Башҡортостан
+17 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Бағдад илсеһе тәүарихы

Тарихсылар етмәгән ергә яҙыусылар барып етә.

Башҡорт йәмәғәтселек фекерендә Х быуат ғәрәп сәйәхәтсеһе Әхмәт ибн Фаҙландың яҙмалары ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ул – башҡорттарҙы сал тарихта танытҡан тәүге документтарҙың береһе. Әле студент йылдарында уҡ, был сәйәхәт хаҡында әҙәбиәткә кем беренсе һүҙҙе әйтер икән, тип уйлай торғайным. Бының өсөн Көнсығыш әҙәбиәтен белергә, шул көнсығышлыҡ рухы менән һуғарылырға ла кәрәк!..

 

Үҙеңде ҡәләм менән танытырға кәрәктер...

 

Университетта Көнсығыш әҙәбиәтенән беҙҙе Роберт Байымов уҡытты. Һәм, әлбиттә, Әхмәт ибн Фаҙландың “етенсе климат”ҡа сәфәре хаҡында нәҡ ул әҙәби әҫәр яҙҙы: алдыбыҙҙа – ғалим-яҙыусының вафатынан һуң, 2012 йылда донъя күргән “Каруан килә Бағдадтан” тигән роман! Был, бәлки, мәҙәниәтебеҙ өсөн Ибн Фаҙлан яҙмаларын Ирандың Мешхед ҡалаһында табып алыу ваҡиғаһына бәрәбәрҙер?

Әлбиттә, был – бер ҡатлылыҡ: ниңә үҙеңде башҡалар алдында ҡат-ҡат иҫбатларға? Башҡорттар бар, йәнәһе. Көслө ҡәүемдәр үҙаллы йәшәй, башҡаларға иҫе лә китмәй, сөнки улар ерҙә кемдеңдер мәрхәмәте буйынса түгел, ә ер, һыу, һауа, ут ирке менән тереклек итә... Ләкин хәҙерге ғилемлелек заманында үҙеңде әүәлгесә ҡылыс менән түгел, ә ҡәләм менән танытырға кәрәктер. Бөгөнгө фәндә, сәйәсәттә тарихтағы эҙең, тамырҙарың тураһында яҙма документ менән раҫла!

«Күҙ күреме йәйрәп ятҡан һыу даръяһы буйлап ҡабарынҡы тулҡындар бер түбәнгә, бер юғарыға ҡалҡа-һикерә кескәй карап-ҡыйыҡтары алға үрмәләй. Даръяның ике яғында ике донъя: караптарҙың уң яғында күк йөҙөндә офоҡта дәһшәтле болоттар ҡуйыра, ә һулда – асыҡ зәңгәр күк ҡабағында нурлы ҡояш...».

Илсе каруаны. Сәйәхәтсе – юлда. Ни алып килер ул алыҫ илдәргә, ни көҫәйҙер, ниндәй һығымталар сығарыр был сәфә­ренән, тағы, быуаттар үткәс, уның тарих төпкөлөндә яҙып ҡалдыр­ғандарын халыҡтар нисек ҡабул итер, уларға ниндәй баһа бирер?

Ғәрәп илендә “Уңыш байрамы”  шулай һүрәтләнә: “Сағыу төҫлө келәмдәр, парса һәм алтын, көмөш әйберҙәр менән бик ҡупшы биҙәлгән. Шунда уҡ ҙур-ҙур һауыттарҙа ярышта ҡатнашҡан емеш-еләк – быйылғы уңыш үрнәк­тәре. Ян-яҡта, мәжлес тирәләй күҙҙең яуын алып торған рауза, ләлә, йәсмин бәйләмдәре, затлы кәсәләрҙә – ҡыҙыл яҡут төҫлө шарап... Муллыҡ, гүзәл­лек...”.

Әлбиттә, ул Көнсығышты белә, унда тыуған хәтирәләрҙе, әҙәби сюжеттарҙы романда оҫта фай­ҙалана. Ғәрәп ярымутрауында исламғаса ғәрәптәр үҙҙәре лә мәжүси булған, тәбиғәт күренеш­тәренә, балбандарға, күп алла­ларға табынған. V быуаттағы Иран иле Парса-Фарсы иле булған, уға хәтлемге замандарҙа ошо тараф­тарҙа зороастризм дине – ислам дине нигеҙе – хакимлыҡ ҡыла. Әҙип тарих ҡатламдарын аҡтара, һаман төпкөлгәрәк төшә бара. Әйткәндәй, зороастризм дине – ислам дине нигеҙе – тураһында, уның төп аллаһы Аһура Мазда хаҡында беҙҙә яҙыусы Ғәлим Хисамов «Аһура Мазда» исемле роман да яҙып баҫтырғайны. Унда әҙип шул аллаһтың ерҙәге илсеһе Зара­тустра­ның боронғо башҡорт иленән булғанын, ҡасандыр Уралда йәшәгәнен, шунан һуң Парса-Фарсы яғына сығып киткәнен әйтә. Былар бөтәһе лә заманында Салауат Ғәлләмовтың фәнни фараздарын раҫлауға дәлил түгелме ни?! Ғөмүмән, әүәл көнсығыш ҡәүемдәр – башҡорттар, фарсылар ныҡ ҡатышып йәшәгән, тормоштары, йәшәүҙәре уртаҡ булған, хатта тамырҙары ла бер үк тип һанай әҙиптәр.

 

Матур биҙәк, тос өлөш

 

Эйе, тарихсылар етмәгәнгә яҙыусылар барып етә. Роберт Байымов та Көнсығышты, уның йәшәү рәүешен тасуирлай, әүәлге Урта Азия, Яҡын Көнсығышта хакимлыҡ иткән тәғлимәттәр тураһында бәйән итә: исламдың әһәмиәте, зороастризм, мәжүсилекте өйрәнә... Улар­ҙы башҡорт халыҡ ижады, тарихи ҡомартҡылар менән сағыштырып ҡарай. Фәндә шумер яҙмалары, Иран халыҡтарының “Авеста” әҙәби ҡомартҡыһы тәүгеләрҙән иҫәпләнә, ә беҙҙең “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары ла тәүтормош осорон – кешелек тарихының башланғыс осорон тасуирлай бит. “Урал батыр” менән “Авеста”ла ла уртаҡ образдар, ауаздаш геройҙар бар, уларҙың ҡылығы, тәртибе (мәҫәлән, Тереһыуға мөнәсәбәте, үлемһеҙлек тураһында фәлсәфәһе) бер үк булып килеп сыға. Был ҡомартҡылар бер тамырҙан, хатта бер үк тарихи осорҙарҙы һүрәтләй.

Әлбиттә, үҙҙәрен ғилемле, цивилизациялы тип һанаған ҡәүемдәр беҙҙе оҙаҡ ваҡыт телһеҙ ҙә, яҙмаһыҙ ҙа, мәҙәниәтһеҙ ҙә – ҡырағай тип килде, йәғни Уралды, Урал алды далаларын буш ятҡан ерҙәр тип һананы, шунда килеп ултырҙы, беҙҙе ут-ҡылыс ярҙа­мында тау-таш ярыҡтарына ҡыуа­ланы, ә Октябрь түңкәрелешенән һуң рус булмағандарҙы наҙан­лыҡтан ҡотҡарырға тотондолар: әүәлге иҫке төрки яҙмаһын юҡҡа сығарып, үҙҙәренсә кириллицаға күсерә һалдылар. Шулай итеп, беҙ боронғо асылыбыҙға яҡын көн­сығыш ҡомартҡыларыбыҙҙан, үҙ йолаларыбыҙҙан, боронғо тари­хыбыҙҙан яҙҙыҡ. Нәҡ ошо асы­лыбыҙ, үҙ булмышыбыҙ тамырҙары тураһында һөйләй ҙә инде Роберт Байымовтың “Каруан килә Бағдадтан” тигән әҫәре.

Дөрөҫөн әйткәндә, Көнбайыш әҙәбиәттәрендә тарихи ваҡиғалар күптән әҙәбиләштерелгән, йәки француз, немец, итальян, инглиз тарихы күптән әҙәбиәттә үҙенең сағылышын тапҡан. Мәҫәлән, Жюльетта Бенцони тигән француз әҙибәһе үҙенең киң билдәле “Катрин” романдар шәлкемендә XIV быуат француз яуҙары тураһында яҙа. Беҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә был эш яңы башлана ғына, яңы тыуа беҙҙә бындай “тарихи” проза. Уларҙы беҙ тарихи романдар, тарихи-документаль әҫәрҙәр, тарихи-революцион романдар тип атаныҡ.

...Роберт Байымовтың “Сыбар шоңҡар” романы ла шул исемлекте дауам итә булыр. Ни тиһәң дә, башҡорт тарихын яңынан тер­геҙеүсе әҙиптәргә “афарин” тип әйтеүҙән башҡа баһа юҡ: дан уларҙың шул фиҙакәрлегенә, ижадына. Алда – һаманғаса “күтә­релмәгән сиҙәм”.

Роберт Байымовтың “Каруан килә Бағдадтан” романы ла шул “тарихи” прозабыҙға матур бер биҙәк, тос өлөш булып тора тип әйтә алабыҙ хәҙер: афарин әҙип ынтылыштарына!

Әлегәсә беҙ шулай тарих төпкөлдәренә тәрәнерәк үтеп баға алдыҡмы икән? Х быуат. Әхиәр Хәкимдең “Думбыра сыңы”ндағы Һабрау сәсән XIV–XVI быуаттарҙа йәшәгән... Роберт Байымовтың төп геройы – ғәрәп илсеһе бик тә йәш, бик тә тәкәббер әҙәм, дәғүәләре лә оло. Хәйер, шунһыҙ был ғалим-ғөләмә хат шундай юлға сыҡмаған да булыр, шундай тарихи яҙмаларҙы тыуҙыра алмаған да булыр ине. Әхмәт ибн Фаҙлан ғәрәптәрҙән башҡа ҡәүемдәргә юғарынан тороп ҡарай (бик тә дөрөҫ тотоп алынған). Был яҙыусы Роберт Байымовтың ысын психолог булыуы тураһында һөйләй. Уның геройы ибн Фаҙлан башҡаларҙы төрлө боттарға, тәбиғәт күренештәренә, тауҙарға, ер-һыу эйәләренә табынған  ҡырағай, ныҡ артта ҡалған халыҡтар тип һанай.

 

Романдың бәҫен күтәргән деталдәр

 

Әхмәт ибн Фаҙлан менән бергә ғәрәп хәлифәте илселегендә, башҡорт Алтыр бей менән әүәл Болғар мәмләкәтендә көн иткән Төрки Текин дә бара. Әхмәт ибн Фаҙлан үҙе илселектә сәркәтип кенә, ә уның етәксеһе – Сусан Эр Расси, шулай ҙа Әхмәт ибн Фаҙлан ҡулында – ҡәләм. Ҡулында ҡәләм тотҡан әҙәм илселектә иң хәтәр ҡораллы кеше!.. Тарихта, аяуһыҙ ваҡыт ғали йәнәптәре иҫәбендә бик тә әһәмиәтле, бик тә шанлы ваҡиғалар ғына теркәлә шул. Ваҡыт үҙе бик тә һынамсыл, кәбәк менән гәрәбәне ғәҙел айыра, кешеләргә, уларҙың эштәренә бик тә теүәл бирә баһаны... Тарих, ҡарағыҙ, был ғәрәп илселегенән бары ябай бер сәркәтипте генә иҫендә ҡалдырған, ә ҡалған геройҙар – роман персонаждары – әҙиптең хыял емеше генә.

Яҙыусы-ғалим, тарихсы-фәйләсүф Роберт Байымов фарсы Файзада-зәдә менән бик тә оҙайлы, бик тә мөһим әңгәмәләр ҡора. Ул әңгәмәләрҙә зороастризм дине менән ислам диненең яҙмышы, айырмаһы, баһаһы тураһында, хатта исламдың төп китабы “Ҡөрьән Кәрим”гә инеп киткән Зөлҡәрнәйен – Александр Македонский хаҡында риүәйәттәр бәйән ителә. Уларҙан күренгәненсә, Зөлҡәрнәйендең мәжүси-мәджиктәргә йәки улар янында көн иткән башҡорттарға ла ниндәйҙер мөнәсәбәте бар, имеш. Былар, әлбиттә, фараз; шул уҡ ваҡытта башҡорт яҙыусыһы һәр деталдә, һәр тарихи күренештә үҙ халҡына мөнәсәбәтле булған һыҙаттарҙы юллай... Быныһы тәбиғи. Тағы... Арыҡ бей (шулай уҡ Төрки Текин) менән оҙон юлдағы әңгәмәләрҙә автор Болғар иле тарихына күҙ ата, ул мәмләкәтте төҙөгән, уның төп халҡы булған башҡорттар, башҡорт ырыуҙары хаҡында ла урынлы һүҙ ҡуҙғата, бик тә ҡыйыу фекерҙәр әйтә. Былар бөтәһе лә, ғилми яҡтан ҡарағанда, дәлилле ҡараштар, әммә бәғзеләр күҙлегенән бик үк бәхәсле лә тойолоуы ихтимал булған фекерҙәр... Шул яғы менән был әҫәр  килә­сәктән тикшереүселәргә бик тә кәрәкле күрһәтмәләр булырлыҡ.

Беҙ ибн Фаҙландың башҡорт­тарға, бүтән дала халыҡтарына һауалы мөнәсәбәте хаҡында әйткәйнек инде. Был ғәмәлдәр романды йәнләндерә йәки роман персонаждары тарих томаны эсенән терелә, ап-асыҡ булып күҙ алды­быҙға баҫа. Әгәр ҙә әҫәр тарих, булмыш хаҡында өҙлөкһөҙ бә­хәстәр юҫығында ғына барһа, нәфис әҙәбиәт уҡыусыһын ялҡытыр ине. Башҡорттарҙың ғәрәп илсе­ләрен нисек ҡабул иткәне, ҡаршы алғаны, улар араһындағы бәхәстәр әҫәрҙе йәнләндерә, ғәрәп сәйәхәтсеһенең сәфәре, ысынлап та, шулай булған тип ышандыра. Оло йылғаларҙы илселәр нисек йөҙөп сыға ла башҡорттар нисек кисә? Һәр деталь, һәр картина шулай тулы ҡанлы, аныҡ итеп хикәйәләнә. Миҫалға, башҡорт һыбайлылары илселәрҙе арттан оҙаҡ оҙатып бара, ситтән генә күҙәтә. Йәки ҡапыл яугирҙәр илселек (унда өс мең ат, биш меңләп кеше) юлын киҫеп сабып килеп сыға... Былар бит “төркиҙәрҙең иң уҫалдары”, улар үҙ сиктәренә берәүҙе лә үткәрмәй.

Хәлифәт илселеге, башҡорт иленең бер генә осон киҫеп үтеп, Болғар иленә етә, әммә унда ла үҙенә йүнле мөнәсәбәт күрмәй, сөнки Болғар иленә тәғәйен (Бағдад хәлифәте биреп ебәргән) аҡса юғала, талана... Был тарихи факт­мы, әллә автор уйҙырмаһымы? Әгәр ҙә шулай икән, мәслихәт: нәҡ ошондай “уйҙырмалар” – яҙыусы уйлап сығарған мажаралар әҫәрҙе тулыландыра, уның уҡыусыны ышандырыу ҡеүәһен үҫтерә; нәҡ шундай “табыш”тар әҙәби оҫталыҡ мәртәбәһе тип баһалана.

Күп, бихисап улар яңы романда, әҙип ғәрәп сәйәхәтсеһе сәфәрендә йәнле-ҡыҙыҡлы деталдәр таба – былар бөтәһе лә романдың бәҫен күтәрә. Башҡорт уҡыусыһы, ниһайәт, үҙ иленә бынан меңәр йылдар аша баға, афарин. Ниһайәт, тарихыбыҙҙың яңы бите әҙәбиәт һөйөүселәр алдында асылды.

Әйткәндәй, эпилог та бик урынлы, уҡыусы өсөн фәһемле. Бындай һыҙат ҡайһы бер рус, сит ил романдарына ла хас сифат. Бында инде роман жанры, уның булмышы хаҡында ла яңы һүҙ башланып тора. Әлбиттә, был үҙе үк яңы һөйләшеүҙе талап итә.

 

Ринат КАМАЛ.

Читайте нас в