

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Республика Башлығы кәңәшсеһе Радик Юъяҡшин (Элвин Грей) үҙенең кәләше Инзилә менән Яңы йыл алдынан йылы яҡтарға осҡайны. Ул үҙенең был сәйәхәтен икенсе илдә яңы альбом әҙерләүенә бәйле, тип аңлатты һәм хатта яңы йыл корпоративтарынан да баш тартты.
Йәш пар ошо көндәрҙә Инстаграмда тыуған яҡтарына тиҙҙән ҡайтыуҙары хаҡында хәбәр иткән.
– Бер аҙнанан ҡайтабыҙ. Был көндө ныҡ көтәбеҙ, сөнки һағындыҡ. Оҙаҡламай өйҙә буласаҡбыҙ, - тип уртаҡлашҡан Инзилә.
Шулай уҡ ҡыҙ ҡышты ныҡ һағыныуын да әйтте.
– Дүрт миҙгел булыуына шатмын, сөнки был, һәр ваҡыт ҡояшта булыуға ҡарағанда, күпкә яҡшыраҡ. Мин ҡышҡы кейемде һәм ҡышты һағындым, шуға ҡайтыу көнөмдө көтәм, – тигән ул.
Тыуған яҡ нығыраҡ тарта, тигәндәре хаҡтыр, күрәһең.
Фото: Асыҡ сығанаҡтан.