Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Ғинуар 2022, 06:00

"Хәниә Фәрхиҙең рухы шат булһын!"

"Тәтешлелә музейына кереп сығырға ла өлгөрҙөк. Бик ҙур эш башҡарылған. Хәниә апаның рухы шат булһын", - тип яҙған Илһөйә Бәҙретдинова.

"Хәниә Фәрхиҙең рухы шат булһын!""Хәниә Фәрхиҙең рухы шат булһын!"
"Хәниә Фәрхиҙең рухы шат булһын!"

Татарстандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Илһөйә Бәҙретдинованың Башҡортостандағы концерттары ҙур аншлаг менән үтте.

Йырсының республикалағы һуңғы концерты Тәтешле районында булған. Ул күренекле йырсы Хәниә Фәрхиҙең тыуған яғында уның репертуарынан "Ҡунаҡ егет" йырын башҡарған. Яҡташтары был йырҙы аяғүрә тороп алҡышлаған.

"Тәтешлелә Хәниә апа Фәрхи музейына кереп сығырға ла өлгөрҙөк. Бик ҙур эш башҡарылған. Хәниә апаның рухы шат булһын. Уның "Ҡунаҡ егет"ен йырлағанда йәнәшәмдә Хәниә апаға ныҡ оҡшаған Фирүзә апа (уның бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина), зал тулы райондаштары ҡушылып йырлай. Аңлатып булмай торған кисерештәр..." - тип яҙған Илһөйә Бәҙретдинова үҙенең Инстаграмдағы сәхифәһендә.

Фото: youtube.com

Автор:Карима Усманова
Читайте нас