

Бшҡортостанда мәҙәниәт министрының яңы урынбаҫары билдәләнде. Был вазифаға Илнур Мөхйәнов тәғәйенләнде. Ул министрлыҡтың социомәҙәни эшмәкәрлеге мәсьәләләре өсөн яуап бирәсәк. Уға тиклем был вазифаны күп йылдар Рәнис Алтынбаев биләне.
Илнур Илдар улы Мөхйәнов 1988 йылдың 4 декабрендә Ишембай районының Маҡар ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын һәм Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2008 йылда Башҡорт дәүләт университетының хәүефһеҙлек хеҙмәте дежуры һәм Башҡорт дәүләт филармонияһында яҡтыртыусы булып башлай. Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының сит ил граждандарын ваҡытлыса күҙәтеү махсус учреждениеһы администраторы була.
2015-2017 йылдарҙа – Ишембай районының Маҡар ауыл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы, 2017-2018 йылдарҙа – Ишембай районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе. 2018-2019 йылдарҙа - Ишембай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.
2019-2022 йылдарҙа - Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эшләү бүлеге баш кәңәшсеһе.
Фото: "Башинформ".