Бөтә яңылыҡтар

Лилиә Биктимерованы ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Йырсының беренсе музыкаль альбомдарының береһе - "Мин икән".

Лилиә Биктимерованы ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Лилиә Биктимерованы ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Лилиә Биктимерова тыуған көнөн билдәләй. Ул Яңауыл ҡалаһында тыуған. Йырсы Өфө сәнғәт училещеһын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, ситтән тороп З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем алған. Уҡыу йылдарында төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашҡан. “Дуҫлыҡ моңо” бәйгеһендә еңеү яулаған.

2001 йылдан алып Лилиә Биктимерова -  Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев етәкселегендәге эстрада төркөмө ағзаһы. Йырсының беренсе музыкаль альбомдарының береһе – “Мин икән”.

2004 йылдан уның Фәдис Ғәниев менән ижади тандемы (дуэт) киң танылыу яулай. Лилиә Биктимерова башҡарған йырҙар үҙенең моңлолоғо менән әсир итә. Белеүебеҙсә, уның ҡыҙы Гөлназ Арсаева ла - йырсы. Тағы Кәрим исемле улы бар.

Беҙ йырсыға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер, бәхет, уңыштар, яңы ҡаҙаныштар һәм йырҙар теләйбеҙ!

Фото: ok.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в