Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Января 2022, 12:43

Айырма (Хикәйә)

6th.35awards.com6th.35awards.com
Фото:6th.35awards.com

Рәмилә Торомтаева – Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусы­лар союздары ағзаһы, йәш прозаик. Ул Сибай ҡалаһы гим­назияһында башланғыс клас­тар уҡытыусыһы булып эшләй. Күптән түгел Өфөнән Әлфинә Ҡарағужина, Рәмилә Торомтаеваның "Айырма" хи­кәйәһен рус теленә тәржемә итеп, II "Ишет, Рәсәй, беҙҙең тауыштарҙы" Рәсәй Федера­цияһы халыҡтары телдәре­нән нәфис тәржемә конкурсында икенсе урынды яуланы.

Ҡасандыр Уртағолда йәшәгәй­нек. Яратам мин уны. Әсәйемдәр күсенергә хәл итмәһә, бер ҙә китмәҫ инем дә. Бәлки, улар ҙа күсенмәҫ ине…

Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек. Иң өлкәне булғас, иркә һеңлеләрем өсөн гел миңә яуап бирергә тура килде. Уларҙы бик яратһам да, мыжып теңкәмә тейгәндәрендә “ошоларһыҙ рәхәтерәк булыр ине” тип уйлаған саҡтарым да булды. Ә инде йылдар үткән һайын, “донъяла алай ҙа яңғыҙ түгелмен, алай ҙа һеңлеләрем бар” тигән фекерем нығынғандан-нығына.

Бала саҡта өйҙә өсәү генә ҡалғаныбыҙҙа иң тәүҙә “кем  атай?”, “кем әсәй?”, “кем бала?” булаһын асыҡлап алабыҙ, шунан ролдәрҙең үҙебеҙгә тәтегәнен ихлас уйнарға тотонабыҙ. Атҡаҙанған артистарҙан кәм булмағанбыҙҙыр. Өлкәндәр артынан ишек ябылыу менән, мин “Аҫылйәр”гә әйләнәм. Эшем-һөнәрем дә бар: беҙҙең ауылдан былтыр Мәскәү һынлы Мәскәүҙең үҙенә Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә барып ҡайтҡан алдынғы тракторсымын. Эштән гел майланып, бысранып ҡайтҡан кейемемде шунда уҡ сисеп һалам, унан ҡатыным “Гөлсибәр”гә әҙ булһа ла еңелерәк булһын өсөн, йыуышырға ярҙам итәм. Эргәбеҙҙә “балабыҙ” йөрөй, әлегә берәү. Уның исеме – йә “Сөмбөл”, йә “Йәнбикә”, йә “Айһылыу” булып китә. Шулай булмайса, “артистар” өсәү генә, ә ғаиләләге биш кешене һынлан­дырырға кәрәк. Күңелле ине бала саҡта.

Ә ысынында мин һәр ваҡыт “ҙур апай” булдым, ни тиһәң дә, башҡаларҙан теүәл биш йәшкә өлкәнмен бит, өҫтәүенә, атай менән әсәй ҙә, берәй ергә йыйынһалар, “апайығыҙҙы тыңлағыҙ, ул ҙур” тип иҫкәртә килде. Йәнбикә менән Айһылыуҙың йәш аралары яҡыныраҡ, йылдан саҡ ҡына ашыуыраҡтыр. Әллә шуғамы, әллә башҡа сәбәптәнме, улар күберәген икәү уйнап ала ла китә ине, үҙ-ара ла бер-береһенә исемләп кенә өндәшергә өйрәнделәр. Кемеһе өлкәнерәк тә, кемеһе кесерәк икәнен үҙҙәре лә бик үк белмәне, күрше-күлән дә айыра алманы. Йыш ҡына “уларҙы нисек айыраһығыҙ ул?” тип беҙҙән һорар булдылар. Күрәһең, йөҙгә лә оҡшаш, кәүҙәләре лә бер ишерәк булғанға, уларҙың кемеһе “апай”, кемеһе “һеңле” икәне күрер күҙгә бик үк салынып бармай ине шул.

Хәйер, айырма күҙгә ташланып торғанда уға бик үк иғтибар итә һалып та бармайҙар. Әммә ни өсөндөр бөтөнләй булмаҫҡа тейеш һымаҡ ерҙән айырма эҙләй башлайҙар.

 

***

 

Лыулыу. Айһылыу донъяға килгәндә Йәнбикә, теле яҡшылап асылмағанға күрә, уға шулай өндәште. Ижекләп әйтеп төҙәтеп ҡараһаҡ та, әйтеп килештерә алманы. Йәнбикә арҡаһында Айһылыу һеңлем бәләкәйҙән ҡушаматлы булды. Быға бер ҙә үпкәләмәне, киреһенсә, ҡушаматын исеменә ҡарағанда ла нығыраҡ яратты шикелле. Шулай булмаһа, “Лыулыу” тип өндәшкәндә уның йөҙө балҡыбыраҡ китер инеме лә күҙҙәренән наҙ түгелер инеме? Әйтерһең, шул “Лыулыу” һүҙе уны нурға ҡойондора…

Миңә лә оҡшай уға шулай өндәшеү. Тик әллә Йәнбикә һымаҡ әйтә белмәйем, әллә минең әйт­кәнде оҡшатмай, мин өндәшкәндә Айһылыуҙың күҙҙәрендә осҡон­соҡтар тоҡанып, нурҙар ҡойолмай, шуға ла өндәшә һалып бармайым. Йәндәй күргән һеңлеләремде ситтән генә өнһөҙ күҙәтеү мең артығыраҡ, тим…

Бөгөн дә шулай иттем. Оҙаҡ ҡына күрешмәй торғандан һуң осрашҡас, Айһылыу менән икәүләп йә баҡсаһына, йә мунсаһына үҙ мәшәҡәттәре менән инеп-сығып йөрөгән Йәнбикәнән тотам да ҡалмай эйәреп йөрөйбөҙ. Эштәренең бер аҙын атҡарғандан һуң, ул аш бүлмәһенә үтте. Айһылыу ҙа уның эргәһенә инеп ултырҙы. Мин уларҙы үҙем кү­рерлек һәм ишетерлек ергә, йәғни залдағы дәү креслоға барып ҡунаҡланым. Кухняһының ише­генән улар асыҡ күренә. Миңә әйләнеп күҙ һирпкәндәй булдылар ҙа бүленгән һүҙҙәрен шул яҡта дауам иттеләр…

– Эй, Лыулыу туғаным, ни өсөн тормош гел генә һин теләгәнсә бармай икән?

Айһылыу яуап бирмәне.

Бер аҙ йомоғораҡ холоҡло ул, хәбәргә тиҙ генә ҡушыла һалып та бармай. Шундай саҡтарында әллә апайына ҡарата күңелендә һаҡланған йылы һүҙҙәрен барлай, әллә эс серҙәрен унан тағы ла тәрәнгәрәк йәшерә… Туғанының өндәшмәй, тынып ҡалыуына бик үк иғтибар итмәгән Йәнбикә һыуытҡысын асты. Шул арала уның лыҡа тулы икәнен күреп, эстән ҡәнәғәтлек кисерәм. Етеш йәшәй Йәнбикәбеҙ. Тормошо еңел генә ыраны ла китте. Ҡола ялан ине ошонда. Кейәү менән бер нисә йыл эсендә күркәм йорт ҡына түгел, кәртә-ҡаралтыһын да төҙөп ташланылар. Балалар ҙа үҫтерәләр. Эштәрендә лә өлгөрәләр.

Ә бына Айһылыуҙың тормошо гел ҡырын тартты. Нисә абынып, нисә торғандыр. Әммә бер зарланып, бер илап ултырманы. Эстән тешләнһә, тешләнә – тышҡа сығарып һөйләп бармай. Бына бөгөн дә уйҙары менән күптән бында түгел ул.

Ай аҙағын нисек еткереп, нисек бурыстарын таратырын уйлай. Шунан был айҙа кемдәрҙән бурысҡа алып торорон күҙаллай. Таяныр кешеләренең ышанысынан сыҡмаҫҡа теләп, ниндәй танышынан күпме һорап торорға икәнен самалай.

Тотош “үтескә” ҡоролғанғамы, тапҡаны ла тормай шикелле. Шуға тормошон нисек тормош тип атайһың. Тормошта тапҡан торорға тейештер… Айһылыуҙы йәлләйем мин, тик һыр бирмәҫ туғанымдың бер ваҡытта ла теҙ сүгеп, күҙ йәше түкмәҫен белгәнгә күрә, уны төпсөп маташмайым. Ә Йәнбикә улай итә алмай. Яйы сыҡҡан һайын һеңлебеҙгә ярҙам ҡулы һуҙа. Йә уныһын, йә быныһын мәжбүрләп биреп ҡайтарып тора. Хәйер, бүлешер нәмәләрем булһа, мин дә өләшер инем дә бит.

 

***

 

Был донъяла бөтәһе лә кәрәк булған өсөн башҡарыла кеүек: тауҙар аҡтарыла, йылғалар быуыла, бөйөк ғәмәлдәр эшләнә… ергә кешеләр тыуа…

Донъяла булғас, мин дә кәрәкмендер, тим…

Уртағолда йәшәгән көндәрҙе нығыраҡ һағынам. Бала сағым шунда үткәнгә түгел, бәлки, шунда тороп ҡалғанға. Көнтөшмәҫ тауының ҡуйы урманын яңғыҙ ҡыҙырған мәлдәремде иҫемә төшөрһәм, тәндәрем сымырлап китһә лә, ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәгән шаталаҡ сағымды юҡһынам.

Әллә ни эшләп шулай булдым шул. Әсәйем күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап торһа ла, ул әйтмешләй, “күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыға” торғайным. Юғалһам, бер кем дә тапмаҫтай урыным да бар — Көнтөшмәҫтең көн үткәрмәҫ ҡуйы ҡара урманы. Хәйер, ситтән ҡарап торһаң ғына ул шулай ҡара булып күренә. Ә эсенә инһәң, ҡәҙимге урман инде, хатта “Көнтөшмәҫ”, “Шырлыҡ” тиһәләр ҙә, урыны-урыны менән ҡояш нурҙарын туранан-тура үткәргән асығыраҡ урындары ла бар, емеше лә бер-бер артлы өлгөрә. Тәүҙә турғай еләге, унан бөрлөгәне, муйылы, баланы… Ә мин бөрлөгәнен нығыраҡ яраттым, ағасҡа менәһе лә түгел, бер урында ла тик кенә ултырмайһың. Ҡулың буш ҡайтмағас, өйҙәгеләр ҙә тиргәй һалып бармай… Ауылдан әлеге ҡырағай урманға минән башҡа аяҡ баҫырға йөрьәт итеүсе булманы. Бәлки, шуғалыр ҙа ул күңелемә тағы ла яҡыныраҡ тойола торғайны. Тимәк, уға мин хужа, Көнтөшмәҫ шырлығы – минең биләмәм. Шулай тип уйлау мине был урманға тағы ла ылыҡтыра. Унда йышыраҡ, оҙағыраҡ булғым килә… Шырлыҡты арҡырыға-буйға нисә гиҙгәнмендер, мәгәр хәҙер ҙә уны тотош беләм тип әйтә алмайым. Нисектер үҙгәреүсән ғәжәп холҡо бар уның: бер барғанда бер төрлө торған ағасы, икенсе килгәндә, урынынан шылып ултырған кеүек. Ололарҙың “Шырлыҡ – беҙҙең яҡта иң яман урман. Унда ете башлы, оҙон ҡойроҡло дәү дейеү йәшенеп йәшәп ята. Шул дейеү урманды үҙенә нисек кәрәк шулай күсереп алып йөрөй…” тип һөйләгәндәре дөрөҫкә лә оҡшап ҡуя. Шул легенданы белгәнгә ағастар шылған һымаҡ тойоламы, әллә улар, ысынлап та, күсәме, билдәләй алманым. Балалығыма барып, буғай, дейеүҙе әкиәттәгеләй күҙ алдыма килтерәм, уның менән һөйләшәм дә хатта…

Тағы бер нәмә мине ҡыҙыҡтыра: шырлыҡ менән Уртағолдо айырып елгә талғын ғына бәүелеп ятҡан иген баҫыуын кисеп үткем килә. Тик атайым тирен түгеп һөргәндән һуң сәселгән игенде тапарға ярамай икәнен белеү генә мине тота, ахыры, урау булһа ла, баҫыу юлы буйлап йөрөйөм, унан саҡ ҡына ла ситкә сыҡмайым. Артығыраҡ мауығып, оҙағыраҡ йөрөп таш­лаһам, ҡайтҡанда шул юлдың саңын борҡотоп йүгереп төшәм. Ҡабаланам, үҙемсә. Йәнә оло урам буйлап үтмәҫкә тырышам. Үрге ос ямаҡай шарылдаҡ Өрҡиә инәйҙең:

– Хыялыйҙыр был бала, тағы шырлыҡтан килеп сыҡты, Гөлсибәр әллә ҡайҙа ҡарай, – тигәнен яҙа-йоҙа булһа ла ишеткем килмәй. Ҡалайтаһың, уны ғына түгел, тотош ауылды шомландырған урманда йөрөгәс, үпкәләп тә булмай…

 

***

 

Беҙҙең ғаилә тап ошо шырлыҡ арҡаһында Уртағолдан күсенеп китеүен иҫәпкә алмағанда, үҙемде белә-белгәндән ауылда унан зыян күреүселәр булманы шикелле. Әммә барыбер бөтәһе лә шырлыҡтан нисектер ҡурҡты, мал-тыуарын да ул тирәнән йырағыраҡ йөрөттө, юл төшкәндә лә уны мөмкин тиклем урабыраҡ үтте. Атайымдар Билдәшкә күсенгәндә лә шулай итте. Аттарын шырлыҡ буйынан үткән таҡыр юлға түгел, ә Кәкретауҙың ташлы юлына төшөрҙөләр.

Китеп барғаныбыҙҙа Көн­төш­мәҫкә нисә әйләнеп ҡара­ғанмындыр, йәннәттең үҙендәй күргән урманыма кире йүгереп китергә әллә нисә уҡталып-уҡталып ҡуйһам да, донъялағы иң яҡын кешеләремде өҙөлөп яратыуым көслөрәк ине, уларға өнһөҙ-тынһыҙ эйәреп бара бирҙем. Арбала яурындарын терәшеп ултырған Йәнбикә менән Айһылыу үҙ-ара ниҙер һөйләшә, ә мин һөйләшә лә, хатта илай ҙа алмайым. Атайым менән әсәйем Көнтөшмәҫ урманынан йырағыраҡ китергә тырыша, ә миңә шунан да ауыры юҡ. Уларҙың, шырлыҡтан мөмкин тиклем алыҫ­ҡараҡ китеп, тынысыраҡ йәшәгеһе килә, ә минең тыныслығым тап шунда тороп ҡалды ла шикелле.

Шул күсенеүҙән һуң туғандарым менән һөйләшеүҙән тамам туҡ­таным, һөйләшә алманым. “Телһеҙ ҡалдым”. Ә бит шуға тиклем мин, әҙ генә булһа ла, шул һәләткә эйә инем. Шулай булмаһа, әсәйем бер нисә тапҡыр: “Мин Сөмбөлдө ишетәм, Сөмбөлдөң тауышын тағы ишеткәндәй булдым”, – тип атайыма әйтмәҫ ине. Бына күтәрмәгә атайым менән әсәйем ултырҙы. Уларҙың араһындағы буш ҡалған урынға тығылып өлгөрәм, сөнки беләм, үҙеңде бер юлы донъялағы иң яҡын ике кеше ҡуйынында тойоуҙан да юғарыраҡ бәхет юҡ.

 

Рәмилә ТОРОМТАЕВА.

 

(Аҙағы бар).

Читайте нас