Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Ғинуар 2022, 08:00

Гөлназ Асаева: "Оҙаҡ тәнәфестән һуң..."

Башҡорт һәм татар эстрадаһының талантлы йәш йырсыһы тамашасыларға ниндәй йырын бүләк итәсәк?

Гөлназ Асаева: "Оҙаҡ тәнәфестән һуң..."Гөлназ Асаева: "Оҙаҡ тәнәфестән һуң..."
Гөлназ Асаева: "Оҙаҡ тәнәфестән һуң..."

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Гөлназ Асаева коронавирус инфекцияһы башланыу менән концерттарын туҡтатты. Ул селтәрле маркетингта эшләп алды, аҙаҡ әсә булыу бәхетенә иреште. Әле ире Вилдан Шәмсетдинов менән бик матур ҡыҙ үҫтерә.

Күптән түгел йырсы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә оҙаҡ ваҡыттан һуң "Шомырт" (Муйыл) исемле йырын сығарыуы хаҡында хәбәр итә.

"Оҙайлы тәнәфестән һуң. Мин һәр саҡ сәхнәлә булдым һәм буласаҡмын, Алла бирһә. Тиҙҙән бик күп яңылыҡтар ишетерһегеҙ", - тип яҙған Гөлназ.

Тимәк, тиҙҙән Гөлназ Асаеваның йәнә сәхнәгә сығасаҡ, уның яңы йырҙарын тыңлау бәхетенә ирешәсәкбеҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас