

“Ватандаш” журналының сыға башлауына 25 йыл тулды. Матбуғат баҫмаһы өсөн күп ваҡыт та түгел, әммә Рауил Бикбаевтың “Ватандаш”тың бөтә һандарын бергә туплаһаң, ғәжәп бай йөкмәткеле китапхана хасил була. Был һандар – яңы быуындарҙы интеллектуаль һәм рухи тәрбиәләү өсөн үҙенсәлекле мәктәп ул”, тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрһәк, ошо йылдар эсендә ни тиклем ҙур хазина йыйылғанын күҙ алдына килтерергә мөмкин.
Журналдың барлыҡҡа килеүе
Журнал Башҡортостан Министрҙар Кабинетының 1996 йылдың 26 ғинуарында ҡул ҡуйылған ҡарары нигеҙендә барлыҡҡа килә. Ә уға 1995 йылдың июнендә үткән I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында башҡорт донъяһын яҡтыртҡан махсус баҫма кәрәклеге тураһында мәсьәләне күтәреү этәргес була.
1996 йылда “Ватандаш”тың өс һаны баҫып таратыла. 1997 йылдан ул даими рәүештә донъя күрә. Башҡорт донъяһын яҡтыртыу уның маҡсаты итеп ҡуйыла. Халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, милләт булараҡ үҫеү юлдарын күрһәтеү, сәйәси, иҡтисади, социаль хәлен яҡтыртыу, рухи донъяһына бәйле мөһим мәсьәләләрҙе күтәреү һәм мәғлүмәт биреү бурыс итеп билдәләнә.
“Бер төркөм ғалимдар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре баҫмаға тәүҙә “Башҡорт донъяһы” исемен бирергә теләгәйнек. Мин үҙем журналды тик башҡорт телендә сығарыу яҡлы инем, һуңынан уны башҡорт һәм рус телдәрендә нәшерләп, айырым мәҡәләләрҙе инглизсә биреү фекеренә килдек (әле баҫма башҡорт һәм рус телдәрендә баҫыла – авт.). Баҫмаға “Ватандаш” исемен бирергә булдыҡ, – тип яҙа үҙенең бер мәҡәләһендә баҫманың тәүге баш мөхәррире Ғайса Хөсәйенов.
Ғайса Батыргәрәй улы үҙе был ваҡытта Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Уны баш мөхәррир вазифаһына тәғәйенләүҙе йәмәғәтселек һағайып ҡабул итә.
“Әлбиттә, Ғайса Батыргәрәй улы фән һәм әҙәбиәт өлкәһендә бай тәжрибә туплаған абруйлы, ҙур ғалим һәм яҙыусы. Ләкин журналистикала ул бер ваҡытта ла эшләмәгән, журналды нисегерәк ойоштороп алып китер. Был һорау күптәрҙе һағайтмай ҡалманы”, – тип хәтерләй Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.
“Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, журналистика өлкәһендә эшләп ҡарамаған башы менән был журналды ҡалайтып етәкләр икән тигәнерәк һорау башта әҙ ишетелмәне”, – тип иҫкә ала ғалим-фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов та.
Әммә был шиктәр урынһыҙ булып сыға, Ғайса Батыргәрәй улы институтта әҙәбиәт бүлеген етәкләү менән бер рәттән ең һыҙғанып ҙур бурыстар ҡуйған журналды ойоштороуға тотона.
Журналистар коллективын туплағанда баш мөхәррир “Ватандаш”тың яңы төр баҫма буласағын күҙ уңында тота. Уның һүҙҙәренсә, редакция эшен көйләп ебәреү осоронда яуаплы сәркәтип Миңлеғәли Яҡупов, баш мөхәррир урынбаҫары Мәүлит Ямалетдинов, бүлек мөхәррире Рәүеф Насиров һәм башҡа журналистика ветерандарының оло тәжрибәһе ныҡ ярҙам итә. Һуңғараҡ уларға Рәшит Шәкүр, Аҫылғужа Баһуманов, Ризван Хажиев, Мәүлит Ямалетдинов, Таңсулпан Ғарипова, Гүзәл Ситдиҡовалар ҡушыла. Уларҙың һәр береһе редакцияға үҙ идеялары, авторҙары, хатта әҙер әҫәрҙәре менән килә һәм “Ватандаш”тың телен, стилен, авторҙар даирәһен формалаштырыуға булышлыҡ итә.
“Ватандаш” ижтимағи һәм рухи үҫештең төрлө тармаҡтарын үҙ эсенә алған, йәшәйештең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған фекер алышыуҙарҙа төп талап итеп киң ҡараш менән тәрәнлекте ҡуйған ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр, әҙәби-нәфис журнал булып аяҡҡа баҫа һәм нығына. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ярҙамы менән ул тәүге йылдарҙа республиканан ситтә, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә лә таратыла. Баҫмала Силәбе, Ырымбур, Пермь, Ҡурған башҡорттарына арналған материалдар урынлаштырыла, ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ йәшәгән төбәктәргә командировкалар ойошторола. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2012 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты журналды ойоштороусылар исемлегенән сыға. Хәйер, был мәсьәләгә яңынан әйләнеп ҡайтырға бер ваҡытта ла һуң түгел, сөнки журнал да, ҡоролтай ҙа донъя буйлап һибелгән милләттәштәребеҙҙе берләштереү һәм ойоштороу, уларҙы яҡлау һәм һаҡлау мәнфәғәтендә хеҙмәт итә. Бергәләп эшләү күпкә һөҙөмтәлерәк булыр ине.
Ғайса Хөсәйенов “Ватандаш” журналының баш мөхәррире булып 2000 йылдың июненә тиклем эшләй. Унан һуң был вазифаны Фәрит Әхмәҙиев (2000 – 2012), Азамат Юлдашбаевтар (2012 – 2016) башҡара.
Заман заңын тойоп…
Һуңғы йылдарҙа, башҡа гәзит-журналдар кеүек үк, “Ватандаш” та ҙур үҙгәрештәр кисерә. Ҡағыҙҙа баҫылыу менән бер рәттән электрон сифатта ла донъя күрә, уның рәсми сайты эшләй. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәр булдырғанбыҙ. Ҡулайлаштырыу һылтауынан 2013 – 2015 йылдарҙа журналистар штатының 2,5 тапҡырға ҡыҫҡартылыуын күҙ уңында тотҡанда (элек унда 28 хеҙмәткәр эшләһә, бөгөн штатта 10 кеше иҫәпләнә), бөгөнгө коллективтың журналды сығарыу, таратыу һәм һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй ҙур хеҙмәт һалыуын күҙ алдына килтерергә була.
Мәғлүмәт таратыу юлдары-ысулдары үҙгәреп торһа ла, редакция 25 йыл элек һалынған йолаларҙан тайпылмай, тупланған тәжрибәне һаҡларға һәм байытырға тырыша.
Журналистарға, баҫма энциклопедик йөкмәткеле булырға, ижтимағи һәм рухи үҫештең төрлө тармаҡтарын үҙ эсенә алырға, тормоштағы иң көнүҙәк мәсьәләләргә иғтибар итергә тейеш, тигән талап ҡуйыла, йөкмәтке киңлеген һәм тәрәнлеген, идея-эстетик юғарылығын, зауыҡлы итеп биҙәлешен тәьмин итеү ҙә күҙ уңында тотола.
2018 йылдан журналдың аныҡ ҡына структураһын булдырҙыҡ. Уның йөкмәткеһе лицензияла билдәләнгән төп өс йүнәлештә алып барыла: “Йәмғиәт”, “Фән” һәм “Әҙәбиәт”. Был журналдың биҙәлешенән үк күренеп тора. Һәр бүлектең даими рубрикаһы бар. Уларҙы системалаштырыу баҫманың полиграфик мәҙәниәтен дә күтәрҙе, уҡыусылар өсөн дә уңайлы булды.
Баҫма аң-белемде киңәйтеү, мәғрифәтселек вазифалары менән бергә ижтимағи фекерҙе формалаштырыуға ла хеҙмәт итергә тейеш тип иҫәпләйбеҙ һәм Башҡортостан тормошона, уның уңыштарына, көнүҙәк мәсьәләләренә арналған мөһим яҙмалар баҫтырырға тырышабыҙ. Төрлө документтарға, архив материалдарына, ғилми тикшеренеүҙәргә нигеҙләнгән эксклюзив мәҡәләләргә, дәлилдәр менән нығытылған мәғлүмәттәргә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Башҡорт халҡының тарихына, шәхестәренең яҙмышына арналған мауыҡтырғыс материалдар донъя күрә беҙҙә. Мәҫәлән, тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Ҡолбахтиндың 1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы полководецтары тураһындағы мәҡәләләр серияһы үҙе генә ни тора! Совет дипломаты, Рәсәйҙең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов, генерал Миңлеғәле Шайморатов, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең батырлығы тураһында йотлоғоп уҡырлыҡ мәҡәләләр күп баҫылды беҙҙә. Журналдың 2021 йылғы һуңғы ике һанында немецтарҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы архив материалдарына нигеҙләнеп яҙылған мәҡәләләр донъя күрҙе. Философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин баҫманың йөкмәткеһен байытыуға ҙур өлөш индерә, ул ике йыл дауамында, тарихи сығанаҡтарға нигеҙләнеп, халыҡ иҫәбен алыуға ҡарата башҡорт ырыуҙары тураһында яҙмалары менән сығыш яһай.
Тарих тигәндән, ҙур тарихи даталарға арнап, махсус һандар сығарабыҙ. Мәҫәлән, Башҡортостандың 100 йыллығына, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған махсус сығарылыштарыбыҙ донъя күрҙе. Ошо темалар менән ҡыҙыҡһыныусылар уларҙа үҙҙәренә әллә күпме ҡиммәтле мәғлүмәт таба ала.
Форсаттан файҙаланып, халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәтен үҫтереүгә хеҙмәт иткән даими авторҙарыбыҙға – Рәшит Шәкүр, Фәнил Фәйзуллин, Ғиниәт Ҡунафин, Миңһылыу Усманова, Айбулат Псәнчин, Юрий Ергин, Нәзир Ҡолбахтин, Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Иҙелбаева, Розалиә Солтангәрәева, Гөлнур Хөсәйенова, Нурислам Ҡалмантаев, Рәфил Аҫылғужин, Энгель Зәйнетдинов, Рафаил Зиннуров, Азат Ярмуллинға һ.б. ҙур рәхмәт әйтке килә.
Киләсәккә төбәлгән баҫма
Авторҙар, журнал уҡыусылар менән эшләүҙең яңы төрҙәрен эҙләйбеҙ. 2018 йылда көнүҙәк мәсьәләләргә арналған фәнни-ижтимағи форумдар үткәрә башланыҡ. Тел мәсьәләләренә, ауылды һаҡлауға арналған бик йөкмәткеле саралар уҙғарҙыҡ. Республикабыҙҙағы феноменаль ауылдарҙы барларға тотондоҡ, йәше-ҡарты бер булып үҙҙәренең ауылы хаҡында һөйләшеүгә йыйыла ине. Был форумдарҙы пандемия үтеү менән дауам итергә ниәтләйбеҙ.
Үткән йылда ғына “Студентҡа ярҙамға” тигән фәнни-методик семинар үткәрә башланыҡ. БДУ, Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары – буласаҡ филологтар, тарихсылар менән осрашып, уларҙы “Фән” бүлегендә баҫылған мәҡәләләр менән таныштырҙыҡ, авторҙар тураһында мәғлүмәт бирҙек. Аудиториябыҙҙы иҫәпкә алып, “Әҙәбиәт ғилеме”, “Тел ғилеме”, “Фольклор”, “Тарих” рубрикаларына иғтибар ителде. Республикалағы башҡа вуздарҙа ла ошондай эшлекле осрашыуҙар булыр, тип уйлайбыҙ, сөнки бындай семинарҙарҙың студенттарға курс һәм диплом эштәре, реферат темалары һайларға, яңы авторҙар табырға ярҙам итеренә ышанабыҙ. Был йәһәттән мәктәп уҡыусыларына ла “Ватандаш”тың ярҙамы ҙур була ала, бары тик уға иғтибар итергә генә кәрәк.
Һуңғы йылдарҙа интернетта эшләүгә ҙур иғтибар бирелә. Хәҙер инде бөтә гәзит-журналдарҙың да сайттары, социаль селтәрҙә аккаунттары бар. Былар барыһы ла редакцияға Рәсәйҙә, Башҡортостанда барған ваҡиғаларҙы оператив һәм объектив яҡтыртырға мөмкинлек бирә, ә уҡыусыларға минутында уҡ донъяла барған ваҡиғалар хаҡында хәбәрҙар булырға ярҙам итә.
Киң билдәле ресурстарҙан тыш, “Ватандаш”тың һәр һаны Рәсәйҙәге eLIBRARY.ru тигән ҙур фәнни-аналитик порталға урынлаштырыла. Уның аша ғалимдар беҙҙә донъя күргән материалдарҙы ҡулланып, ғилми эштәрендә һылтана ала. Этнография, фольклор темаларына материалдар айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята.
“Яндекс. Дзен” тигән платформала ла эшмәкәрлек башланыҡ. Был платформала эксклюзив материалдар ғына ҡабул ителә, шул йәһәттән беҙҙең йүнәлештәр тап килә.
Халҡыбыҙҙың тарихи-мәҙәни мираҫын, телен һаҡлауҙа уңыштарыбыҙ ҙа бар. Дүрт йыл рәттән социаль әһәмиәтле темаларҙы яҡтыртып, Матбуғат һәм киң күләм коммуникациялары федераль агентлығының грантын алып киләбеҙ. 2019 йылда йәш быуынға патриотик һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү буйынса уҙғарылған төбәк-ара “Республика намыҫы өсөн!” фестиваль-конкурсында беренсе урын яуланыҡ. Шул уҡ йылда республика матбуғат баҫмалары араһында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған конкурста еңеүсе булдыҡ.
Әле ошо көндәрҙә генә Рәсәй “Матбуғаттың алтын фонды”ның беренсе дәрәжә дипломына лайыҡ булыуыбыҙ билдәле булды.
“Ватандаш” – үткәнгә, бөгөнгөгә генә түгел, иң мөһиме, киләсәккә лә төбәлгән баҫма. Заманаларҙы рухи тоташтырыу, мөһим сығанаҡҡа әүерелеү ҙә уның бер маҡсаты”, – тип яҙғайны бер заман Ғайса Хөсәйенов. Һуңғы ике йылда журналдың тиражы кәмеүҙән туҡтап, яйлап ҡына арта башланы. Был – һөйөнөслө билдә, тип ҡарайбыҙ һәм журналдың бөтә ватандаштарыбыҙ ихтирам иткән, ҙур теләк менән яҙылған, көтөп алып уҡыған баҫмаһына әүерелеренә ышанабыҙ. “Ватандаш” менән мәғлүмәтле, мәғрифәтле һәм мәҙәниәтле булығыҙ, дуҫтар!
П.С. 20 ғинуарҙа “Торатау” конгресс-холында “Ватандаш” журналының 25 йыллығына арналған “Милли матбуғатта милли мәҙәниәтте һәм туған телде һаҡлау мәсьәләләре” тигән ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла.
Рәйлә Ғәлиева,бүлек мөхәррире:
– “Ватандаш” журналынының уҡыусылары интернет киңлектәрендә лә байтаҡ. Рәсми сайтыбыҙҙы http://vatandash.ru адресы буйынса табырға мөмкин. Унда көн дауамында төп яңылыҡтар менән танышырға, журналыбыҙҙа сыҡҡан эксклюзив мәҡәләләрҙе һәм йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләренә ҡағылған яҙмаларҙы уҡырға мөмкин. Һуңғы йыл эсендә сайтыбыҙ һиҙелерлек йәнләнде, унда көнөнә уртаса 2-3 мең тирәһе кеше инә. Төп трафикты социаль селтәрҙәр бирә (87%). Шуныһы ҡыҙыҡ – компьютер аша инеүселәр ни бары һигеҙ процент тәшкил итә, кешеләр өсөн иң ҡулай гаджет – смартфон, 90 процент уҡыусыларыбыҙ сайтты шунан уҡый.
Уҡыусыларыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырған төп темалар – әҙәбиәт, мәҙәниәт, тарих. Хикәйәләрҙе айырыуса яратып уҡыйҙар, шуға ла ҡыҙыҡлы, бер ерҙә лә баҫылмаған әҫәрҙәрҙе тәҡдим итергә тырышабыҙ.
Йәш арауығына килгәндә, сайтыбыҙға иң күбе 55 йәштән өлкәндәр инә (37%), 45–54 йәшлектәр – 22%, 35–44 йәшлектәр иһә 19 процент тәшкил итә. Башлыса етдиерәк темаларға иғтибар итеүебеҙ, еңел-елпе яҙмаларҙы үҙһенмәүебеҙ күберәк урта һәм оло быуын вәкилдәрен ылыҡтыра ла инде. Географияға килгәндә, төп уҡыусыбыҙ Рәсәйҙә (90 проценттан ашыу) йәшәй, ҡалғандары Ҡаҙағстанда, Америка Ҡушма Штаттарында, Үзбәкстанда, Ирландияла һәм башҡа илдәрҙә көн итә.
“Бәйләнештә”, “Фейсбук”, “Инстаграм”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә төркөмдәребеҙ бар (улар “Ватандаш” исеме менән бәйле, эҙләп табыуы ауыр түгел). Һәр ҡайһыһында айырым контент булдырырға тырышабыҙ, сөнки уларҙағы аудитория бер-береһенән айырыла, тимәк, һәр кемдең зауығын иҫәпкә алырға тейешбеҙ.
Төркөмдәрҙе йәнләндереү маҡсатында даими рәүештә конкурстар уҙғарабыҙ. Октябрь айында, мәҫәлән, “Бәйләнештә” селтәрендә Атайҙар көнөнә арнап үткәрелгән “Минең ҡәҙерле атайым” бәйгеһен бик йылы ҡабул иттеләр. Әсәйҙәр көнөнә ҡарата ла шундай уҡ конкурс уҙғарҙыҡ. Быға тиклем бәйге еңеүселәренә ниндәй ҙә булһа бүләк тапшыра инек (мәғәнәле, милли үҙенсәлегебеҙгә бәйле булғанын – ҡушъяулыҡ, беләҙек, башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән бәләкәс һандыҡ), был юлы улар хаҡында журналыбыҙҙа мәҡәләләр донъя күрҙе.
Әле генә “Телеграм”да каналыбыҙҙы булдырҙыҡ, унда башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, этнографияһына бәйле мәҡәләләр урын аласаҡ.
Бер һүҙ менән әйткәндә, журналыбыҙ интернет киңлектәрендә лә үҙ баһаһын төшөрмәй, мәңгелек ҡиммәттәргә бәйле яҙмаларға өҫтөнлөк бирә.
Гөлназ РӘХМӘТОВА, яуаплы секретарь:
– “Йәмғиәт” бүлегендә йәшәйеш-көнкүрешебеҙҙең көнүҙәк мәсьәләләре күтәрелә. Сәйәсәт, иҡтисад, социаль өлкә, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф – бөтә тармаҡтарҙа барған процестар, иғтибарҙы талап иткән мәсьәләләр, йәмәғәтселекте борсоған һорауҙар – быларҙың береһен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ.
Мәҫәлән, сәйәси фәндәр докторы, профессор Мансур Әйүповтың “Башҡортостан Республикаһы: стратегик үҫеш идеялары һәм планы” (№ 8, 2021), юридик фәндәр докторы, профессор Зөфәр Йәнекәевтең “Башҡорттар – Рәсәйҙә федератив ҡоролошҡа нигеҙ һалыусылар” (№ 3, 2019), иҡтисад фәндәре кандидаты Вилүр Әхмәтовтың “Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫешенең төп проблемалары һәм стратегик өҫтөнлөктәре” (№ 8, 2019) тип аталған сығыштары төрлө кимәлдәге етәкселәр өсөн методик белешмә ролен үтәй ала, тип әйтергә лә мөмкин.
Әһәмиәтле темаларҙың береһе – милли проекттар. Экология, демография, торлаҡ һәм ҡала мөхите, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы тураһында мәҡәләләр был йүнәлештәрҙәге үҫеш-үҙгәрештәрҙе күрһәтә һәм ошо бүлектә урын ала.
Үҙҙәренең хеҙмәте, ижады һәм ижтимағи эшмәкәрлеге менән республикабыҙҙы Рәсәй һәм донъя кимәлендә танытыуға булышлыҡ иткән, уның данын күтәргән шәхестәргә айырыуса иғтибар бирергә тырышабыҙ. Улар замандаштарыбыҙ ҙа, тарихи шәхестәр ҙә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, совет дипломаты, Рәсәйҙең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов, генерал Миңлеғәле Шайморатов, Өфөлә тыуып үҫкән совет яҙыусыһы Сергей Довлатов, шулай уҡ Өфөлә тыуып үҫкән полярник Валериан Альбанов тураһында эксклюзив мәҡәләләр баҫылды. Ғөмүмән, материалдарҙың документтарға, ғилми тикшеренеүҙәргә нигеҙләнгән дәлилдәр менән нығытылған булыуы – төп талаптарҙың береһе. Тап шуның өсөн дә “Ватандаш”та донъя күргән мәҡәләләр һәр осраҡта ла ышаныслы сығанаҡ булып хеҙмәт итә ала.
“Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар”, “Яҡташтар” рубрикалары Башҡортостанда тыуып үҫкән кешеләрҙе берләштереү, уларҙы уртаҡ Ватаныбыҙҙың тормош-көнкүреше менән таныштырыу маҡсатын тормошҡа ашырһа, “Рәсәй башҡорттары” рубрикаһы республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән рухи бәйләнеште нығытыуға, тарихи хәтерҙе яңыртыуға йүнәлтелгән.
Миләүшә МӨХӘМӘТЙӘНОВА,
өлкән мөхәррир, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре:
– Фән бүлеге – беҙҙең журналдағы төп йүнәлештәрҙең береһе. Унда фәндең төрлө өлкәләренә ҡағылышлы фәнни-популяр мәҡәләләр урын ала, күренекле ғалимдарыбыҙҙың эшмәкәрлеге һәм тормош юлы яҡтыртыла, республикала эшләп килгән ғилми учреждениелар һәм ойошмалар, уҡыу йорттары хаҡында мәғлүмәт бирелә. Улар аша уҡыусыларыбыҙ билдәле ғалимдарҙы үҙҙәре өсөн яңынан аса.
Мәҫәлән, бынан алтмыш йыл элек Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған Сталинград ҡалаһы ҡыҙы Светлана Шитова ғилми эҙләнеүҙәре өсөн ниңә Башҡортостанды һайлаған? Илле йыллап ғүмерен башҡорт халҡының этник тарихын, традицион мәҙәниәтен, ҡулланма сәнғәтен өйрәнеүгә арнаған, ил кимәлендәге абруйлы этнограф булып танылған ғалимәнең ғүмер һәм ижад юлы ниндәй? Йә булмаһа, XVIII быуат башҡорт тарихын өйрәнгән күренекле ғалим, тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Ҡолбахтиндың хеҙмәт юлын нефть промыслаларында газ-компрессор цехы слесары булып башлағанын, халыҡ театрында уйнағанын, үҙешмәкәр концерт бригадаһы менән республика буйлап сығыш яһап йөрөгәндә Щукин исемендәге театр училищеһына уҡырға тәҡдим ителгәне хаҡында күптәрегеҙ беләме? Ғөмүмән, “Башҡортостан ғалимдары” рубрикаһы фәнгә хеҙмәт иткән шәхестәребеҙҙе йәмәғәтселеккә киңерәк танытыуға, уларҙың ғилми эшмәкәрлеген яҡтыртыуға йүнәлтелгән.
“Хәтер” тигән рубрикала беҙ арабыҙҙан киткән ғалимдарҙы иҫкә алабыҙ, уларҙың фәнни мираҫын барлайбыҙ.
Халҡыбыҙҙың тарихы, этнографияһы, фольклоры хаҡында һөйләгән фәнни-популяр мәҡәләләр журналда шаҡтай ҙур урын алып тора. Шулай уҡ әҙәбиәт ғилеменә, тел ғилеменә ҡағылышлы материалдарға ла иғтибар ҙур.
Философия, социология, демография, педагогика, психология, иҡтисад, культурология һәм башҡа ижтимағи фәндәр ҙә был бүлектә киң яҡтыртыла.
Беҙҙең авторҙарыбыҙ – билдәле ғалимдар, фән докторҙары, фән кандидаттары, шул уҡ ваҡытта тәүге аҙымдарын яһаған аспиранттар, студенттар ҙа үҙҙәренең эҙләнеүҙәре менән журнал уҡыусыларын таныштыра. Ә инде тыуған ерен, тарихи шәхестәрҙе, ер-һыу атамаларын өйрәнгән һәр кем үҙенең яҙмаларын “Тыуған яҡты өйрәнеү” рубрикаһында баҫтырып сығара ала.
Нияз АЛСЫНБАЕВ, әҙәбиәт бүлеге хәбәрсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре:
– Әҙәби бүлектең бурысы – республикабыҙҙа баҫылған әҙәби баҫмаларҙы ҡабатламай ғына әҙәбиәт донъяһында үҙ һуҡмағын табыу, үҙ һүҙен әйтеү, шул рәүешле әҙәбиәт үҫешенә өлөш индереү.
Журналдың ике телдә донъя күреүе беҙгә башҡорт, татар телендә ижад ителгән әҫәрҙәрҙе уҡыусыға рус телендә тәҡдим итеү мөмкинлеген бирә, тимәк, милли телдәрҙә яҙыусыларҙың аудиторияһын киңәйтә алабыҙ.
Ватандаштарыбыҙҙы донъя әҙәбиәте менән таныштырып барыу өсөн 2019 йылда “Донъя халыҡтары әҙәбиәте” тигән рубрика булдырҙыҡ. Хәҙер илдәр араһында сиктәр юҡ, интернет аша теләгән кеше менән бәйләнешкә сығырға була. Шул рәүешле беҙҙә ҡаҙаҡ, чечен, яҡут яҙыусыларының әҫәрҙәре, белорус, ғағауыз, ҡаҙаҡ шағирҙарының шиғырҙары донъя күрҙе. Башҡа республикаларҙа һәм илдәрҙә әҙәби процестар ниндәй кимәлдә, ниндәй темалар көнүҙәк булыуын белмәй тороп, үҙебеҙҙә сыҡҡан әҫәрҙәрҙең кимәлен дөрөҫ баһалау мөмкин түгел, тигән күҙлектән сығып башҡарыла был эш.
“Әҙәбиәт һәм шөғөл” тигән рубрика әҙиптәрҙе уҡыусыға таныш булмаған сифатта күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Мәҫәлән, Ринат Камалдың оҫта бейеүсе булыуын, Тамара Юлдашеваның сәйәхәт итергә яратыуын, Фирүзә Абдуллинаның түшелдеректәр эшләү менән мауығыуын күптәр белмәгәндер ҙә, моғайын.
“Яҙыусы яҙмышы” тигән рубрика ла үҙенсәлекле. Унда беҙ рус классиктарының тормошон һәм ижадын яҡтыртабыҙ. Мәҫәлән, Достоевский кәрт уйнарға яратҡан, был әүәҫлеге уның ижадына ла ҙур йоғонто яһаған.
Башҡорт һәм рус классиктарының ижады һәм тормошонан ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, милли шиғриәт, проза, әҙәби мираҫ, яңылыҡтар, әҙәби календарь һәм башҡа йүнәлештәр айырым рубрикалар сиктәрендә уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителә. Әҙәбиәт бүлегенең сит илдәрҙә һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән авторҙар менән ижади бәйләнештәрҙе нығыта барыуы – киләсәктә лә журналдың ышаныслы үҫешенә ишара.