

Әҙәбиәт
Әҙәбиәт – изге йорт, тип килдем дә бит,
Сабыйҙарса саф көйөнсә керҙем дә бит,
Йә, Хоҙайым, күрмәгәнде күрҙем инде,
Ни күрһәм дә, шунда ғүмер һөрҙөм инде.
Әҙәбиәт – изге йорт, тип килә йәштәр,
Устарында уттар балҡыр, йәшен йәшнәр.
Киләсәккә мин дә илтәм ялҡын-утты –
Аҡмулланан беҙгә ҡалған яҡтылыҡты.
Баш йортобоҙ
Баш йортобоҙ беҙҙең – Башҡортостан,
Һауаларҙа ҡыйғыр ҡоштар осҡан,
Даһиҙары ғаләмдәрҙе ҡосҡан,
Бөркөт булып осҡан Башҡортостан.
Башҡортостан – беҙҙең күҙ нурыбыҙ,
Үҙ көйөбөҙ беҙҙең, үҙ йырыбыҙ.
Хыялдарға ҡанат ҡуя, ҡанат,
Оло маҡсат – беҙҙең үҙ юлыбыҙ.
***
Ялан ерҙә йылғаларҙың ағыштары –
Донъяларҙың ниндәй хисе, һағыштары?..
Ниндәй уйҙар сайҡалышып ярға ҡаға,
Сал тулҡындар сабышалар ҡайҙа табан?..
Далаларҙа даръяларҙың алҡыныуы –
Хыялдарҙың ниндәй көсө, талпыныуы?..
Ерем, һиндә ағып ятҡан һыуҙар менән
Минең дә бит йәнем, тәнем һуғарылған.
Шиғыр килә миңә бейеклектән
Шиғыр килә миңә бейеклектән,
Юғарынан төшкән нур һымаҡ,
Буранбайҙың ҡайнар күкрәгенән
Ҡайнап-күкрәп сыҡҡан йыр һымаҡ.
Шиғыр килә миңә тәрәнлектән,
Әкиәттәге тере һыу һымаҡ.
Киңлектәрҙән килә миңә шиғыр,
Мәңгелектән килгән моң һымаҡ.
***
Әйләндем дә, тулғандым да
Мин дә был донъяларҙа.
Йә тәкмәсләп барып төштөм,
Йә елдем юрғаларҙа.
Яҙмыштың ҡара таптарын
Күҙ йәшем менән йыуҙым.
Мин дә бит үҙ быуатымда
Яҡтылыҡ юлын ҡыуҙым.
Тормош миңә күпте күрһәтте
Тормош миңә күпте күрһәтте,
Әсе-сөсөләрен татытты;
Мин инандым бары хаҡлыҡҡа,
Хаҡһыҙлыҡтар кире ҡаҡлыҡты.
Тормош мине туҡмап өйрәтте,
Аямаҫ та булды, аямаҫ.
Абынырға бер аҙым да етә,
Ах, һин, кешем, бер үк абай баҫ.
***
Һәр бер әҙәм үҙ яҙмышын үҙе яҙа,
Үҙ-үҙенә, үҙ һүҙенә үҙе хужа.
Тик үҙеңдән, уңға табан китһәң дә һин,
Йә Иблискә тоғро хеҙмәт итһәң дә һин.
Ихтыярың, ниндәй йырҙы һайлаһаң да,
Күңелеңдән былбыл булып һайраһаң да.
Үҙең хужа үҙ йырыңа, үҙ юлыңа,
Теҙгенеңде ҡыҫып тот һин үҙ ҡулыңда.
***
Булған заман: Буранбайҙың, зар илатып,
Килеп еткән илгә бары хаттары.
Бөгөн иһә үҙе теләп илдән китә
Буранбайҙың аҫыл-аҫыл заттары.
Тыуған ерҙән өҫтөн күреп туйған ерҙе,
Йөрөй ир-ат, йөрөй унда ҡыҙ-ҡырҡын.
Эй, Хоҙайым, әшкәртһәңсе башҡортоңа,
Бар йорттарҙан өҫтөн күр, тип, үҙ йортоң.
***
“Туҙға яҙмағанды һөйләмәгеҙ!..”
Ниндәй аҡыл, ниндәй ғилем был...
Хан замандан мираҫ булып ҡалған
Ҡабатланмаҫ ҡанун, тәғлим был.
Булған заман. Алыҫ ата-бабам
Туҙға яҙған, ташҡа, ҡағыҙға.
Ҡағыҙ түҙә хәҙер, ни яҙһаң да,
Ә хәҡиҡәт туҙға яҙылған.
***
Таң алдынан тағы ниндәй уттар
Яғылды йөрәгемә?
Ниндәй болоҡһоуҙар, ҡайҙан килеп,
Ҡағылды йөрәгемә?
Имен генә тыуһын таңдарым, тип,
Таңдарға табынамын.
Барлыҡ моңдарҙан да ҡәҙерлерәк
Таңдарҙа табылған моң.
Башҡорт йыры
Башҡорт йыры – башҡорт бөйөклөгө,
Хыял бейеклеге, киңлеге.
Башҡорттағы рухи көс-ҡеүәттең
Бейек тауҙар менән тиңлеге.
Башҡорт йыры, мәңгелектән килеп,
Мәңгелеккә барып тоташа.
Башҡорт йәне ғаләм түрҙәренә
Артылалыр йыр һәм моң аша.
***
Тар күңелдәр араһында йәшәп,
Суммаммы икән мин дә тарлыҡҡа?
Даланһыҙҙар ҡурҡа даланлынан,
Тарлығалар далан барлыҡҡа.
Тар кешеләр араһында йәшәп,
Тонсоғорҙай булам тарлыҡҡа.
Тауҙар ярып, ҡысҡырыр ҙа инем –
Тамаҡҡынам минең ҡарлыҡҡан.
***
Дөрөҫ йәшәнемме, юҡмы –
Ғүмер үтте хеҙмәттә.
Сүлдәге бер бәҙеүәндәй,
Сарсаным мөхәббәткә.
Тәрән ерҙәренә сумдым
Ғилем тигән диңгеҙҙең.
Диңгеҙҙәрҙән серлерәктер
Тәрәнлеге һөйөүҙең.
***
Мин төшөмдә күрәм өндәген,
Өндәгенең һәр бер өндәүен;
Өнөмдәге өмөт, хыялдар
Төштәремә кереп уралған.
Шөкөр, тимен, шөкөр Хоҙайға –
Тылсым һалған минең уйҙарға.
Төштәремдән күсәм өндәргә,
Тәсбих әйтеп килер көндәргә.
***
Тырышып та, тырмашып та
Мендем бейек тауҙарға.
Тау башында офоҡтар киң –
Китә әллә ҡайҙарға.
Бейектәрҙән бейектәргә
Осоп китерҙәй булам.
Ерем, һине һөйөп, наҙлап,
Ҡосоп китерҙәй булам.
***
Аһ, дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын,
Булмаһа, файҙа бирмәҫ ҡоро белем.
М. Аҡмулла.
Ғилем донъяһында күпме гиҙеп,
Белһәм дә мин ғилем ҡәҙерен,
Кешеләрҙең яҡты күңелдәрен
Бейегерәк ҡуям хәҙер мин.
Ғилем нимә, әгәр ҙә ул һиңә
Асмай икән намыҫ ҡапҡаһын.
Ғилемдән дә бигерәк кешеләрем
Күңел яҡтылығын һаҡлаһын.
Күңелем минең
Күңелем минең – серле ҡыл-ҡумыҙ,
Сыңрай-сыңрай унда ҡыл-сыңдар;
Күңелемдә әле мин үҙем дә
Белеп бөтә алмаған тылсымдар.
Күңелем минең – ярһыу сор ҡурай,
Унда – өмөт, унда – һағыштар;
Үҙ еремдә минең үҙ йырым бар,
Миңә генә тейгән яҙмыш бар.
Күңелем – орган, моң-даръя,
Донъя һыҡтай унда, һыҙлана;
Берсә, туңып, боҙға әйләнәм,
Берсә, утта янып, ҡуҙланам.
Күңелем минең – ике күҙемдә,
Күҙҙәремә күҙ-йәш төйөлгән;
Хәүефтәрҙән һине ҡурсалап,
Күкрәгемде ҡуям, ергенәм,
Күкрәгемде ҡуям, бергенәм.
Уралымдан ситкә киткәндә
Уйҙарымда нур уйнатып,
Ҡалды Урал.
Улым, ти ул, сит ерҙәрҙән
Ҡайтһын урап.
Ҡайтһын, ти ул, тупрағынан
Ай/ы/рылмаһын,
Ят яҡтарҙа ҡанаттары
Ҡай/ы/рылмаһын.
Яҙын ҡайтһын, яҙ ҡайтмаһа,
Көҙөн ҡайтһын,
Осоп ҡайтһын, елеп ҡайтһын,
Йөҙөп ҡайтһын.
Ҡайтһын, илгә һөйөү менән
Янып ҡайтһын,
Сит ерҙәрҙән үҙе менән
Даны ҡайтһын.
Уландарым илгә-көнгә
Булһын терәк,
Илгә терәк булырҙайҙар
Илдә кәрәк,
Илгә кәрәк.
Ғәмәл дәфтәре
Был донъялар фани. Ни ҡылһаң да,
Хисап биреүең бар һәр эшкә,
Сөнки һинең ике иңбашыңда
Ултыралыр ике фәрештә.
Ни эшләһәң ерҙә, түкмәй-сәсмәй,
Ғәмәл дәфтәренә теркәлер.
Ҡылған ғәмәлдәрең өсөн һине
Әхирәттә яуап көтәлер.
Нимә тиеп барып баҫырмын мин
Сират күперҙәрен үткәндә?
Ғаләм аҡылының миңә тигән
Ғәҙел хөкөмдәрен көткәндә?
Иң әүүәле әйтәйемсе әле:
Гонаһлымын, мең ҡат гонаһлы.
Үҙем генә беләм, үҙем генә
Хоҙай алдындағы гонаһты.
Ә шулай ҙа гонаһ бизмәндәре
Баҫып алып китерме икән ни?
Дон Кихоттай көстө сарыф итеп,
Ваҡыт бушҡа үтерме икән ни?
Милләт өсөн, халҡым өсөн, тиеп,
Ҡояш нурҙарына уралдым.
Халҡым өсөн, ерем, һыуым, күгем,
Илһам алдым һеҙҙән, йыр алдым.
Көнөм өсөн түгел, илем өсөн
Йәшәүемдең булды асылы.
Ғилем тауҙарына менгән һайын,
Офоҡтарҙа киңлек асылды.
Ғүмеремдең оҙон юлдарында
Өҫтөн ҡуйҙым һәр саҡ намыҫты,
Намыҫһыҙлыҡ, оятһыҙлыҡ менән
Ҡара-ҡаршы тороп алыштым.
Быуат менән быуат ашаһынан
Түбәнлеккә хөкөм сығарам.
Эй, милләтем! Киләсәккә бөгөн
Намыҫ толпарҙарын уҙғарам.
Рәшит ШӘКҮР, Башҡортостандың халыҡ шағиры