Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Ғинуар 2022, 08:00

Туған телеңдә фильм төшөрәм тиһәң...

Быға “Ер һүҙе/Онлайн 2.0” төбәк-ара һанлы белем биреү проекты аша өлгәшергә мөмкин.  

Туған телеңдә фильм төшөрәм тиһәң...Туған телеңдә фильм төшөрәм тиһәң...
Туған телеңдә фильм төшөрәм тиһәң...

12 ғинуарҙа “Ер һүҙе/Онлайн 2.0” төбәк-ара һанлы белем биреү проектының беренсе ағымында ҡатнашыусылар өсөн уҡыу башланды. Сценарий оҫталығы һәм режиссерлыҡ эше нигеҙҙәренә өйрәтеү танылған кинорежиссер Булат Йосоповтың авторлыҡ методикаһы буйынса уҙғарыла. Сыуашстандан, Удмуртиянан, Ямал-Ненец автономиялы округынан һәм Башҡортостан Республикаһынан бөтәһе 30-ҙан ашыу ғариза ҡабул ителгән.

“Проекттың популярлығы һәм географияһы арта. Быйыл ул Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды гранттарының беренсе конкурсында еңеү яуланы һәм ике ҙур федераль округты – Волга буйы һәм Урал федераль округтарын үҙ эсенә ала”, - тип билдәләне проекттың продюсеры Леонид Филинов.

Әлеге ваҡытта икенсе ағымға ғаризалар йыйыу башланды, улар февралдең икенсе декадаһында уҡый башлаясаҡ. Проекттың сайтында ғариза бирергә һәм башланғыс менән ентекләберәк танышырға мөмкин.

“Ер һүҙе/Онлайн 2.0” халыҡ-ара һауыҡтырыу комплексында ҡатнашыусылар төрлө һөнәр эйәләре, төрлө йәштәге һәм ҡыҙыҡһыныуҙары булған кешеләр, әммә уларҙы бер нимә берләштерә – үҙ телеңдә фильм төшөрөү, туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү теләге.

Фото: “Ер һүҙе/Онлайн 2.0” төбәк-ара һанлы белем биреү проектының сайтынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас