Бөтә яңылыҡтар

БЕР БӘХЕТКӘЙҘӘРЕҢ БУЛМАҒАС...

Зәбирә, төн ултырып, “Көт мине” тапшырыуына хат яҙҙы. Ике ай тигәндә тапшырыуҙың мөхәррирҙәренән хәбәр килде: "Илмира иҫән, кейәүгә сығып, Мысырға йәшәргә киткән".

БЕР БӘХЕТКӘЙҘӘРЕҢ БУЛМАҒАС...

— Зәбирә һеңлем, һиңә оло йомош менән килдем бит әле, зинһар өсөн, миңә анау Беренсе каналда барған “Көт мине” тапшырыуына хат яҙып ҡына бирсе. Һыу төбөнә төшкән кеүек ғәйеп булды балаҡайым. Инде бөтә ил буйынса эҙләй бит милиция! Юҡ! Исмаһам, ҡош телендәй генә бер хәбәре булһын ине!
— Фәрхиямал апай, ул тиклем үҙеңде бөтөрмәй тор, иҫән-һауҙыр, табылыр, алла бирһә. Яҙам, әлбиттә, яҙам, хат яҙыу эшме ни? Ҡулымдан килгәнде эшләрмен.
— Рәхмәт инде һиңә, күҙ төбәп килгәйнем, бороп сығарманың. Алланың рәхмәте төшһөн. Балаларыңдың изгелеген күреп йәшә, үҙең дә, ирең дә иҫән-һау булығыҙ, татыу йәшәгеҙ! Бала ҡайғыһы бирмәһен мәүләм!

Изге теләктәрен теләп, ҡыуанып сығып китте ул. Ә Зәбирә, төн ултырып, “Көт мине” тапшырыуына хат яҙҙы. Ике ай тигәндә тапшырыуҙың мөхәррирҙәренән хәбәр килде: "Илмира иҫән, кейәүгә сығып, Мысырға йәшәргә киткән".

Фәрхиямал икенсегә тағы килде Зәбирә менән Шәфҡәттең өйөнә. Был юлы шатлығынан нимә эшләргә белмәгән ҡатын икеһенә лә бүләккә йөндән ойоҡбаштар бәйләп килтергән, малайҙарға – уйынсыҡ машиналар, күстәнәскә кәнфит, сәй ҙә алған.

— Фәрхиямал апай, ниңә улайтып бүләктәр күтәреп йөрөйһөң, килешмәгәнде. Мин бит бүләк өсөн яҙманым ул хатты, ҡулымдан килгәнде генә эшләнем.
— Юҡ, Зәбирә һеңлем! Эш бүләктә түгел, ә рәхмәтле була белеүҙә. Мин шул тиклем рәхмәтлемен һиңә. Ҡыҙымдың үҙенән дә хат килде бит, киләһе йыл ҡайтабыҙ, — тигәндәр.

Эсенә һыймаҫ шатлығы менән бүлеште ҡатын. Ысынлап та, киләһе йылына ҡыҙы Илмира (хәҙер исеме Айша ине) ергә тейеп торған оҙон күлдәк, башына яулыҡ ябынып – хиджаб кейеп ҡайтып төштө. Эргәһендә бәләкәй ҡыҙы ла бар, ул да яулыҡ ябынған. Кейәүе һаҡал, мыйыҡ үҫтергән, оҙон кейем кейгән сит милләт кешеһе башҡортса бер ауыҙ һүҙ ҙә белмәй булып сыҡты.

Ир кеше Фәрхиямал әҙерләп ҡуйған итте лә ашарға теләмәне, имеш, мал һуйғанда араҡы эскән кешеләрҙең ҡулы тейгән. Уның өсөн бөтә нәмә “хәрәм” ине. Һарыҡты ла үҙ ҡулдары менән салды, тауыҡ итен, йомортҡаны бөтөнләй ауыҙына ҡапманы. Хатта икмәктең магазиндан һатып алғанын ауыҙ итмәне. Илмира көлсә бешереп, йәйге селләлә өй мейесендә икмәк һалып, ыуарама килде. Улар намаҙын ҡалдырмай ҡөрьән уҡыған, мөкиббән дингә киткән ғаилә ине инде.

Ауылда бер ай самаһы торғас, улар кире Мысырға ҡайтып китте. Фәрхиямал ҡыҙы менән ултырып бер рәхәтләнеп һөйләшә лә алманы, ниңәлер кейәүе ҡатынын күҙ уңынан ысҡындырманы. Әсәһе менән дә, яңғыҙын бигерәк тә урамға сығарманы. Ҡыҙының һағыш тулы күҙҙәрен күреп, әсә кешенең йөрәге өҙгөләнде. Юлға сығырҙан бер көн алда, уңайын тура килтереп, Фәрхиямал ҡыҙына һүҙ тишеп ҡараны.

— Балаҡайым, бәлки, ҡалырһың, бер баланы ҡарарбыҙ әле, уҡыуыңды тамамлап ҡуйырһың. Китмә, балам!
— Юҡ, әсәй! Көфөр һүҙ һөйләмә. Мин иремдән ҡалмайым.

...Был күрешеү һуңғыһы булды. Башҡа ҡыҙы тыуған ауылына, әсәһе эргәһенә ҡайта алманы, бер-бер артлы ҡыҙҙары тыуыуы тураһында хәбәрҙәр генә алды әсә. Инде уларҙың һаны бишәү булғайны. Бер йылы юлға сығырға йыйынғас, илдә солғаныштар башланыу сәбәпле, ҡайтырға өлгөрә алмай ҡалдылар. Һуңынан инде самолет менән ҡайтыр өсөн һәр балаға билет алырға аҡса еткерә алманылар, ахыры. Фәрхиямал, улар ҡайтһа тип, пенсия аҡсаһын йыйыштырып та торҙо тороуын, ләкин осрашыу мөмкинлеге бөттө.

Үлемесле ауырыуы ла тиҙ еңде ҡатынды. Бик тиҙ арый, хәле бөтә башлағас, дауаханаға барғайны, инде ауырыуының аҙаҡҡы, дүртенсе стадияға етеүе билдәле булды. Ике ай эсендә майшәм кеүек ирене лә ҡуйҙы. Ғүмер буйы, үҙе әйтмешләй, резинкә итек кейеп, ферма юлын тапауы ла сәбәпсе булғандыр. Унан бөтә ауыр сирҙәрҙең нигеҙендә нервы ҡуҙғыуы ятыуын хәҙер бала-сағаға хәтлем белә бит. Ә уның күҙ йәштәре түкмәгән көнө, ҡайғырмаған минуты булмағандыр. Ире өйҙән төн уртаһында баҫтырып сығарһа, ике балаһын ҡосаҡлап, ҡышын мал аҙбарында, йәйен картуф баҡсаһында йоҡлап йөрөүҙәре лә эҙһеҙ үтмәгәндер.

Кейәүгә сығып – ирҙән, балалар табып, уларҙан уңманы ҡатын. Ә Фәрхиямал үҙе бит шундай киң күңелле, кешелекле, фәрештәләй кеше булды: бер кемгә лә ярҙам итеүҙән баш тартманы, бөтә күрше-күләндең балаларын ҡарашты, ҡунаҡҡа китһәләр, һыйырҙарын һауып, мал-тыуарын тәрбиәләп, өйҙәренә күҙ-ҡолаҡ булып торҙо. Үҙ теләге менән яңғыҙ йәшәгән әбейҙәрҙе лә ярҙамһыҙ ҡалдырманы: берәүҙәренә магазиндан аҙыҡ-түлек ташыны, ҡайһыларының баҡсаларын утап бирҙе,мейестәрен ағартты, иҙәндәрен йыуҙы. Илаулап, яҙмышына зарланып ултырманы. Мәрхүмкәй урамдан барһа, бөтә кешеләргә ихлас йылмайып, һаулыҡ, хәл һорашып уҙыр ине.

— Даланлы, өлөшлө була күр, балаҡайым! Ир бәхете теләп, ҡатын бәхете – ирҙән, тигән булып, изге теләктәрен алҡынып-талпынып, фатихаларын биреп үҫтергәйне лә бит әсәкәйем. Бәләкәстән атайһыҙ ҡалып, ярты етем булып буй еткерҙем. Балалар аталарына арҡаланып йәшәгәндә, атай йылыһы күрмәнем. Соҡор ҡайҙа – һыу шунда, етем ҡайҙа – һүҙ шунда, тигән кеүек инде. Бер бәхеткәйҙәрең булмағас... — тип ултырғайны Фәрхиямал аҙаҡҡы тапҡыр килгәнендә.

Зәбирә уйҙарынан арынып, аш бүлмәһенә үтте, бәлеш ҡамыры баҫырға тотондо. Мәрхүмәне ҡуйып ҡайтҡас, өсөн, етеһен уҡытырға, Ҡөрьән табыны әҙерләргә кәрәк булыр...

(АҘАҒЫ).

Фото: www.liveinternet.ru

 Авторы: Миңзәлә Хәлилова.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова