

БЮТ-тың “Сәләм” тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәге ҡатнашлығында ойошторолған тура эфир мәлендә йәштәр өсөн матур башланғыс һаналған “Пушкин картаһы” һәм сәйәхәттән кешбэк ҡайтарыу тураһында һөйләшеү ойошторолдо.
2022 йылдың 1 ғинуарынан “Пушкин картаһы”ның күләме 5000 һум тәшкил итә. Карта Рәсәй биләмәһендә ғәмәлдә, уның менән мәҙәни сараларға билет һатып алғанда ғына түләргә мөмкин. Был турала Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” программаһында Башҡортостандың мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина ентекле аңлатма бирҙе.
“Пушкин картаһына аҡсаны дәүләт күсерә. Уны йыл буйына театрҙарға, музейҙарға, концерттарға һәм экскурсияларға йөрөү өсөн тотонорға мөмкин. Бынан тыш, тиҙҙән Пушкин картаһы буйынса Рәсәй киноһына билеттар һатып алырға мөмкин”, - тип һөйләп үтте ул.
Картаны Дәүләт хеҙмәттәре аша 14-22 йәшлектәр алыу мөмкинлегенә эйә.
Билеттарҙы түбәндәге алымдар буйынса һатып алырға мөмкин:
- "Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт" ҡушымтаһы аша;
- мәҙәниәт учреждениеһының сайтында – унда сараға "Пушкин картаһы" программаһы буйынса барыу мөмкин тигән билдә бар;
- театр йәки музей кассаһында.
Тура эфир барышында тағы нимәләр тураһында һөйләнеләр?
2022 йылдың 1 ғинуарынан фитнес, балалар секциялары һәм ярыштар өсөн түләгәндә һалым ҡайтармаһын алырға мөмкин. Хеҙмәттәре ҡайтарма өсөн яраҡлы ойошмалар исемлеге Башҡортостандың Спорт министрлығы сайтында бар (https://sport.bashkortostan.ru/).
Ил буйлап сәфәр өсөн туристик кешбэк программаһының яңы этабы 2022 йылдың ғинуарында уҡ башлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй буйлап тур хаҡының 20%-ын кире ҡайтарыу өсөн, түбәндәгеләр талап ителә:
Ошоларҙы эшләгәндән һуң сумаҙандарҙы йыйырға мөмкин, ә кешбэк биш эш көнө дауамында картағыҙға әйләнеп ҡайтасаҡ.
Фото: news.myseldon.com