Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Ғинуар 2022, 15:00

Йөрәге тулы моң ғына!..

Кескәй Гөлйемеш, үҙе өсөн махсус ҡуйылған эскәмйәгә баҫып, фортепиано янындағы ултырғысҡа менәм тигәндә, ҡапыл тайып йығыла. Тамашасылар бала илап, сәхнәнән сығып китер, тип уйлай. Ҡыҙыҡай барыһын да шаҡ ҡатырып...

Йөрәге тулы моң ғына!..Йөрәге тулы моң ғына!..
Йөрәге тулы моң ғына!..

Гөлйемеш Ҡылысова – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 2-се курс магистранты. Өфө ҡалаһынан.

Гөлйемеш бәләкәй сағынан йыр-моңға тартыла. “Сабый сағымда тик музыка ыңғайына ғына йоҡлағанмын”, - ти көлә ул. Ижади, рухлы ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙ ул Гөлйемеш, теле саф башҡортса асыла.

Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбендә фортепиано класын тамамлай, параллель рәүештә думбыра ҡылдарын сиртергә өйрәнә. Ғөмүмән, музыка мәктәбендә уҡыу – Гөлйемештең бала саҡ хыялы. “Минең өсөн йыр – ул бәләкәй генә тылсымлы донъя, һәм ошо донъяла үҙемде иркен тоям. Телең асылырҙан алда уҡ һәр ваҡыт көйләп ултырҙың, ти атайым менән әсәйем”, - ти талантлы ҡыҙ. Бала сағындағы бер хәлде лә һөйләне ул.

...Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбендә Яңы йыл концерты бара. Бына сәхнәгә дүрт йәшлек ҡыҙыҡай сыға һәм фортепианоға табан атлай. Ултырғысҡа менеп ултырырға буйы етмәгәс, уға уңайлы булһын өсөн, эргәһенә эскәмйә ҡуйғандар. Кескәй артист, шунда баҫып ултырғысҡа менәм тигәндә, ҡапыл тайып йығыла. Тамашасылар бала илап, сәхнәнән сығып китер, тип уйлай. Барыһын да шаҡ ҡатырып, ҡыҙыҡай фортепианола уйнай башлай. Һыҙланыуҙан илағыһы килә, клавишалар күҙ алдында йүгерешә, әммә ул үҙен ныҡ тота... Был осраҡ кескәй генә Гөлйемештәге көслө ихтыярҙы, шул саҡта уҡ сәхнәнең ни тиклем яуаплы урын булыуын аңлауын асыҡ сағылдыра. Һәм, әлбиттә, бөгөнгө уңыштары, еңеүҙәре нигеҙендә ошо рухи ныҡлыҡ, яуаплылыҡ, тырышлыҡ ята.

Гөлйемеш башҡорт, инглиз, рус телдәрендә йырлай. Ул – Йылайыр районында үткән Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы лауреаты. Республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар призеры, дипломанты, лауреаты исемдәренә лайыҡ булыуын дауам итә. Мәҫәлән, Санкт-Петербургта үткән “Сикһеҙ таланттар” йыр конкурсында ҡатнашып, беренсе урынды яулай, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” IV Республика конкурсында “Иң йәш йәмғиәтсе” исеменә лайыҡ була. “Гәлсәр һандуғас”, “Башҡорт йыры”, “Йәшлек шоу” йыр-моң бәйгеләре финалисы.

Уҡыуға килгәндә, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, сығыштар яһай. Университет тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уҡыу һәм ижтимағи фән өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн Мостай Кәрим исемендәге Фонд гранты менән билдәләнә.

Тырыш, маҡсатлы, әүҙем ҡыҙ бөгөн Башҡортостан Республикаһы Милли музейының ғилми хеҙмәткәре булып эшләп тә йөрөй.

Мәҡәләне әҙерләгәндә Нурзиә Хәсәнованың "Шоңҡар" журналында баҫылған интервьюһы файҙаланылды: 

https://shonkar.com/articles/be-e-zhurnal-tyshynda/2019-06-26/g-lyemesh-ylysova-yyrla-an-ayyn-yyrla-ym-kil-248416

Фото: Г. Ҡылысованың шәхси архивынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас