш ижадсыларға ярҙам да булыр тип, ярты йыл буйы тиерлек “Әкиәт яҙырға өйрәнәм” тип аталған интерактив авторлыҡ дәрестәр циклын алып барҙым. Шулай итеп, “Йәш шағир һәм яҙыусылар мәктәбе” эшмәкәрлегенә үҙ өлөшөмдө индерҙем. Әкиәт – иң боронғо әҙәби жанр, хикәйә, повесть, романдарҙың башланғысы ла. Тимәк, буласаҡ яҙыусы, шағирҙарға үҙемдең ижади тәжрибәмде видео-дәрестәрҙә ҡалдырҙым. “Ютуб” каналынан теләгән берәү уларҙы ҡарай һәм өйрәнә ала.
Әҙәби ижадым да туҡтап ҡалманы. Йыл башында тамамланған “Аҡ елән” драмам Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашты. Биш йөҙҙән ашыу драма әҫәре араһынан әҫәрем Лонг-лист исемлегендә булыуы ла – ҙур еңеү! Бөгөн драмам Ефремов интерактив китапханаһына ҡуйылған. Уны Ер шарының һәр төбәгенән теләгән берәү асып ҡарай һәм уҡый ала.
Күптән түгел сит илдән бер тәҡдим килде (ҡайҙан икәне әлегә сер!) һәм 2022 йылда төп эштәремдең береһе – “Аҡ елән”де инглиз теленә тәржемәләү. Драмала данлыҡлы балет бейеүсеһе, яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевтың Өфөләге үҫмер осоро һәм тәүге мөхәббәте һүрәтләнә.
Шиғриәттә иһә ижадымдың яңы темаларын астым. Беренсенән, ҡыҫҡа юмористик хикәйәләремде яратып уҡыуҙарын белдем. Уйҙа әллә күпме сюжет йәшәй. Икенсенән, шул уҡ ҡыҙыҡлы ла, көлкөлө лә күҙәтеүҙәремде, уҡыуы еңелерәк булһын өсөн, шиғри телдә әйтеп ҡараным һәм... йәй буйы бер китаплыҡ юмористик шиғыр ижад иттем. Хатта үҙемә лә күңелемде күтәрергә ярап ҡуя улар, әленән-әле уҡып, йылмайып алам. Әле әҙләп “Һәнәк” журналы уларҙы баҫтыра башланы.
Йәнә лә ике поэмам тамамланыу өҫтөндә. Рус телендә лә, башҡортса ла шиғри йыйынтыҡтар әҙерләү өҫтөндәмен.
– Үҙ йылығыҙға бағлаған уй-ниәттәрегеҙ ниндәй? Йондоҙнамәгә ышанаһығыҙмы? Һеҙ ниндәй Барыҫ?
– “Барыҫ йылы барын сәс, бик булмаһа, тары сәс” тигән боронғолар. Тимәк, бик уңдырышлы, мул, йәмле йыл килә, дуҫтарым! Мин дә тап ошо йылда тыуғанмын, тимәк, миңә лә уңышлы булыр үҙ йылым тип өмөтләнәм. Етмәһә, 60 йәшем туласаҡ! Әле үк төрлө китапханалар сиратлап осрашыуҙарға саҡыра башланы.
Йондоҙҙарҙан ниндәйҙер кимәлдә барыҫ сифаттарын алғанмындыр, тип уйлайым. Юҡ-барға әллә ни иғтибар итмәй, күңелһеҙ мәлдәрҙе йәһәтерәк онотоп, алға, гел алға ҡарап йәшәйем. Халыҡ араһында яр һалып эштәремде күрһәтеп йөрөргә лә яратмайым. Барыҫ та күберәк күләгәлә, урманда, ышыҡта йөрөй. Әммә был урманда оло йыртҡыс, көслө һәм мәғрур хайуан барлығын барыһы ла белә, һиҙә, тоя. Ысын ижад барыбер үҙенә юл ярасаҡ, әҫәрҙәрем үҙенең уҡыусыһын табасаҡ. Шуға инанғанмын.
– “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Гәзит уҡыусыларға теләктәрем: иң беренсе – сәләмәтлек! Тағы ла мөһим ғәмәл – һәр ваҡыт яҡты маҡсат менән йәшәү, яңынан-яңы бурыстар ҡуйыу һәм, шуларға ынтылып, уларҙы үтәү мөһим. Ер йөҙөндә һәр төрлө шөғөл бик күп. Яратҡанын табығыҙ! Хатта ауыр сирҙәрҙе еңеп сығырға ла ярҙам итә был шөғөлдәр. Гәзит беҙҙе “һә” тигәнсә бар Башҡортостан киңлектәренә, хатта сит илдәргә алып сыға. Төрлө сәйәхәттәргә аҡса етмәй икән – ошолай булһа ла ил-еребеҙ һулышын, ундағы мөғжизәләр хаҡында хәбәрҙар булып йәшәйбеҙ бит!
Алда әйткәнемсә, һеҙгә бер нисә ижад емешемде бүләк итәм. Шиғырҙарымды уҡып, әҙ генә уйланһағыҙ, хисләнһәгеҙ йәки йылмайып ҡуйһағыҙ, тимәк, мин дә күңелегеҙҙе әҙ булһа ла имләй алам!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әңгәмәләште.
МИН ҠОЯШҠА КИТЕП БАРАМ
Мин тыуғанда, төндө еңеп,
Балҡып атҡан ине ал таң,
Тәүге шул таң нурын алып,
Мин Ҡояшҡа китеп барам!
Ғүмер юлым әрнеү тулы –
Йылмайырға көс-дәрт табам!
Һынауҙарға рәхмәт әйтеп,
Мин Ҡояшҡа китеп барам!
Теткеләнгән күңелемдән
Йөрәгемә ал ҡан тама –
Ҡан төҫө ул – таң төҫө тип,
Мин ҡояшҡа китеп барам!
Дуҫтарымдың ҡулдарынан
Уңала бит һәр бер ярам!
Яҡындарым фатихаһы –
Мин Ҡояшҡа китеп барам!
Изгелегем – һеҙгә бүләк –
Биргән һайын күберәк алам…
Иң бәхетле кеше мин ул –
Мин Ҡояшҡа китеп барам!
Йәшәү серен, тормош йәмен
Күңелеңдән эҙләп ҡара!
Теләйһеңме, киттек бергә –
Мин Ҡояшҡа китеп барам!
УҠЫУ КӘРӘК, ТИГӘН АҠМУЛЛА!
Уҡыу кәрәк, тигән Аҡмулланың
Васыятын кәрәк тоторға,
Илебеҙҙе көслө итеү өсөн
Кәрәк әле, кәрәк уҡырға!
Уҡыу кәрәк тигән Аҡмуллабыҙ!
Беҙгә кәрәк күпте белергә,
Өйрәнергә, беләк көсө түгел,
Аҡыл көсө менән еңергә.
Уҡыу кәрәк, беләм, уҡыу кәрәк!
Күңел байлыҡтарын арттырыу,
Наҙан айыу ғына йөрөй бирһен
Урманында әйҙә аҡырып.
Аҡмулланың изге васыятын
Беҙ үтәрбеҙ ғүмер буйына,
Китап, шиғырҙарҙа аҡыл ята,
Фәһем, тәжрибәле уйҙар арта,
Тормош еңелерәк тойола.
Аңлай белһәң,
Һәр замандың аҡыл һандығынан
Һүҙҙәр түгел, алтын ҡойола!
ЯҢЫ ЙЫЛҒА НИ КӘРӘК?
Ниңә йөҙәтәһең инде
Шул бер һорауың менән:
Яңы йылға ниндәй бүләк
Алып бирәйем һиңә?
Тәңкәләрең күп бит тиһең,
Үҙең һатып ал кейем,
Йыл буйына өндәшмәнең,
Әйтәһең әле килеп.
Балыҡ менән тиңләйһеңме,
Ғәрләндерәһең һәләк!
Селедкаға ла бит хатта
Яңы йылда “тун” кәрәк!
О, МӨХӘББӘТ!
О, мөхәббәт, әгәр һин тоҡанһаң,
Күңелдәрҙә яҡты нур булып,
Һәр таң һайын һайрай һандуғастар,
Тыныс йылға аға урғылып.
Бейек тауҙар кинәт тәпәшәйә,
Ә ҡараштар күккә төбәлә,
Әйтерһең дә, ерҙе күҙәтәбеҙ
Иң матур һәм бейек түбәнән.
Ябай йәйғор – ете төҫлө күпер –
Киң йыһанға атлап үт кенә!
Ә кистәрен уйсан ҡараштарҙа
Йондоҙҙар һәм зәңгәр күк кенә.
Бар тәбиғәт йырлай, моң тарата,
Бар тирә-яҡ бейей, йылмая!
О, мөхәббәт, хисһеҙ булыр инек,
Һин донъяла әгәр булмаһаң!
ӘЙТ, АУЫЛЫМ!
Әйт, ауылым, ҡайҙа моң тип,
Төнө буйы йырланым,
Аҙаҡ йәшлегемде эҙләп,
Урамдарын буйланым...
Таңға уянып киткәнмен:
Урамда ятам икән,
Бергә йырлашып йөрөгән
Дуҫтарым ҡайҙа киткән?
Ҡапҡалар ҙа башҡа төрлө,
Әллә аҙаштым инде?
Ишек алдым йәшел үлән,
Ниңә тапаттым инде?
Бәй, был беҙҙең ауыл түгел,
Моңо ла әллә ҡайҙа?
Былай барһаҡ, тиҙ арала
Етербеҙ әле Айға!
Хәтерҙәрҙе юйған “һыу” ҙа
Табында булалыр ул,
Ваҡыт машинаһы ла кәрәкмәй,
Ана шулай еңел генә
Үткән замандар иленә
Тәпәйләп булалыр ул...
КОНЬЯКМЫ, ҺЫРАМЫ?
Ысын ир-ат булғас-булһын
Илерткес коньяк һымаҡ:
Бик һирәктәр баһалаһын,
Уларҙы тәмләп ҡарап.
Коньяк кеүек һәр кеменә
“Бик тәмле” күренмәһен,
Һәр үткенсе тиндәр һоноп,
Кәштәгә үрелмәһен!
Әгәр был коньяктың тәмен
Бик күптәр татый алһа,
Баҡыр ғына тәңкәләргә
Улар һатыла ҡалһа,
Был ир-аттың ҡәҙерҙәре
Коньяктан йыраҡ тора –
Улар бары мискәләрҙән
Һатылған һыра ғына...
ГРАФИНЯ
Хәтәр тундар килгән икән,
Киттем шул тарафтарға.
Ун йыл кейгән ҡуян туным
Күңелде ҡырып тора.
Йә, күрегеҙ: мутон, шәшке,
Килешә бит кәүҙәмә!
Принцессалар, мадонналар
Ҡарай миңә көҙгөнән.
Һатыусы ла һоҡланыуҙан
Ҡарай күҙ алмай ғына.
Ниңә, миңә ярамаймы
Әллә хыялланырға?!
Бер сәғәткә булһа ла бит
Графиняға әйләнәм!
Тормош матур –
Йәшәй белһәң,
Хыялдарҙы хәйләләп...
СӘС ҺӘМ МАТУРЛЫҠ
Ҡатындарҙың эштәре күп:
Сәс матурлау ни тора?!
Көн дә бер яңылыҡ кәрәк,
Үҙгәрмәһәң – “бисура”...
Оҙон сәс булһа – ҡырҡырға,
Ҡыҫҡа икән – үҫтерәм!
Бөҙрә булһа – турайтырға,
Тураһын – бөҙрәләтәм!
Ир-егеткә сәс матурлау –
Кеҫәһендә бер тараҡ!
Түбәләре ялтыраһа,
Бөтөнләй ташлай ҡырып...
Зарланмай ҡатын сәсенә,
Ташламай бер ҙә ҡырып,
Гүзәллек өсөн тыуғанға
Түҙә, гел сыға йырып.
Наҙ, мөхәббәт өмөт итә –
Юғалып ҡалмай баҙап:
Серле көҙгөнө күргәндәй
Йәшәй бирә үҙ иренең
Ялтыр башына ҡарап...
ҺОРАУ
Шундай ауыр хәлдәрҙән дә
Сығыу юлдарын беләм,
Ошо хәлгә инеү юлын
Ҡайҙан таптың һуң, тиле, тип,
Һорайым үҙ-үҙемдән.
Лилиә ҺАҠМАР