

Был хәлдән һуң Хәйбулланы, ауыл хакимиәте башлығы юллауы буйынса, психикаһына зыян килгән ауырыуҙар ятҡан дауаханаға алып киттеләр. Шул китеүҙән башҡа иреккә сыҡманы Хәйбулла, ҡалған ғүмерен дүрт стена артында үткәрҙе. Изгелегенә барып, Фәрхиямал айына бер булһа ла уның хәлен белеп торҙо, күстәнәстәр алып барҙы. Ләкин Хәйбулла уны таныманы...
***
Ул арала балалары ла үҫеп, буйға етте. Улы Фәнис ауылда урта мәктәпте тамамланы, шунан военкомат уны шоферҙар курсына уҡырға ебәрҙе. Егетте һалдат хеҙмәтенә, еренә еткереп хушлашыу табыны йыйып, туғандарын, йәштәштәрен саҡырып оҙатты әсә. Тәүҙә улынан йыш ҡына хаттар килеп торҙо, шунан улар һирәгәйгәндән-һирәгәйҙе. Инде ҡайтыр ваҡыты етте тип торғанда, уныһынан тағы бер хат килеп төштө. Был юлы улы үҙенең өйләнеүе, ҡатынының мәрйә булыуы тураһында хәбәр итте.
Әсә балаларына хат аша үҙ ризалығын бирҙе, ҡунаҡҡа саҡырҙы. Тик ике-өс йыл үткәс, бер тапҡыр ғына ҡайтып китте йәш ғаилә. Килене, ҡалала үҫкән иркә ҡыҙ, Фәрхиямал бешергән бер нәмәне лә ашаманы: ирен бер туҡтауһыҙ магазинға ебәреп, ризыҡ ташытты. Кис етһә, улы бисәһенең аяғын йыуып, һөртөп, һыуын сығарып түгеп мәж килә. Көйәҙ килен ”матурым да матурым!” тип, өлтөрәп торған ирҙе, бәләкәй малай ише, йомош ҡушып йүгертә.
Фәрхиямал, бер ваҡытын тура килтереп, бәпес, ейән-ейәнсәрҙәр тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, ҡатын иренен бәлшәйтеп ситкә боролдо.
– Беҙ йәш әле, үҙебеҙ өсөн йәшәп ҡалырға кәрәк! – тип ҡырт киҫте. Шунан Фәрхиямал башҡа был турала өндәшмәне. Туғыҙ ай буйы күкрәк аҫтында йөрөткән, һөтөн имеҙгән, ғүмерен арнаған, иҫерек аталарынан ҡурсып, картуф баҡсаларында, күршеләрҙә йәшереп, мең михнәт менән тәрбиәләгән балаһының сит-ятҡа әүерелеүен күреүе уғата ауыр ине. Ошо ҡайтыуҙан башҡа күренмәне улары. Берәйһе улы тураһында һораша башлаһа, Фәрхиямал һүҙҙе тиҙ генә икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрер булды.
...Инде ҡыҙы Илмирала булды бөтә өмөтө Фәрхиямалдың. Ҡыҙыҡай тырышып уҡыны, тыныс, ипле генә бала булып үҫте. Әсәһе бөтә күңелен биреп яратҡанға осоноп та китмәне. Өйҙә лә тыныс ҡына итеп бөтә эштә лә ярҙамлашып, аҡыллы ҡыҙ булып үҫеп буйға етте. Тик бигерәк йыуаш ине ул, низағлашып, тауышланып йөрөмәне. Әллә атаһының аҡылынан яҙыуы бала күңеленә шулай тәьҫир иттеме? Кем генә белә инде! Мәктәпте тамамлағас, ауылдан сығып китергә лә ынтылып торманы. Башҡа иптәштәре ҡалаға уҡырға китергә атлығып торғанда, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе.
Ләкин был юлы Фәрхиямал ныҡлыҡ күрһәтте:
— Етте, ҡыҙым, ауылда ҡалам, тип ауыҙыңды ла асмайһың. Уҡы, әҙәм бул. Минең кеүек ғүмер буйы йәйен-ҡышын резинкә итек кейеп, ферма юлын тапарға итәңме ни? Булмай, мин риза түгел, ана, йә уҡытыусылыҡҡа, йә врачлыҡҡа уҡы. Эштәре таҙа, матур итеп кейенеп эшкә бараһың, шатланып эштән ҡайтаһың, көн һайын байрам кеүек.
— Һине йәлләйем, әсәй, бер үҙең ҡалаң бит. Унан аҡса ҡайҙан еткерербеҙ? Дүрт йыл буйы уҡырға кәрәк.
— Уҡырһың. Әле минең ҡулымдан эш төшмәгән, ике ҡулымды муйыныма аҫмағанмын. Минең кеүектәр ауылда өй беренсә. Ил өҫтөндә сәпсек үлмәй ул, астан үлмәм.
Фәрхиямал һүҙендә ныҡ торҙо, Илмира Өфөгә барып, медицина училищеһына уҡырға инде. Аҙ булһа ла стипендия алды, әсәһе аҙыҡ-түлек менән, матди яҡтан да ярҙам итеп торҙо. Ҡыҙ матур ғына уҡыны: Фәрхиямал ата-әсәләр йыйылышына барғас, уҡытыусылары уны бик маҡтаны,тик кеше менән бик аралашып бармай, шып-шым ғына булыуына иғтибар итергә тәҡдим иттеләр.
Көн артынан көн, ай артынан ай алға йүгерҙе, Илмира инде аҙаҡҡы курста уҡый. Бер ялға ҡайтҡанында ҡыҙының өҫтөндә оҙон күлдәк, башында яулыҡ булыуын күреп, Фәрхиямал аптырап китте. Уның һораулы ҡарашына яуап итеп, Илмира әсәһенә буш ваҡытында мәсеткә барыуы, дин менән ҡыҙыҡһына башлауы хаҡында һөйләне. Һуңғы йылдарҙа ауылдаштарҙың да мәсет асыу мәсьәләһен хәл итеп йөрөүҙәрен ишетеп кенә түгел, күреп йөрөгән Фәрхиямал ҡыҙының был ҡыҙыҡһыныуында бер хилафлыҡ та күрмәне.
Тик... Диплом яҡлар алдынан ғына ҡыҙ ҡапыл юҡ булды. Бер-ике аҙна ялға ҡайтмағас, ул сәбәпте ҡыҙының эше күп булыуы менән бәйләне. Ләкин бер көндө почтальон ҡатын уға ҡыҙы уҡыған училищеның уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдиренең хатын килтергәс, аптырап китте. Унда ҡыҙҙың инде бер айға яҡын уҡыу йортона килеп күренмәүе тураһында хәбәр ителгәйне.
Фәрхиямалдың башына таш менән һуҡтылармы ни! Ул тиҙ генә йыйынды ла, Өфөгә сығып китте. Ләкин унда ла тынысланырлыҡ бер яуап та таба алманы. Ауылда имеш-мимеш таралды. Милиция ла эҙләп килгеләне, тик ҡыҙ зым-зыя юғалды.
Бына шул саҡ Зәбирәләрҙең ишеген шаҡыны ла инде Фәрхиямал. Нисек һүҙ башларға белмәй, ыуаланып ултырған ҡатынды Зәбирә сәй эсергә ултыртты, алдына әле бер, әле икенсе ризыҡты ҡуйып, тәмләп ҡарарға ҡыҫтаны. Зәбирәнең иҙәндәге балаҫта бесәй балалары кеүек шаярған ике малайына ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла, Фәрхиямал иланы ла ебәрҙе.
— Эй, хоҙайым, минең балаларымдың да шундай ғына саҡтары бар ине бит! Ҡайҙа ғына йөрөйҙәрҙер инде йөрәккәйҙәрҽм? Фәнисем килен менән диңгеҙ буйында бер ҡалала йәшәй, иҫән булһын балаҡайҙар. Бына Илмирам ҡайҙалыр? Бер ни белмәйем!
Фәрхиямал ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөртөп алды.
(ДАУАМЫ БАР).
Фото: www.liveinternet.ru
Авторы: Миңзәлә Хәлилова.