

Гөлдәриә Йосопова. Был исем Башҡортостан юлдаш телеканалы тамашасыларына ла, радио тыңлаусыларға ла, шиғриәт һөйөүселәргә лә, ғөмүмән, киң йәмәғәтселеккә яҡшы таныш. Иҫ киткес егәрле, төплө фекерле журналист, хисле, йор аҡыллы, күҙәтеүсән шағирә тип беләбеҙ уны. Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы бына инде ике тиҫтә йылдан ашыу Башҡортостан Журналистар союзының иң ҙур бүлексәләренең береһе һаналған Башҡортостан юлдаш телевидениеһының беренсел ижади ойошмаһын да уңышлы етәкләй. Ул – Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Күркәм ғүмер байрамын билдәләгән көндәрҙә ҡәләмдәшебеҙ менән ихлас әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы, әйҙәгеҙ әңгәмәне һеҙҙең бала саҡҡа “сәйәхәттән” башлайыҡ. Белеүебеҙсә, журналистикаға илткән һуҡмағығыҙ ҙа кескәй саҡта уҡ – мәктәп йылдарында һалынған.
– Мин Федоровка районының Бала Сытырман ауылынан. Атайым – агроном, әсәйем Пугачев исемендәге совхозда умартасы булды. Матур мөнәсәбәтле, мөхәббәтле ғаиләлә үҫтем, шуға күрә бала сағымды йылы тойғолар менән иҫкә алам. Атайымды, ғаиләле булғандан һуң, Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға ебәрәләр. Өс йыл көндөҙгө бүлектә белем алды. Матур уйынсыҡтар, бүләктәр тотоп, беҙҙе һағынып ҡайтып инеүе, иртәнсәк йоҡонан иркәләп кенә уятыуы онотолмаҫ хәтирәләр булып иҫтә ҡалған. Үкенескә ҡаршы, ҡәҙерле кешебеҙҙең ғүмере бик иртә – 40 йәшендә генә өҙөлдө. Үҙем күптән ул йәште үтһәм дә, атайым ҙур тормош тәжрибәһенә, ҙур аҡылға эйә кеше булып күңелемдә һаҡлана. Ә инде оло тормошҡа әсәйем әҙерләне. Ул беҙгә, өс балаһына, лайыҡлы белем һәм тәрбиә бирҙе. Бөгөн дә кәңәшсебеҙ, терәк-таянысыбыҙ булып матур итеп ғүмер кисерә. Атайым менән әсәйем, шулай уҡ ике өләсәйем биргән һабаҡтар тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, ниндәй генә һынаулы мәлдәрҙә лә кеше булып ҡалырға ярҙам итте.
Өйөбөҙгә бик күп гәзит-журналдар алдыра торғайныҡ, шуға күрә уҡыу культы көслө булды. Матбуғат менән дуҫлыҡ та мәктәп осоронда уҡ башланды. Тәүге мәҡәләм башланғыс класта уҡыған саҡта баҫылды. “Башҡортостан пионеры” гәзитенең йәш хәбәрсеһе булдым, үҙебеҙҙең райондың “Еңеүгә” гәзитенә лә йыш яҙыштым. Талантлы тиҫтерҙәрем, мәктәп тормошо, спорт, үҙешмәкәр сәнғәт саралары тураһында мәҡәләләр ебәрә торғайным. Уларҙың ташҡа баҫылыуы шатлыҡ та, артабан яҙышыуға дәрт тә өҫтәй ине. Зөһрә Ҡотлогилдина, Йомабикә Ильясова, Диана Килдина кеүек билдәле журналистар хат яҙып, кәңәштәр бирә торғайны. Асылда, был башҡорт журналистикаһы өсөн кадрҙар әҙерләүҙең бик яҡшы алымы булған.
Бына шулай, минең алда “үҫкәс кем булырға?” тигән һорау торманы ла шикелле, сөнки һәр ваҡыт “журналист буласаҡмын” тинем һәм, шөкөр, хыял-маҡсаттарыма өлгәшергә яҙҙы.
– Һеҙ Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағанһығыҙ. Ул заманда баш ҡаланың иң төп уҡыу йортона инеү бик һирәктәр өлөшөнә эләккән бәхет булғандыр, моғайын. Нисек уҡырға индегеҙ?
– Мәктәптә яҡшы уҡыным, теүәл фәндәр ҙә еңел бирелде. Математиканан уҡытыусым үҙ йүнәлеше буйынса китеүемде теләне, әммә мин ижади мөхиттең – журналистиканың күңелемә яҡыныраҡ булыуын белә инем инде. Мин тәүҙә һис бер ауырлыҡһыҙ Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға индем. Икенсе курста Радищев исемендәге стипендияға эйә булдым. Ул замандағы 75 һум ярайһы уҡ тос сумма ине.
