Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Ғинуар 2022, 07:30

Мюзикл маҡсатына өлгәште

Баш ҡаланың "Химиктар" мәҙәни-ял итеү үҙәгендә “Юғалған ваҡыт тураһындағы әкиәт” балалар-үҫмерҙәр мюзиклы премьераһы үтте

Мюзикл маҡсатына өлгәштеМюзикл маҡсатына өлгәште
Мюзикл маҡсатына өлгәште

"Химиктар" ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә “Юғалған ваҡыт тураһындағы әкиәт” балалар-үҫмерҙәр мюзиклы премьераһы үтте. Сараға үҙенең класташтары менән 14 йәшлек Айгөл дә килгән. 

– Көйө матур, иҫтә ҡала, сюжеты ҡыҙыҡлы, мәғәнәһе бар, – тип ул спектакль тураһында фекере менән уртаҡлашты.

Балалар өсөн мюзикл ҡуйыу һирәк күренеш, шул уҡ ваҡытта ундағы партияларҙа профессиональ булмаған йырсылар ҙа сығыш яһай – “Һәләттәр планетаһы” үҙәгендә шөғөлләнгән йәш йырсылар. Белгестәр диалогтар, йырҙар, музыка, хореография булған сәхнә әҫәрендә бөтәһен дә кәүҙәләндереү еңелдән булмауын яҡшы белә.

Авторҙарҙың төп идеяһын Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты тормошҡа ашырырға ярҙам иткән.

Был “Һәләттәр планетаһы” һәләтле балаларҙың һәм талантлы йәштәрҙең эшен асыу һәм уларҙы үҫтереү үҙәгенең икенсе мюзиклы.

– Былтыр грант ярҙамында ҡуйылған “Музыкаль ҡумтаның сере” мюзиклы уңышлы үтте. Октябрҙә кастинг ойоштоҙоҡ, 30 баланы һайлап алдыҡ, улар бер нисә ай актерлыҡ оҫталғына, эстрада-джаз вокалына һәм хореографияға уҡыны. Беҙҙең мюзикл балалар йырлаған һәм бейегән шоу ғына түгел, ул мөһим әйберҙәр тураһында уйланырға мәжбүр итә. Әҫәр заман балалары гаджеттарҙа ултырып, бер нәмәне лә күрмәүе һәм ишетмәүе, ваҡыттарын заяға үткәреүе, ә ваҡыт шундай тиҙ үтеүе, ҡартайыуыңды ла һиҙмәүең һәм тормошта бер нәмәгә лә өлгәшмәй ҡалыу тураһында,  – ти үҙәк директоры, проект етәксеһе, йыр буйынса уҡытыусы Яна Янситова.

Әҫәр нигеҙендә совет балалары быуынына Евгений Шварцтың “Юғалған ваҡыт тураһындағы әкиәт” фильмы аша билдәле  булған сценарий ята. Билдәле композитор Лилиә Таһирова әҫәрҙе замансаға күсереп, диологтар ижад иткән, музыка яҙған.

Лилиә Ромель ҡыҙы Ҡазанда йәшәй, уны Рәсәйҙә генә түгел сит илдә лә беләләр. Был уның Башҡортостанда ҡуйған “Музыкаль ҡумта серҙәре”нән һуң икенсе әҫәре.

– Мин Өфө менән күптәнге хеҙмәттәшлек бәйләй. 2015 йылда оҫталыҡ дәрестәре бирҙем. Шул саҡта ҙур конкурс үткәреү уйы тыуҙы. Яна Геннадьевна – үҙенсәлекле кеше, үҙ эшенең оҫтаһы, һәр тәҡдимде күтәреп ала. Конкурс килеп сыҡты, һәм беҙ бының менән генә туҡталмаҫҡа ҡарар иттек, балалар актерлыҡ оҫталығы, вокалға һәм хореографияға өйрәнерлек ижади лаборатория булдырҙыҡ. Минең “Музыкаль шкатулка серҙәре”нең сценарийы әҙер ине, уны былтыр ҙур уңыш менән тормошҡа ашырҙыҡ. Беҙ артабан дауам итергә булдыҡ. Мин “Юғалған ваҡыт тураһындағы әкиәт” мюзиклын яҙҙым. Евгений Шварцтың әкиәтен көйгә һалыу уйын күптән йөрөтә инем, уның өҫтөндә эшкә ике ай китте. Тексты, музыканы, аранжировканы үҙем яҙам, шуға ла музыка режиссерына ҡуйырға ғына ҡала. Татарстан менән Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлектең нығына барыуы оҡшай. Ҡазан халҡы өфөләргә матур көнләшеп, “Ә ниңә беҙҙә түгел?” тип һорай. Ә мин уларға: “Гранттар отоғоҙ!” – тип яуап бирәм.    

Ваня ролен 13 йәшлек Алан Зарифуллин уйнай. Ул ете йәштән 159-сы белем үҙәгендә музыка менән шөғөлләнә. Күп конкурстарҙа ҡатнашҡан, тағы ла ул Шаяндар һәм тапҡырҙар клубында уйнай.

Башлыҡ гранты балаларға үҙҙәренең ижади һләттәрен асып ҡына ҡалмай, шулай уҡ беҙҙең мәғлүмәт йәмғиәтебеҙҙә етмәгән аралашыуҙы һәм хис-тойғоларҙы бүләк итә.

Был көндә Ҡала мәҙәниәт-ял итеү үҙәгендә йыйылған уҡыусыларҙың көслө алҡыштары мюзиклдың тамашасыһын табыуы һәм уға барып етеүе тураһында һөйләй.

Спектаклде режиссер, актерлыҡ оҫталығы буйынса педагог Гөлнара Мостаева ҡуйған, бейеүҙәр өсөн – хореография буйынса уҡытыусы Рената Крицкия яуаплы.

      Фото: https://ufaved.info/

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас