Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Ғинуар 2022, 05:32

Матбуғат һүҙе һәр өйҙә кәрәк

Йыл һайын 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуға­ты көнө билдәләнә. Кисә Өфөлә ошо байрам уңайынан тантаналы сара үтте.

Ҡәләмдәштәребеҙҙе һөнәри байрамдары менән Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов һәм башҡалар ҡотланы.

2021 йылда республика киң мәғлүмәт сараларының һөнәри оҫталығы федераль кимәлдә бер генә тапҡыр билдәләнмәне. “Башҡортостан” тәлевидение һәм радио компанияһының “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының  “преград.net” проекты Социаль тәғәйенләнешле программалар һәм “Беҙҙең заман геройы” телефильмдары фестиваленең махсус призын яуланы. Телеканалдың  “Бирешмә!” сериалы илдең “ТЭФИ-Төбәк” баш телевизион конкурсының финалға сыҡҡан иң тәүге өсәү араһына инде. Бынан тыш, Башҡортостан Журналистар союзы илдәге төбәк союздары эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса иң шәп өс ойошманың береһе тип танылды. Ә был рейтингты төҙөгәндә тормошҡа ашырылған саралар һаны, яңы ижтимағи ойошмалар, медиаәүҙемлек, сайтта, социаль селтәрҙә эш иҫәпкә алынған.

“Бөтә Рәсәй-2021” медиафорумы ижади конкурсының “Иң яҡшы автор публика­цияһы” номинацияһында  матбуғат ветераны Мәүлиҙә Яҡупова “Ватандаш” журналында донъя күргән “Һәм йәшәп өлгөрөргә кәрәк” тигән мәҡәләһе өсөн дипломант булды. Бынан тыш, республикабыҙ матбуғатының былтырғы уңыштары ла теркәлде.

Сара барышында төрлө конкурстар еңеүселәрен дә билдәләнеләр. Респуб­ликаның киң мәғлүмәт саралары араһында “Башҡортостан” гәзите “Республика гәзиттәрендә һәм журналдарында Һаулыҡ һәм әүҙем  оҙон ғүмерлелек йылын иң яҡшы яҡтыртыу”,  “Дәүләт телдәре һәм халыҡтар телдәре үҫеше темаһын республика киң мәғлүмәт сараларында (гәзиттәрҙә, журналдарҙа) иң яҡшы яҡтыртыу”, “Республика гәзиттәрендә һәм журналдарында террорға ҡаршы тема­ларҙы иң яҡшы яҡтыртыу”  номинацияларында, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу темаһын яҡтыртыу буйынса беренсе урын яуланы. Бынан тыш, “Башҡортостан” республика гәзитенең рәсми сайты  республи­каның электрон мәғлүмәт саралары араһында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡтыртыу буйынса еңеүсе тип танылды.

“Дәүләт телдәре һәм халыҡтар телдәре үҫеше темаһын республика киң мәғлүмәт сараларында (гәзиттәрҙә, журналдарҙа) иң яҡшы яҡтыртыу” номинацияһында икенсе урынды – “Ағиҙел”, өсөнсөнө “Ватандаш” журналдары редакциялары яуланы. Ошо уҡ тема буйынса электрон киң мәғлүмәт сараларында (интернет, телевидение, радио) беренсе урын – Ләйлә Аралбаеваға (“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы), икенсе урын – “Башҡортостан” телерадиокомпа­нияһының радиотапшырыуҙар студияһы хәбәрсеһе Ғәлимйән Ибәтуллинға, өсөнсө урын “Башҡортостан” телерадиокомпа­нияһының  “Ашҡаҙар” радиоһы комментаторы Фәрзәнә Аҡбулатоваға бирелде.

Республика гәзиттәре һәм журналдары редакциялары араһында “Наркоманияны иҫкәртеүҙе яҡтыртыу һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау буйынса эштәрҙе иң яҡшы ойоштороу” номинация­һында беренсе урынды – “Кызыл таң” гәзите, икенсене – “Шоңҡар” журналы һәм өсөнсө урынды “Республика Башкортостан” гәзите яуланы.

Рәсәйҙең Журналистар союзы Почет грамоталары менән  “Башҡортостан” телевидение һәм радио компанияһы “Спутник ФМ” мәғлүмәт-музыка каналының баш мөхәррире Рузалиә Төхбәтова, Башҡорт­остан юлдаш телевидениеһы Мәғлүмәт программалары баш редакцияһы баш белгесе Гөлдәриә Йосопова, “Аҡбуҙат” журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина, ошо уҡ журнал хеҙмәткәрҙәре Миңлегөл Тайсина, Майя Ҡәйүмова, Азамат Ғарипов, “Йәшлек” гәзите журналисы Зөһрә Йәһүҙина һәм башҡалар бүләкләнде.

– Үткән йыл еңел булманы, әммә журналистар уңыштарға өлгәште. Беренсе тапҡыр “Медиайыйын” үткәрҙек. Эшмә­кәрлек һөҙөмтәләре буйынса  Башҡорт­остан Журналистар союзы илдә өсөнсө урын яуланы, – тип белдерҙе  республи­каның Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һәм барыһын да Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы.

 

А. ӘХМӘТОВА.

Читайте нас