Өсөнсө курстан һуң Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға күстем. Был маҡсатлы эш КПСС Үҙәк Комитетының “Милли журналистика кадрҙары әҙерләү тураһында” ҡарарына ярашлы башҡарылды. Мәскәүҙәге башҡорт студенттары үҙ-ара татыу булып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәнек. Ә төркөмөбөҙҙә төрлө союздаш республикаларҙан йыйылған студенттар күп булды. Улар менән бер ғаилә кеүек дуҫ булдыҡ. Бөгөн Рәсәй Журналистар союзын етәкләгән билдәле журналист Владимир Соловьев та – беҙҙең курсташ. Шөкөр, курсташтар менән дуҫлыҡ, аралашыу өҙөлгәне юҡ. Әйткәндәй, баш ҡала университетын ҡыҙыл дипломға тамамлауға өлгәштем.
– Хеҙмәт юлығыҙҙы радиола башлағанһығыҙ. Был үҙегеҙҙең һайлаумы, әллә осраҡлылыҡмы?
– Мин үҙемде гәзит журналисы итеп күрә инем. “Башҡортостан”, “Ленинсы” кеүек етди баҫмаларҙа практика үтеп, тәүге хеҙмәт сынығыуы алырға тура килде. Шул ваҡытта Матбуғат йортонда “тиҙҙән йәштәр өсөн башҡорт телендә үҙаллы гәзит донъя күрә башлаясаҡ” тигән яңылыҡ барлыҡ башҡорт йәмәғәтселегенә дәрт өҫтәп, рухландырып ебәргәйне. Ойоштороу эштәре менән шөғөлләнгән талантлы журналист Вил Ғүмәров ошо гәзиткә эшкә алам, тип тә дәртләндергәйне, әммә яҙмыш радиоға алып килде. Ләкин шуны ла әйтергә кәрәк: радио ла минең өсөн таныш, үҙ донъя ине. Мәктәп йылдарында гәзиттәргә ебәргән мәҡәләләремде Башҡортостан радиоһына ла һорап алалар, мәктәп тормошона арналған тапшырыуҙар мәлендә уҡыйҙар ине. Шуға күрә тормошта бер нәмә лә осраҡлы булмайҙыр, тип уйлайым. Ә инде “Йәшлек” гәзитенә килгәндә, унда эшләргә яҙмаһа ла, был баҫма менән дуҫлыҡ бөгөнгәсә өҙөлгәне юҡ.
1995 йылда Башҡортостан телевидениеһына эшкә күстем. Бында иртәнге “Сәләм” мәғлүмәти-музыкаль тапшырыуының алып барыусыһы, етәксеһе, артабан ижтимағи-сәйәси һәм мәғлүмәт программалары редакцияһының махсус хәбәрсеһе булып киттем.
Ә бөгөн инде Башҡортостан “Юлдаш” телеканалының мәғлүмәт программалары баш редакцияһының баш белгесе булып эшләйем. Ғөмүмән, хеҙмәт йылдарымдың күпселек өлөшө яңылыҡтар хеҙмәтендә үтте, быйыл ошо өлкәлә эшләүемә 22 йыл була. Был хеҙмәт оперативлыҡ, ваҡиғалар уртаһында ҡайнауҙы, улар араһынан иң мөһимдәрен, көнүҙәк темаларҙы дөрөҫ һайлауҙы талап итә. Журналист булараҡ, республиканың мин булмаған бер-ике генә районы ҡалды шикелле (йылмая – автор), Рәсәй ҡалаларында, хатта сит илдәрҙә командировкаларҙа булып, ҙур-ҙур сараларҙы яҡтыртырға тура килде. Шулар араһынан Мәскәүҙә үткән Башҡортостан көндәре, Эстонияла Салауат Юлаевҡа бюст, Санкт-Петербургта Исмәғил Тасимовҡа таҡтаташ асыу тантаналары матур хәтирә булып иҫтә ҡалған. Ғөмүмән, яңылыҡтар хеҙмәтенә рәхмәтлемен. Эшемде һәр ваҡыт яратып башҡарҙым һәм башҡарам. Ниндәйҙер яңылыҡты, яҡшы хәбәрҙе кешеләргә беренселәрҙән булып еткереү күңелгә ҙур кинәнес бирә.
Оҙаҡ йылдар парламент журналисы булараҡ эшләргә, йәғни закондар сығарыу эшмәкәрлеген, уларҙың үтәлешен яҡтыртырға тура килде. Был өлкә лә яҡын һәм ҡыҙыҡлы. Республика парламентының 25 йыллығы уңайынан хеҙмәтемде юғары баһалап, юбилей миҙалы менән бүләкләнеләр. Был да – ҙур ғорурлыҡ.
– Телевидение – тиҙлек тә, йыйнаҡлыҡ та талап иткән хеҙмәт, ә яңылыҡтар хеҙмәтендә эшләү айырыуса яуаплылыҡ өҫтәй...
– Эйе, телевидениела бурысыңа яуаплы ҡарау бик мөһим, күп осраҡта шәхси ваҡытың менән иҫәпләшмәй эшләргә тура килә. Эфир хаталарҙы һәм аҡланыуҙарҙы ҡабул итмәй.
Ғөмүмән, тура эфир, яңылыҡтар хеҙмәтендәге эш көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларға әҙер булыуҙы, ваҡытында дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеүҙе талап итә. Телевидение – ул команда менән эшләргә өйрәткән хеҙмәт, һәм мин үҙемде юғары профессиональ команданың бер өлөшө булыуым менән бәхетлемен, хеҙмәтемдән уңдым, тип һанайым.
– Журналистикалағы күсәгилешлек тураһында ла фекерҙәрегеҙҙе белге килә...
– Ундай күренеш һәр өлкәлә лә булырға тейеш. Заманында беҙ ҙә олпат, тәжрибәле журналистарҙан байтаҡ нәмәгә өйрәндек. Бына ошо “Башҡортостан” гәзитендә практика үтеүем дә ярайһы уҡ етди сирҡаныс булды ул. Хәҙер инде беҙгә ҡарап йәштәр өйрәнә. Әйткәндәй, бер йыл элек Башҡорт дәүләт университетында уҡыта башланым. Буласаҡ журналистарға “Тележурналистика нигеҙҙәре” һәм “Яңылыҡтар тележурналистикаһы” тигән курстар алып барам. Студенттар менән эшләү бик оҡшай. Шулай итеп, үҙемде яңы ролдә асам, тиергә мөмкин.
– Һеҙҙе хисле лә, ихлас та шағирә булараҡ та беләбеҙ. Шиғриәт донъяһына һөйөү, ҡәләм тирбәтеү нисек башланды?
– Шиғырҙарҙы ла бала саҡтан яҙҙым. Мәҡәләләрем менән бергә улар ҙа матбуғат биттәрендә донъя күрә килде. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс, “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнә башланым. Әммә ҡайһылыр бер мәлдә, шиғриәттән бер аҙ ситләшеп, төп эшемә – журналистикаға бирелдем. Икенсе улым Әмир тыуғас, күңел нисектер үҙенән-үҙе шиғриәткә, ижадҡа тартылдымы – даими ғына яҙыша башланым. Ул саҡта интернет селтәре киң таралып өлгөргәйне. Ижад емештәремде уҡыуҙары, баһалауҙары тағы ла дәрт өҫтәне. Әле бына 55 йәшем алдынан, һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарымды туплап, “Киләсәккә хат яҙам” тигән китабымды әҙерләнем. Шиғырҙарҙан тыш, хикәйәләр ҙә ижад итәм, улар башлыса проза.ру сайтында рус телендә баҫылып килә.
– Ғаиләгеҙ менән дә яҡынданыраҡ таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Тормош иптәшем Венер Рафаил улы Йосопов – Әй буйы башҡорто, Ҡыйғы районынан. Ҡәйнәм-ҡайным алдынғы ҡарашлы, зыялы кешеләр булды, балаларына ла матур тәрбиә биреүгә өлгәшкәндәр. Беҙ Венер менән радиола бергә эш башланыҡ, әммә һуңғараҡ ул, тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, яңы йүнәлеш буйынса уҡып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына эшкә күсте. Бөгөн иһә – запастағы подполковник.
Ғаиләбеҙҙә ике ул үҫте. Өлкәне Алмаз бөгөн ғаиләле, киленебеҙ – Архангел районы ҡыҙы. Ҡыуанысыбыҙ, йыуанысыбыҙ булып биш йәшлек ейәнсәребеҙ үҫеп килә, уның “өләсәй, олатай!” тип килеп инеүе лә үҙе бер байрам төҫлө.
42 йәшемдә тағы ла әсәй булыу бәхетен татыным. Әмир улыбыҙ 6-сы класта уҡый, спорт, музыка менән шөғөлләнә. Эш ни тиклем генә мөһим булмаһын, ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше һәм бәхете – әсә булыуҙа, ғаиләһенең именлегендә.
– “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға теләктәрегеҙ, әйтер һүҙегеҙ...
– Яратҡан гәзитемдең уҡыусыларына иң изге теләктәремде еткерәм, иң мөһиме – һаулыҡ теләйем. Шулай уҡ башланып торған Яңы йыл менән ҡотлайым. Ул барыбыҙ өсөн дә уңышлы, бәрәкәтле килһен, заман зәхмәте – коронавирусты еңеү йылы булһын.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә лә иң матур теләктәр, ғүмер байрамығыҙ ҡотло булһын!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әңгәмәләште.