

Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, ғалимдар, журналистар, киң йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
“Ватандаш” – ул тормошҡа ашҡан уңышлы проект, “Ватандаш” – ул танылған бренд”, – тип билдәләне үҙенең сығышында Азат Шамил улы Бадранов. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән барлыҡҡа килгән журналдың тәүмаҡсатына – башҡорт донъяһын яҡтыртыуға, халыҡты берләштереүгә тоғро ҡалыуын билдәләне, шул уҡ ваҡытта башҡа милли-ижтимағи ойошмалар менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итеп, яңы киңлектәргә сығырға саҡырҙы. Премьер-министр урынбаҫарының “Ватандаш”ты, фәнни баҫма булараҡ, Юғары аттестация комиссияһының (ВАК) журналдары исемлегенә индереү тәҡдимен конференцияла ҡатнашыусылар айырыуса хуплап ҡаршы алды. Азат Шамил улы баҫманың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева менән художество мөхәррире Факил Мостафинға БР Хөкүмәтенең Почет грамотаһын тапшырҙы.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев “Ватандаш”тың һуңғы йылдарҙа интернет киңлектәрен йылдам яулауын, аудиторияһын киңәйтеүен, төрлө абруйлы конкурстарҙа ҡатнашып, үҙен Рәсәй кимәлендә лә танытыуын айырып билдәләне. Мәҫәлән, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса ул “Рәсәй матбуғаты” алтын фондының I дәрәжәле билдәһенә лайыҡ булған.
Сара барышында журнал редакцияһының тәжрибәле журналистарының эшмәкәрлеге Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, БР Журналистар союзының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Конференцияның икенсе өлөшө абруйлы ғалимдар ҡатнашлығында Башҡортостандың милли матбуғатында традицион мәҙәниәтте һәм туған телде һаҡлау мәсьәләләре буйынса йөкмәткеле сығыштарға һәм йәнле фекер алышыуға ҡоролдо.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.