Бөтә яңылыҡтар

Моңло тауышлы йырсы, талантлы актер ине...

Бөгөн, 12 ғинуарҙа, Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиевтең вафатына - бер йыл.

Моңло тауышлы йырсы, талантлы актер ине...

Ул бик ваҡытһыҙ, ни бары 48 йәшендә, аяуһыҙ сир арҡаһында арабыҙҙан китте.

Риза Мәһәҙиев 1972 йылдың 13 мартында Ишембай районының Ибрай ауылында донъяға килгән. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлағас, Салауат дәүләт башҡорт драма театрына эшкә килә һәм ғүмеренең ахырынаса шунда ижад итә. Ул үҙен талантлы актер, халыҡ һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусы итеп таныта. "Актер йыры-1994" конкурсында дипломант, "Дуҫлыҡ йыры-2002" йыр бәйгеһендә лауреат була.

2003 йылда Риза Мәһәҙиев – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм 2010 йылда Башҡортостандың халыҡ артисы исемдәренә лайыҡ була.

“Бер йыл да булып китте баҡыйлыҡҡа күсеүенә, ләкин уның юҡлығына күңел ышанмай... Риза Рафаил улы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр”, - тип яҙҙы дуҫы Рәжәп Ғәбитов.

Моңло тауышлы йырсы һәм талантлы актер Риза Мәһәҙиевте яҡшы һүҙ, яҡты хәтер менән иҫкә алайыҡ.  

Фото: “Бәйләнештә” селтәре (vk.com/razhap1957)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова