Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Ғинуар 2022, 14:45

“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса ултырыш үтте

Башҡортостан был проектта 2017 йылдан алып ҡатнаша.

“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса ултырыш үтте“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса ултырыш үтте
“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса ултырыш үтте

“Берҙәм Рәсәй”ҙең Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль партия проекты буйынса ултырыш булды. Унда үткән йыл һөҙөмтәләре барланып, яңыһына пландар ҡаралды.

Башҡортостан был проектта 2017 йылдан бирле ҡатнашып килә. Үткән бер нисә йыл эсендә программа бөтә республикаларға ла йәйелдерелеп, 92 мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы нығытылған, шулар иҫәбендә 13-әүһендә ремонт эшләнгән, тейешле ҡорамалдар һатып алынған.

Был осорға 290 миллиондан ашыу аҡса бүленгән, уларҙың 240-тан ашыуы – федераль ҡаҙнанан.

“Үткән йылдың һөҙөмтәләре яҡшы. Башҡортостан финанслау буйынса беренсе урынға сыҡты. Был республика һәм Рәсәй мәҙәниәт министрлығының, район һәм ҡала хакимиәттәренең берҙәм эше һөҙөмтәһе, тип иҫәпләйем. Коллегаларға рәхмәт әйткем килә. Беҙ алға ҡуйылған бөтә бурыстарҙы атҡарып сыҡтыҡ. Быйыл муниципаль музейҙар буйынса яңы проект башлана. Уларға ла ремонт, күргәҙмә фондын йыһазландырыу талап ителә. Быйылғы мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителгән йылда, беҙҙең проект яңы мәғәнә ала. Республикалағы 92 мәҙәниәт йорто ошо проектта ҡатнашты, улар йыһазландырылды. Улар араһында конкурс үткәрергә йыйынабыҙ”, –тине Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.

“Бәләкәй ҡалалар театры” һәм “Театрҙар – балаларға” йүнәлештәре буйынса һигеҙ театр, уларҙың араһында өс балалар театры, ярҙам алған. Уҙған йылда был йүнәлештәргә 44 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. “Театрҙар  матди-техник базаһын ярайһы нығытты. Репертуар 67 яңы спектаклгә байыны, уларҙың 31-е – балалар һәм ғаилә менән ҡарауға тәғәйенләнгән сағыу тамашалар. Проект ярҙамында беҙҙең театрҙар икенсе ҡалаларҙан режиссерҙар, балетмейстерҙар, рәссамдар һәм сценарий яҙыусыларҙы саҡырып эшләү мөмкинлеге алды”, – тип билдәләне “Кесе Ватан мәҙәниәте” пртия проектының Башҡортостан буйынса Йәмәғәт советы рәйесе, республиканың халыҡ артисы Александр Кузьменко.

Республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев әүҙем райондарҙы билдәләне һәм бөтә ҡатнашыусыларҙан сентябрҙә презентация үткәреүҙе һораны.

Алдағы эш буйынса һорауҙары тыуған район-ҡалалар вәкилдәре бөгөнгө кәңәшмәгә видеобәйләнеш аша сыҡты.

Проекттың “Урындағы мәҙәниәт йорто” йүнәлеше буйынса Башҡортостанда үткән йылда 53 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ғаризалар 44 район-ҡаланан килгән, уларҙың 15-е еңеп сыҡҡан.

“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты ауыл һәм халҡы 50 меңдән кәмерәк ҡалаларҙағы клубтарға, мәҙәниәт йорттарына, уларҙағы тетрҙарға, балалар сәнғәт мәктәптәре һәм училищеларына ярҙамға, модель китапханалар төҙөүгә йүнәлтелгән.

 

Фото: bashkortostan.er.ru/activity/news/

“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса ултырыш үтте
“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса ултырыш үтте
“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса ултырыш үтте
“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса ултырыш үтте
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас