Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Ғинуар 2022, 17:25

Шумбрат*, Мордва Республикаһы!

Туған телгә һөйөү бишектән башлана.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Яҙмыш еле мине Мордва Республикаһына илтте – Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү фонды, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы, Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең ресурс үҙәге, Волга буйы фин-уғыр халыҡтары мәҙәниәте үҙәге ойошторған медиа-мәғариф блог-турында ҡатнашып, Башҡортостан, башҡорт милләте исеменән сығыш яһаным.

  

Рәсәйҙең ете төбәгенән – ете милләт вәкиле

 

Йыйылған, ти, башҡорт, ҡаҙаҡ, алтай, татар, мордва, сыуаш, мари... Юҡ, был  көләмәс башы түгел, ә Рәсәйҙең ете төбәгенән ете милли блогерҙың бер сараға тупланыуы.

Мин – Башҡортостандан, ҡаҙаҡ егете  Дамир Мирманов – Ырымбур өлкәһенән. Ул әле йәш булыуына, табип һөнәрен үҙләштереүенә ҡарамаҫтан, әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара, Ырымбур өлкәһенең төбәк ҡаҙаҡ милли-мәҙәни автономияһы ағзаһы. Алтай ҡыҙы Евгения Такаракова, Мәскәүҙә йәшәһә лә, йәне-тәне менән тыуған яғына, халҡына, теленә тоғро, быға уның эше лә булышлыҡ итә: Женя – В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте үҙәгендә төрки халыҡтары мәҙәниәте буйынса белгес. Силәбе өлкәһе вәкиле Регина Мөхәмәтова – татар ҡыҙы, Халыҡтар берҙәмлеге үҙәгендә йәштәр сәйәсәте бүлеген етәкләй, Мари Иле республикаһынан килгән мари ҡыҙы Анна Новоселова – Балалар ижады үҙәгендә директор урынба­ҫары, Йәш блогерҙар мәктәбен етәкләй. Оксана Белкина Мордва Республикаһының үҙенән, радиола алып барыусы булып эшләй, Волга буйы фин-уғыр халыҡтары мәҙәниәтенең йәштәр советы рәйесе. Сыуаш Республикаһының баш ҡалаһы Чебоксарҙан килгән Люссия Плотникова – арабыҙҙағы иң йәш милли блогер. Ул И. Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университетында уҡый, Рәсәй йәштәр союзы ағзаһы.

Милләттәребеҙ, республика-өлкәләребеҙ генә түгел, йәшебеҙ ҙә төрлөсә: кемгәлер – 19, кемгәлер – 27, кемгәлер – 35... Әммә йәш араһы ла, мәҙәниәттәр, телдәр төрлөлөгө лә тойолманы – тәү күреүҙән үк бер-беребеҙ менән уртаҡ тел таптыҡ, әйтерһең дә, кисә генә айырылышҡанбыҙ.

Блог-турҙың беренсе көнөндә Мордва дәүләт университетында “Шумбрат, Финно-Угрия туристическая!” медиафорумын асыу тантанаһы үтте, Мордва Республикаһы хөкүмәте вәкилдәре, этноблогерҙар, ғилми һәм ижади интеллигенция ҡатнашлығында этнотуризм хаҡында түңәрәк өҫтәлгә йыйылдыҡ.

Әсәйемдең үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡашмауы иғтибар үҙәгенә әйләнде: гәзиткә лә фотоға төшөрҙөләр, телевидение хеҙмәткәрҙәре лә интервью алды. Ғөмүмән, ҡыҙыҡһыналар, һорашалар, фотоға мәңгеләштерәләр.

Ҡайҙа барһаң да, милләтеңдең үҙен­сәлектәрен белгертеп йөрө – ошо хәҡиҡәткә йәнә инандым.

 

Степан Эрьзяның тылсымлы ҡулдары

 

Мордва Республикаһының баш ҡалаһы Саранскиҙа башланған блог-турҙың беренсе көнө уғата матур тамамланды: Степан Эрьзя музейына юл тоттоҡ. Музей ҙурлығы, залдарының күплеге менән һушты алды.

Степан Эрьзя – мордва халҡының ғына түгел, Советтар Союзының, Рәсәйҙең билдәле рәссамы, алтын ҡуллы скульптор. Ысын фамилияһы – Нефедов, Эрьзя ҡушаматын рәссам Мордва Республикаһында йәшәгән ошо исемле халыҡҡа ҡарағанлыҡтан ала.

Модерн стилендә ижад иткән оҫтаның ҡул эштәре музейҙың бөтә залдарын биләгән тиерлек. Һәр береһе уның ғүмер йылдарына, теге йәки был тәғәйен ваҡиғаларға үрелеп бара, уның шәхси тормошон, кисерештәрен генә түгел, илдә барған тарихи мәлдәрҙе лә сағылдыра.

Октябрь революцияһына тиклем үк Степан Эрьзя, Италия, Франция илдәрендә йәшәп, ундағы күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, донъяуи билдәлелек яулай. 1917 йылда илдә башланған үҙгәрештәрҙе ул ҡыуанып, ҙур өмөттәр бағлап ҡаршы ала, ә тормош киреһен күрһәтә – рәссамдың ҡатмарлы йылдары тап ошо ваҡытҡа тура килә. Ауырлыҡтар яңы сәнғәт әҫәрҙәренә илһамландырыусан – Степан Эрьзя ижадына Октябрь революцияһы яңы һулыш өрә.

Скульптор һындарҙы күберәк ағастан юна. Һындарға үҙ күҙҙәре менән баҡҡандар ғына эштең нескәлеген, ә Эрьзя ҡулдарының тылсымын аңлайҙыр: барыһы ла еренә еткереп, үтә лә оҡшатып башҡарылған.

Степан Эрьзяның ижадында ҡатын-ҡыҙ һыны күберәк. Илдәге сәйәси, ижтимағи ваҡиғаларҙы ла ул гүзәл заттар образы аша һүрәтләй.

Мине иң тетрәндергәне уның “Мөхәббәт”, “Өмөтһөҙлөк”, “Ҡот осҡос”, “Ирлек”, “Уйҙар” исемле скульптуралары ине. Һәр береһендә исеме есеменә тап килеп, был хис-тойғолар бар тәрәнлегенә тиклем сағылыш тапҡан. Ябай ағас өмөтһөҙлөк менән мөхәббәтте күрһәтһенсе...

Музейҙа Степан Эрьзяның үлеменән һуң алынған ҡулдарының балсыҡ һыны ла һаҡлана. 83 йәшендә донъя ҡуйған оло кешенең ҡулдары тимәҫһең – улар шундай наҙлы, нәҙек бармаҡлы, үҙҙәре бер сәнғәт әҫәреләй... 

 

Эрзя менән башҡорттоң ниндәй оҡшашлығы бар?

 

Тәү ҡарашҡа – бер ниндәй ҙә. Беҙ – төрки халыҡ, мордвалар фин-уғырҙарға ҡарай. Ошо урында аңлатып үтеү мөһим: мордва милләте үҙен ике төргә – эрзя һәм моҡшаға бүлә. Был йәһәттән мордвалар үҙҙәре лә, уларҙың тел белгестәре, этнографтары ла төрлө ҡарашта: кемдер эрзя менән моҡшаларҙың икеһен ике милләт тип атай, кемдер өсөн улар – шул уҡ мордва, ә был бүленеш диалект арҡылы килеп сыҡҡан, тигән фекерҙә.

Блог-турға белгес булараҡ саҡырылған Волга буйы фин-уғырҙар мәҙәниәте үҙәгенең башҡарма директоры Елена Новикова белдереүенсә, эрзя менән моҡша телдәренең 80 процент оҡшашлығы бар.

Шул уҡ ваҡытта улар милли үҙенсәлектәре, мәҙәниәттәре менән бер-береһенән ярайһы уҡ айырыла.

Бөтә Рәсәй “У носителей языка” блог-туры мордва халҡының, атап әйткәндә, эрзя менән моҡшаларҙың тарихына, милли үҙенсәлектәренә, мәҙәниәтенә туранан-тура ҡағылырға мөмкинлек бирҙе: сара сиктәрендә Кочкуров, Зубово-Полянский райондарына сәйәхәт ҡылдыҡ.

Таулы ауылында эрзялар йәшәй. Улар, республиканың баш ҡалаһы Саранскиҙан алыҫ түгел урынлашыуына ҡарамаҫтан, үҙ­ҙәренә генә хас миллилектәрен, боронғо­лоҡтарын һаҡлап ҡалыуы менән әсир итте.

Беҙ, Рәсәйҙең ете төбәгенән йыйылған этноблогерҙар, һауа торошоноң ҡыш башына тартым һыуығына ҡарамаҫтан, иҫ киткес йылы мөхиткә сумдыҡ: беҙҙе автобустан уҡ икмәк-тоҙ, йыр-моң һәм... теҙелеп киткән камералар ҡаршы алды – Мордва Республикаһының бар матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары йыйылғанмы ни!

“Билдәле фольклорсы, эрзя халҡының арҙаҡлы улы Владимир Ромашкин, йәғни Йовлань Олоның йорт-музейына рәхим итегеҙ!” – тип тәбрикләне беҙҙе музей директоры Петр Рябов.

Петр Владимирович алтын ҡуллы оҫта, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы булып сыҡты – музей уның ҡул эштәренә күмелгән.

“Был йортта мөғжизәләр булып тора”, – милли кейемдәге алсаҡ йөҙлө инәйҙәрҙең ошо һүҙҙәренең хаҡлығына шунда уҡ инандым: иғтибарымды ағастан юнып эшләнгән ат һындары йәлеп итте. Миңә, гел ҡыҙыҡлы мәғлүмәт эҙләгән журналисҡа, етә ҡалды – һораша торғас, ҡыҙыҡлы параллелдәргә юлыҡтым.

“Был аттар – ҡояш аттары, тиҙәр, – Петр Рябов ағастан ат һынын юна-юна һөйләй, – ғөмүмән, йылҡы беҙҙең эрзя халҡында изге һанала. Риүәйәт буйынса, улар Юғары Аллабыҙ – Нишке-Паз тарафынан ҡояштан төшөрөлгән”.

“Беҙҙең Аҡбуҙатыбыҙ ҙа “Урал батыр” эпосы буйынса күктән төшә!” – тип әйтмәйенсә түҙмәнем.

“Атты беҙҙең телдә алаша тиҙәр. Белеүемсә, башҡорттарҙа ла был һүҙ бар. Кем белә, бәлки, һеҙҙән үҙләштергәнбеҙҙер әле”, – тип йылмайҙы оҫта.

Өй алдындағы ағас һындарҙы ҡарап йөрөгәндә, иғтибарымды айлы ҡыҙ йәлеп итте. “Ай ҡыҙы” тип аталған әкиәт бар икән был яҡтарҙа. Йөкмәткеһе беҙҙең “Ай менән Зөһрә” әкиәтенә оҡшаш.

Эрзя инәйҙәре был халыҡтың милли йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән генә таныштырып ҡалманы, сәхнәләштерҙе лә: алтай ҡыҙы Евгения – кәләш, ҡаҙаҡ егете Дамир кейәү булды. Ҡыҙға бирнәне махсус һандыҡҡа (был яҡтарҙа ул батман формаһында) йыйыу, туйҙың икенсе көнөндә һыу юлына барыу – былар беҙҙең халыҡ йолаларына оҡшаш, ә бына туй үҙе үҙенсәлекле, хатта сәйер үткән элек: кәләш яғынан туғандар уның менән айырылышыу сәбәбенән туй буйы илаһа, киленде баштан-аяҡ бөркәндереп төшөргәндәр, ул мәжлес буйы мейес алдында яулыҡ менән ҡаплаулы килеш торған, ә кейәүе күрше өйҙә дуҫтары менән күңел асыр булған.

“Берәй миһырбанлы әбей килеп яулыҡ аҫтынан ғына кәләшкә аҙыҡ тоттороп китер булған”, – тип һөйләне инәйҙәр.

“Беҙҙә йола буйынса ҡунаҡ йыр-моң менән үрелеп бара!” – тип “ҡаты ҡушып” ҡуйҙы инәйҙәр. Инәйҙәр тип Таулы ауылының “Тол Ава” фольклор коллективын атауым – улар беҙҙе эрзяларҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә таныштырҙы, экскурсия ла ойошторҙо, йыр-моң менән дә оҙата килде.

Һәр беребеҙ тороп үҙебеҙҙең телдә берәй йыр башҡарабыҙ. Һәр халыҡтың йыры шул халыҡҡа ғына хас моңо, үҙенсәлеге менән иғтибарҙы йәлеп итә. Мин “Бер алманы бишкә бүләйек” башҡорт халыҡ йырын йырланым. Йырланым да күңел нескәреп китте. Һәр тартай үҙ һаҙлығын маҡтай, тиҙәр, ә шулай ҙа, үҙебеҙҙең башҡорт йырҙары иң моңлоһо тойолдо, туған телдең, туған моңдоң ҡәҙеренә сит ерҙә нығыраҡ төшөнәһең икән...

Мордваларҙың милли кейеме Саранс­киҙағы Степан Эрьзя музейында уҡ үҙенә ғашиҡ иттергәйне – Таулыла булған саҡта эрзяларҙың милли кейемен кейеп ҡара­майынса түҙмәнем һәм, ысынлап та, тарихҡа, миллилектең үҙенә ҡағылғандай булдым.

“Была бурзянкой, стала эрзянкой”, – тип шаяртыуымдың да нигеҙе бар – был яҡтарҙың хатта яҡындағы ҡайын сауҡалыҡтарына тиклем әсир итте.

 

Ҡоймаҡ менән таҡмаҡ – моҡшалар яғында

 

Таулы ауылынан һуң ғына сығыуыбыҙға, ара ярайһы уҡ оҙон булыуына ҡарамаҫтан, Зарубкино ауылына юлландыҡ. Командала берҙән-бер егет булған Дамир йырларға ярата икән, ярты юлды ла үтмәнек, автобус ҡаҙаҡ, рус моңдарына күмелде. Өс сәғәт һиҙелмәй ҙә үткән, ауылға килеп етеп, “Тыуған йорт” исемле ҡунаҡ өйөндә туҡталдыҡ.

Мордва Республикаһы менән таны­шыуҙың өсөнсө көнөнә күҙ асҡыһыҙ буран сыҡты. Ҡар өйөрмәләре аша сиркәү, өйҙәр саҡ күренеп ҡала, ә беҙ моҡша ҡоймағы ашарға китеп барабыҙ.

Беҙҙе тупһанан уҡ ҡоймаҡ тотҡан алсаҡ йөҙлө инәй ҡаршыланы – өйөнөң, ҡоймаҡ­тарының ғына түгел, уның күңел йылыһы ла күңелгә бал булып яғылды. Ирина Ивановна Тюжаева – Зарубкино ауылының хөрмәтле оло быуын вәкиле, ул йәмғиәт, мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Моҡша ҡоймаҡтары уларса пачат тип атала. Манный ярмаһынан бер биҙрә әсетке әҙерләнгән – ҡоймаҡтары телеңде йоторлоҡ. Ирина Ивановна ҡуйы әсеткене табаға ҡоя ла, табаны әҙерәк ҡапҡас менән баҫырып тора – ҡалын булыу сәбәпле, ҡоймаҡтар ғәҙәтиҙәренә ҡарағанда оҙағыраҡ өлгөрә.

– Мин русса насар һөйләшәм, – ти Ирина Ивановна, был уның моҡша телендә һөйләшкәнлеген, тарихи тамырҙарын онотмағанлығын иҫбатлай.

Пачаттар бешеп сығыуға, беҙ уларҙы моҡшаларҙа күнегелгәнсә һөт менән тәмләнек, һәм был халыҡтың милли кейеме менән танышыу ниәтендә төпкө бүлмәгә сыҡтыҡ.

Моҡшаларҙың да милли кейем элементтары күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө төҫтә булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Ғөмүмән, эрзялар ҙа, моҡшалар ҙа муйындарына күп муйынсаҡ элергә ярата, ә кейемдәрҙәге биҙәктәр  ҡулдан сигелә. Моҡшаларҙың беҙҙеке кеүек түшелдеректәре бар, тик ундағы тәңкәләр туҡыма ерлегенә тегелмәй, ә бер-береһенә шул көйө нәҙек ептәр ярҙамында тоташа.

Билбауға артҡы яҡтан ҡыңғырауҙар тағыла – уларҙың моҡша йырҙарын күңелле сыңлап оҙатыуына “Ляйне” фольклор ансамбле менән танышҡас инандыҡ.

“Тыуған йорт”ҡа кире ҡайтыуыбыҙға беҙҙе гармун, йыр менән “Ляйне” ансамбле ҡаршы алды. Ижади төркөмгә быйыл 13 йыл тулған. Улар моҡша халыҡ йырҙарын башҡара.

Тамашасы ролендә оҙаҡ торорға тура килмәне беҙгә – тәүҙә дәртле көйҙәргә түҙмәй бейергә төштөк, аҙаҡ таҡмаҡтарға ҡушылдыҡ – һәр беребеҙ үҙебеҙҙең телдә таҡмаҡ әйтергә керешеп киттек.

Быуындар бәйләнеше – “Ляйне” инәйҙәре беҙҙең менән “TikTok” өсөн видеоға ла төштө, дәртле хәрәкәттәрҙе ихлас ҡабатланы. 

Ҡоймаҡтар минең менән Башҡортостанға ҡайтты. Уларҙы поезда ла тәмләнем, күстәнәс итеп өйҙәгеләргә лә ауыҙ иттерҙем.

Мордва Республикаһында үткән сағыу көндәр тәьҫораттары кеүек тәмле ине улар.

 

Туған телде нисек һаҡларға?

 

Былар йырлап-бейеп кенә йөрөгән икән, тимәгеҙ – Зарубкино ауылында урындағы халыҡтың мәҙәниәте, милли аш-һыуы менән танышҡандан һуң, беҙ түңәрәк өҫтәлгә йыйылдыҡ. Унда һәр беребеҙ үҙ төбәгендә туған телен һаҡлау, популярлаштырыу маҡсатында ниндәй саралар күрелеүе хаҡында һөйләне.

“Элек Ырымбур өлкәһендә ҡаҙаҡ теле мәктәптәргә дәрес булараҡ инә торғайны, хәҙер бөтөрөлдө, телде махсус курстарҙа һәм үҙаллы ғына өйрәнәбеҙ”, – тине Дамир Мирманов. Ҡаҙаҡ егете сығышы менән Орск ҡалаһынан. Ҡаҙаҡтар, милләт һаны буйынса Ырымбур өлкәһендә рустарҙан һәм татарҙарҙан ҡала, өсөнсө урында. Ырымбур Ҡаҙағстан менән сиктәш, тарихи тыуған ерҙәре икенсе илгә ҡараһа ла, тап Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫкән ҡаҙаҡтар етерлек.

“Туған телеңде нисек һаҡлайһың?” тигән һорауға Дамир ябай итеп: “Ҡаҙаҡса һөйләшәм. Ҡаҙаҡ дуҫтарым русса һөйләшһә, уларҙы туған телебеҙ яғына борорға тырышам”, – тип яуапланы.

“Балалар туған телдәрендә һөйләшмәй”, – тип борсола Алтай ҡыҙы Евгения Такаракова. Ысынлап та, борсолорға нигеҙ бар: ЮНЕСКО алтай телен юғалыу янаған телдәр төркөмөнә индергән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ике процент халҡы ғына саф алтай телендә һөйләшә икән.

“Нимә ҡулыңдан килә, шуны эшләргә кәрәк, – ти моҡша ҡыҙы Оксана Белкина, – “YouTube” каналында видеоблог астым, уны моҡша телендә алып барам. Йәштәр туған телебеҙҙе күберәк ишетергә тейеш”.

Сыуаш Республикаһынан килгән Люссия Плотникова белдереүенсә, уларҙа туған телде һаҡлау башланғысы менән республика етәксеһе Олег Николаев үҙе сығыш яһай. Башлыҡ сыуашса иркен һөйләшә, социаль селтәрҙәрҙә лә йыш ҡына туған телендә сығыш яһай, тел һағында торған йәмәғәт эшмәкәрҙәре, йәштәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырған.

Мин үҙем иһә, туған телде һаҡлау, уны популярлаштырыу буйынса шәхси тәжрибәмдән сығып, түбәндәге биш алымды тәҡдим иттем.

Туған телгә һөйөү бишектән башлана. Балалар тәүге һүҙен мотлаҡ рәүештә туған телдә әйтергә тейеш. Ғәҙәттә, “Нимәгә ул туған тел? Баҡсала, мәктәптә ҡыйын буласаҡ!” тип ҡайһы бер атай-әсәй балаларын баштан уҡ рус теленә өйрәтә. Был – тәбиғәткә ҡаршы барыу. Туған телен белгән бала руссаға ла тиҙ өйрәнә, ә ике телде белеү һәләте уға артабан сит телдәрҙе тиҙ өйрәнеүгә булышлыҡ итә.

Йәштәрҙә туған телгә һөйөүҙе уға иғтибар, ихтирамды шиғриәт аша тәрбиәләү. Был – иң эскерһеҙ һәм шул уҡ ваҡытта иң отошло алым.

Туған телде мәҙәниәт аша популярлаштырыу. Был алымды мин үҙем ойоштороусы булып торған “Ҡош юлы” республика бард фестивале миҫалында төшөндөрҙөм: фести­валдә ҡатнашыу өсөн йыр ҙа, шиғырҙар ҙа мотлаҡ башҡорт телендә булырға тейеш. Унда ҡатнашырға ынтылып, быға тиклем белмәгән туған башҡорт телдәрен өйрәнгән автор-башҡарыусылар етерлек.

Йәш быуын шағирҙары менән “Ҡыл” шағирҙар хәрәкәтен булдырыу, унда әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә әүҙем йәмәғәт эштәре башҡарыу ҙа – сираттағы алым.

Бишенсе алым – журналист эшмәкәрлеге. Һүҙ менән телдең киләсәген журналист хәстәрләмәй кем хәстәрләһен инде?..

Һөҙөмтәлә, блог-турҙың төҙөүсеһе, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының һәм милли мөнәсәбәттәр мөхитенең ресурс үҙәгенең матбуғат секретары, проекттың кураторы Анжелика Засядько беҙгә бер ойошмаға тупланырға тәҡдим итте.

Был ойошма туған телдәрҙе һаҡлау, уларҙы популярлаштырыу өҫтөндә эш алып барған, ошо блог-турҙа ҡатнашҡан йәштәрҙе берләштерәсәк. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап ҡалмайынса, Рәсәйҙең төрлө республика-өлкәләрендә йәшәгән, туған телем тип янған алдынғы фекерҙәштәр менән тәжрибә уртаҡлашыу, дөйөм проекттар өҫтөндә эшләү – бына ниндәй офоҡтар асты Бөтә Рәсәй “У носителей языка” медиа мәғариф блог-туры.

 

Айгөл ЙӘМИЛЕВА.

Читайте нас